Әгәр ағас имгәнһә...01.11.2013
Әгәр ағас имгәнһә...Ҡар баҫымы аҫтында, уңышын күтәрә алмай йәки ел-дауылда емеш ағасы ботаҡтарының айырылыуы йыш осрай.

Әгәр айырылған ботаҡтарҙы ваҡытында, кисекмәҫтән үҙ урынына тартып бәйләһәң, ул ағас олонона йәбешеп үҫеп китә һәм емеш биреүен дауам итә. Ботаҡ айырылғандан һуң оҙаҡ ваҡыт үтһә, йәрәхәтләнгән урындағы күҙәнәктәр ҡорой башлаһа, айырылған ботаҡ ағас олонона йәбешмәй. Бындай осраҡта ботаҡтағы һәм олондағы йәрәхәтте бысаҡ менән яҡшылап таҙартырға кәрәк, унан үҙ урынына тартып бәйләргә мөмкин (ботаҡ айырылғандан һуң оҙаҡ ваҡыт үтмәһә).
Тартып бәйләүҙең төрлө ысулы бар. Иң ябайы шунан ғибәрәт: тарттырғанда шпагат ағас ҡайырын киҫеп зарарламаһын өсөн айырылған ағас ботағына һәм олонона сепрәк урала, шунан ныҡ итеп тартып бәйләнә.


Вернуться назад