Һорау – яуап01.11.2013
Һорау – яуап— Һарымһаҡты һаҡлауҙың төрлө ысулы бар. Мин уны көнбағыш майына ла һалып ҡуям, киптерәм дә. Баҡсанан алып ингәнсә генә һаҡлауы ауыр...

Д. ИСМӘҒИЛЕВА.
Бөрө ҡалаһы.

— Был оҙайлы процесс. Ни өсөн тигәндә, ҡышҡы сортлы һарымһаҡты һаҡлайым тиһәң, уның ҡағиҙәләрен ултыртҡандан алып үтәргә кәрәк. Иң тәүҙә был орлоҡҡа бәйле. Улар юғары сортлы булырға тейеш. Ултыртҡанда түтәлгә ҙур иғтибар бүленә: элек тә һарымһаҡ үҫкән ер булырға тейеш түгел, тиреҫтең артыҡ булыуы ла ярамай. Башлыса көл, серетмә менән ашланыуы мөһим. Октябрҙән дә иртәрәк ултыртмағыҙ, ләкин һалҡындарға ла ҡалдырырға ярамай. Ҡар аҙ ятһа, түтәл өҫтө торф, бысҡы вағы менән ябыла. Иртә яҙҙан мочевина, суперфосфат, башҡа минераль ашламалар индереү мөһим. Уңышын ваҡытында алып, дөрөҫ һәм яҡшылап киптерергә кәрәк. Шулай иткәндә, һарымһаҡ яҙға тиклем һаҡлана.


Вернуться назад