Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте10.01.2014
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Хужәхмәтов Закир Зиннур улы — "Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн" отличие билдәһе, Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 28-се отрядының 61-се янғын һүндереү часы начальнигы Дусуев Венер Әбделҡәүи улы, Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәте начальнигы Киселев Вячеслав Викторович, Башҡортостан Республикаһының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Таран Евгений Иванович, Нефтекама ҡалаһындағы Граждандарҙы һаҡлау идаралығы начальнигы Хәбибуллин Ришат Дауыт улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, тәүтикшереү бүлеге начальнигы Ғафаров Рөстәм Рәсих улына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы" тигән маҡтаулы исем бирелде;
Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 22-се отрядының янғынға ҡаршы пропаганда һәм йәмәғәтселек бәйләнеше үҙәгенең төп методисы Алябушев Леонид Павлович, Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы, Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 5-се отрядының 10-сы янғын һүндереү часы начальнигы Бурлак Константин Павлович, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республика ветерандар советы рәйесе Мәрүәнов Валерий Зәйтүн улы, Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 28-се отрядының 44-се янғын һүндереү часы водителе, өлкән инструктор Лоҡманов Тимерйән Ишбулды улы Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.


Вернуться назад