Крыжовник01.11.2013
КрыжовникЕләге ҡара ҡарағаттыҡынан тәмле һәм эрелеге менән айырылып тора. Уның составында шәкәр — 8-9, органик кислоталар — 2-2,5 процентҡа күберәк (лимон, алма кислоталары), көл — 0,42-0,60 процент. Шулай уҡ калий, кальций, тимер, магний матдәләре, А, В1, В2, РР витаминдары күп. Ул ашҡаҙан, эсәк, бөйөр, бәүел ҡыуығы ауырыуҙары менән яфаланған кешеләргә файҙалы. Аҙ ҡанлылыҡҡа, артыҡ һимереүгә ҡаршы ла ҡулланыла.
Крыжовник ҡарағат, ҡурай еләге кеүек, бер урында һигеҙ-туғыҙ йыл үҫтерелә. Беҙҙең тәбиғәт шарттарында вегетация осоро апрель аҙаҡтарында башланып, май урталарында сәскә ата, августың тәүге яртыһында өлгөрә. Уны тәрбиәләү ысулдары ҡарағаттыҡы кеүек. Айырма шунда ғына: ҡара ҡарағат дымлы тупраҡты үҙ итә, ә крыжовник ҡалҡыуыраҡ урында яҡшы үҫә.
Крыжовник сатырына ҡоторорға, йәйелергә юл ҡуйырға ярамай. Иртә яҙҙа һынған ауырыу һәм артыҡ йәш ботаҡтарҙы ҡырҡып алып яндырырға кәрәк. Яҙ көнө үҫентенең төбө йомшартыла, ҡоротҡостарға, бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы нитрофен менән эшкәртелә (10 литр һыуҙа 200 грамм нитрофен иретелеп һибелә).


Слива

Көньяҡ үҫемлектәренең береһе. Миҙгел йылы килгәндә, уңдырышлы ҡара тупраҡлы ерҙә ҡайһы бер сорттар яҡшы үҫә, мул уңыш бирә.
Сливала алмаға ҡарағанда аҡһым — ике, органик кислота — ике, кальций — 1,5, фосфор — 2,5, каротин өс тапҡырға күберәк. Витаминға байлығы йәһәтенән дә өҫтөнлөгө бар.
Слива үҫентеһенең вегетация осоро бик иртә башлана, ул иртә бөрөләнә, иртә сәскә ата. Шуға күрә йыш ҡына яҙғы ҡырауҙарҙа сәскә бөрөләре һәләк була. Беҙҙә, бигерәк тә республиканың төньяғында, һирәк йылдарҙа ғына уңыш бирә. Алтай крайынан килтерелгән ҡайһы бер сорттарҙың, мәҫәлән, “желтая хопта” сортының беҙҙең тупраҡ һәм климат шарттарында мул уңыш биреүе билдәле. Ләкин һалҡындарға сыҙамай, тиҙ һәләк була. Шулай ҙа республиканың көньяғында яраҡлаштырылған сорттарҙан “маньчжурия”, “чемаль”, “краснощекая” киң таралған.

С. ХАЖИЕВтың “Баҡсасы белешмәһе” китабынан.


Вернуться назад