ҠАЙҘА ҺЕҘ, “ШИХАН” ЕГЕТТӘРЕ?10.01.2014
ҠАЙҘА ҺЕҘ, “ШИХАН” ЕГЕТТӘРЕ?Бынан бер нисә йыл элек “Шихан” исемле төркөм бар ине. Беҙҙең яҡтарға гастролгә йыш йөрөнөләр. Бигерәк тә “Гөлназ”, “Күбәләк”, “Ай, Уралым” кеүек йырҙарына ғашиҡ инем. Ҡайҙа икән хәҙер был төркөм? Илгиз Хисамов исемле солист әле йырлаймы?
Гөлназ.
Әбйәлил районы.


Беҙ Илгиз Хисамовтың үҙе менән осраштыҡ. Бына нимәләр еткерҙе ул гәзит уҡыусының һорауына:
– Беренсенән, тамашасыларыбыҙға беҙҙе һаман да онотмағандары, ижадыбыҙҙы хөрмәт иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә.
“Шихан” төркөмө 2003 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында барлыҡҡа килде. Ете йыл бергә йырлағандан һуң, икенсе солисыбыҙ Валерий Ғималов Мәләүездә эшләү сәбәпле, коллектив тарҡалды. Әммә төркөм тарихында бихисап гастролдәр, музыкаль альбом ҡалды.
Шәхсән үҙемә килгәндә, бөгөн Стәрлетамаҡта ижад итәм. “Тыуған көн”, “Туй”, “Рәхмәт һиңә” исемле яңы йырҙарым бар. Шулай ҙа хәҙер, сәхнәгә ҡарағанда, күберәк төрлө сараларҙа, мәжлестәрҙә (туй, юбилей) ҡатнашырға тура килә. Сер түгел: артистың тамағын ижади эшмәкәрлек туйҙыра бит. Әммә киләсәктә тамашасыларымды яңы-яңы йырҙар менән ҡыуандырырмын әле тип өмөтләнәм.

Блиц-интервью:
* Ғаилә хәле: өйләнгән, ике ҡыҙ үҫтерәләр.
* Кешелә иң хөрмәт иткән һыҙаты: тоғролоҡ.
* Яратҡан китабы: “Робинзон Крузо”.
* Яратҡан ашы: манты.
* Яратҡан төҫө: ҡыҙыл


Вернуться назад