Туңдыра ла, яндыра ла...01.02.2014
Төрлө яҡлап һынай быйылғы ҡыш. Ҡайҙалыр янғын сыға, ҡайҙалыр туңып, һәләк булалар, юлға сығыу хәүефле...


Өфөләге “102 ҡотҡарыу хеҙмәте”нән баш ҡалала ғына ла ҡаты һыуыҡтың әллә күпме ауыр хәлдәргә тарытыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Мәҫәлән, һауа температураһы кинәт төшкәндән алып, йәғни һуңғы өс тәүлектә, дүрт кеше туңып вафат булған, ҡотҡарыусыларға 39 кеше мөрәжәғәт иткән. Араларында балалар ҙа бар.
Медицина катастрофаһы үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, республикала һуңғы өс тәүлектә 29 туңыу осрағы теркәлгән, 14 кешене дауаханаға оҙатҡандар. Һалҡындар башланғандан, йәғни 20 декабрҙән алып, 497 кеше өшөп-туңыу сәбәпле табиптарға килгән, уларҙың 185-е дауаханаға һалынған.
Янғындар быға тиклем дә көн һайын тигәндәй сығып тора ине, ҡаты һалҡындар башланғас, уларҙың һаны бермә-бер артты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, республикала бер тәүлектә генә 27 янғын осрағы теркәлгән, уның 11-е шәхси йорттарҙа сыҡҡан.
Ут бер кемде лә аямай, йорттарҙың көл-күмергә ҡалыуы үҙе үк ҙур бәлә булһа, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе айырыуса аяныслы. Ошондай хәл Саҡмағош районында теркәлгән, 70 йәшлек пенсионер янғында һәләк булған. Миәкәлә бер ҡатын, газ тоҡандырғанда ут ҡабынып, тәнен бешергән. Туймазы районында ла бер йортта ут сыҡҡан, ә Өфөлә бер төн эсендә янғын һүндереүселәр ике урынға саҡырылған.
Белгестәр айырыуса ҡаты һыуыҡтар хакимлыҡ иткән мәлдә һаҡланыу сараларына иғтибарҙы арттырырға кәңәш итә. Туңып-өшөүселәрҙең күбеһенең иҫерткес эсемлек эсеүен белдерәләр. Шулай уҡ электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, улар менән һаҡ эш итергә саҡыралар.

Әйткәндәй...
Янғын һүндереүселәрҙе һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡырыу өсөн — 101, полицияға шылтыратыу өсөн 102 һандарын йыйығыҙ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика