Бал да ярамай...10.01.2014
Бөтә аэропорттарға ебәрелгән бойороҡҡа ярашлы, һауа суднолары салонына косметика саралары, дарыуҙар, аэрозоль, шыйыҡсалар индереү тыйыла. “Росавиация” хәбәр итеүенсә, уларҙың барыһы ла багаж бүлегенә тапшырылырға тейеш.

— Башҡорт балы ла шыйыҡсалар иҫәбенә инә, шуға күрә уны ла үҙең менән салонға индерергә ярамай, — тип белдерҙеләр Өфө аэропортында.
Осош барышында кәрәк булған дарыуҙарҙы, гигиена сараларын, рөхсәт ҡағыҙы булып, именлек хеҙмәте тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына үҙең менән алырға мөмкин.


Вернуться назад