Кескәйҙәр өсөн китап кәрәк01.02.2014
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.


Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре Зөлфиә Ғиззәтуллина менән Надежда Шмидт балалар өсөн ошо өлкәлә китаптар сығарыуҙа ярҙам һораны. Баҡтиһәң, ҡортсолоҡ ныҡлы үҫешкән, ауылдарҙа йәшәгән күптәрҙең кәсебе, килем сығанағы булған төбәктә мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр өсөн баҫма юҡ икән. Кәсепте артабан да үѕтереү өсөн уға хөрмәт һәм иғтибар бала саҡтан килергә тейешлеген аңлаған үҙәк хеҙмәткәрҙәре үҙ көстәре менән махсус китаптар әҙерләгән. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында, улар бишенсе йыл баѕылмай ята. Константин Борисович был идея менән ҡыҙыҡһынды һәм ярҙам итеү юлдарын эҙләргә һүҙ бирҙе. Әйткәндәй, китапты республиканың һынлы сәнғәт мәктәптәрендә белем алған балаларҙың үҙҙәренән биҙәтергә теләйҙәр. Был, беренсенән, сығымдарҙы кәметһә, икенсенән, йәш рәссамдарға үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн яҡшы мөмкинлек тә буласаҡ.
Бәләбәй ҡалаһынан килгән вәкилдәр һыу каналында эшләй. Улар ҡаланы һәм уның янындағы ҙур ғына ауылдарҙы һыу менән тәьмин итә. Әммә предприятиеның проблемалары ла юҡ түгел икән. “Бәләбәй һыу каналы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Владимир Зубов әйтеүенсә, улар йылдан-йыл ҙур юғалтыу кисерә. Былтыр биш миллион һум бурысҡа батһалар, быйыл ун миллионға еткән. Бындай проблемалар бер Бәләбәйгә генә хас түгел, республиканың башҡа ҡалаларындағы һыу каналдары ла ошондай уҡ ауырлыҡтар кисерә. Килемдәрен арттырыу өсөн һыуға тарифты күтәреү мөмкин түгел. Шуға күрә улар башҡа юлдар менән ярҙамға өмөтләнә.
Өфө ҡалаһындағы күп фатирлы йорт советы рәйесе Ринат Ҡарасурин йорт янында үҫмерҙәр һәм балалар өсөн ике ҡатлы һауыҡтырыу-уйын комплексы төҙөү уйы менән яна. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн аҡса ла, проект һәм төҙөүселәр ҙә бар. Тик рөхсәт ҡағыҙҙарын алыу менән ауырлыҡтар килеп тыуған. Константин Борисович һәр кемдең үтенесен иғтибар менән тыңланы, мөмкин булғанса ярҙам итергә һүҙ бирҙе.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика