Иң-иң...01.11.2013
Бейек ағас
Мәңге йәшел секвояның — Стратосфера гигантының бейеклеге 2002 йылда 112,6 метрға еткән. Был ағасты 2000 йылдың авгусында Америка ғалимы Крис Аткинс Калифорния штатының Рокфеллер Форест урманында Гумбольд секвоялар Милли паркында тапҡан булған.

Ғәжәйеп мимоза
Иң шәп үҫеүсе ағас (ағас һымаҡ үҫкән бамбук тигән үләнде иҫәпләмәгәндә ) — ураҡ формаһындағы альбиция мимозаһы. 1974 йылдың 17 июнендә Индонезияның Сабах штатында ултыртылған мимоза 13 ай эсендә 10,71 метрлыҡ булып үҫә, йәғни көнөнә уртаса 2,8 сантиметрға күтәрелә.

Эре сәскә
Көньяҡ-көнсығыш Азия джунглиҙарындағы циссус лианаларында үҫеүсе паразит Арнольд раффлезияһының диаметры — 91 сантиметрға, ауырлығы 11 килограмға етә. Сәскә һарғылт көрән төҫтә, аҡ төрткөләр менән ҡапланған. Таждарының ҡалынлығы 1,9 сантиметрға тиң.

Бәләкәй орлоҡ
Эпифитлы орхидеяларҙың 992,25 миллион бөртөк орлоғоноң ауырлығы — 1 грамм.

Ҙур орлоҡ
Елпеүесле гигант пальмаларҙың орлоғо 20 килограмм ауырлыҡта була һәм 10 йыл дауамында өлгөрә.


Вернуться назад