Тапалған һуҡмаҡ — иң ышаныслыһы20.09.2013
Мәғлүм булыуынса, быйыл Өфөлә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ойошторолоуға 225 йыл тула. Ике быуаттан ашыу ваҡытта ниҙәр кисерелде? Дини үҫеш йәһәтенән ниндәй уңыштарға өлгәштек? Уларҙа Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының өлөшө ҙурмы? Ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында, шулай уҡ ил кимәлендә билдәләнәсәк оло юбилейға әҙерлек барышы, республикабыҙҙың бөгөнгө рухи тормошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса редакцияла “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Һөйләшеүҙә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе Мөхәммәт хәҙрәт Тажетдинов, уның ярҙамсыһы Артур хәҙрәт Сөләймәнов, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең директоры Ильяс хәҙрәт Мөхәмәҙиев, Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Йома” тапшырыуын әҙерләп алып барыусы Морат хажи Лоҡманов ҡатнашты.

Әбей батша ҡарары менән

— Хөрмәтле ҡунаҡтар! Илебеҙҙең мосолмандары ғына түгел, тотош халҡы өсөн мөһим байрамды ҡаршылағанда “Башҡортостан” гәзите редакцияһына килеүегеҙҙе уртаҡ маҡсатҡа төбәлгән төрлө яҡлы хеҙмәттәшлектең күркәм башланғысы тип ҡабул итәйек. Ниндәй генә заман булмаһын, халҡыбыҙ бер ваҡытта ла диндән айырылмаған. Уҙған быуатта күпме ҡаршылыҡҡа осралмаһын, әле яйлап асылыбыҙға ҡайтабыҙ: мәсеттәр төҙөлә, халҡыбыҙ әкренләп иман юлына баҫа. Әлбиттә, был ҡаҙаныштарҙың нигеҙендә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының баһалап бөткөһөҙ өлөшө ята. Һөйләшеүҙе уның тарихынан башлайыҡ.
Мөхәммәт хәҙрәт Тажетдинов:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының тарихы 1788 йылдың 22 сентябренән — батшабикә Екатерина II Өфөлә Ырымбур магометан диниә йыйылышын ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйған көндән — башланған. Был документта мосолмандарҙың империяның тулы хоҡуҡлы вәкиле булғаны ғына түгел, ә уның дәүләт булараҡ аяҡҡа баҫыуындағы ҙур өлөшө танылған. Указға ярашлы ата-бабабыҙ үҙәге Өфөлә урынлашҡан дөйөм Рәсәй диниә идаралығын булдырыу мөмкинлеген алған. Был — ил тарихында ҙур ваҡиға. Бер яҡтан ҡарағанда, мосолмандарҙың күңелендә ятҡан күптәнге хыялы тормошҡа ашһа, икенсенән, дини ойошма булдырыу халыҡтың рухи үҫешенә генә тәьҫир итмәй, ә дәүләтте иҡтисади, сәйәси йәһәттән нығытыуға нигеҙ һала.
Ислам илебеҙгә ситтән килмәгән, ул — тамырыбыҙҙа, күңелебеҙҙә. Башҡа халыҡтар менән йылы, тотороҡло мөнәсәбәт ҡороуыбыҙҙа, илдең именлегендә, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләрен нығытыуҙа, иманыбыҙҙы таҙа килеш һаҡлауҙа, йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм башҡа күп йәһәттән динебеҙҙең өлөшө ифрат ҙур. Тарихтан да беләбеҙ, әле лә күреп торабыҙ: Рәсәй һәр ваҡыт үҙгәреш юлында, сәйәсәт бер урында тапанып тормай, етәкселәр алмашына, әммә Ислам, халҡыбыҙҙы туплаған юғары көс булараҡ, үҙ урынында ҡала килә. Был йәһәттән Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының, бүтән мөфтиәттәрҙең, мәхәлләләрҙең йәмғиәтте тура юлдан алып барыуға индергән тос хеҙмәтен билдәләмәү мөмкин түгел.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Мөхәммәт хәҙрәттең фекеренә ҡушылам: ысынлап та, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты халҡыбыҙҙы ныҡ берләштерҙе. Уны ойошторған ваҡытта, бәлки, батша власының үҙ ниәттәре лә булғандыр, әммә был аҙымдың мосолмандар өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Быйыл тарихи ваҡиғаның 225 йыллығын билдәләүебеҙ — быға аныҡ дәлил.
Ә инде Исламдың тарихына килгәндә, ата-бабабыҙ уны 310 һижри, 922 миләди йылда ҡабул иткән. Ибн Фаҙландың яҙмаларына күҙ һалғанда, Алмасхан исемле Болғар батшаһы хәлифә Мөхтәдир Билләһигә төбәккә ғалимдар ебәреүен һорап мөрәжәғәт итә. Диндарҙар юлда ҙур ауырлыҡтарҙы үтеп, ҡатмарлы хәлдәргә осрап, бик оҙаҡ килә. Беҙҙең Башҡортостандың көньяғынан үтеп китәләр. Шунда бер башҡорт егете менән күрешәләр, милләттәшебеҙ уларҙан “Ихлас” сүрәһен өйрәнеп ҡала... Хәҙер инде ул ваҡиғаларға 11 быуаттан ашыу ваҡыт уҙған. Ошо дәүер эсендә Ислам тормошобоҙға шул тиклем ныҡ үтеп ингән, йәшәү рәүешебеҙгә әйләнгән, тиһәк тә була. Уға тиклем халҡыбыҙ мәжүси булыуға ҡарамаҫтан, улар бер-береһенә ҡаршы килмәгән. Әммә күңелебеҙҙә элекке ышаныуҙарҙың ҡалдығы ла юҡ. Ә башҡа ерҙәрҙә бар. Мәҫәлән, Үзбәкстанда элек утҡа табыныу булған, унда белем алған саҡта шуны күрергә насип итте: элекке диндәренең ҡалдыҡтары бөтмәгән. Был ғәрәп илдәренә лә хас. Ә беҙҙә — бына һиңә хикмәт! — мәжүсилектең эҙе лә ҡалмаған. Тимәк, төбәгебеҙгә иң таҙа, саф Ислам ингән. Ошо паклыҡты һаҡларға, быуындан быуынға еткерергә, бының менән дәүләт эсендәге именлеккә, халыҡ-ара татыулыҡҡа ыңғай йоғонто яһауҙы дауам итергә бурыслыбыҙ. Был йәһәттән Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының ҙур юбилейы, уны киң даирәлә уҙғарырға йыйыныу, сарала башҡа милләт вәкилдәренең дә ҡатнашасағы, һис шикһеҙ, динебеҙҙең йәмғиәттәге урынын тағы ла нығытасаҡ.
Морат хажи Лоҡманов:
— Ысынлап та, күп осраҡта динде дәүләттән айырып ҡарарға тырышһалар ҙа, улар бер-береһенә ныҡлы бәйләнгән. Үҙәк диниә назаратының барлыҡҡа килеүе лә быны раҫлай. Ғөмүмән, Петр I, Екатерина II — Рәсәй тарихында ҙур эҙ ҡалдырған шәхестәр. Бөгөн уларҙың эшмәкәрлегенә иғтибар айырыуса көсәйҙе, китаптар яҙыла. Ошо һөйләшеүгә бәйле осорҙа — Екатерина II батшалыҡ иткән мәлдә — Рәсәйҙең дәүләт булараҡ барлыҡҡа килеүе, нығыныуы йәһәтенән бик күп эш башҡарылған. Реформаларҙың иң әһәмиәтлеләренең береһе ил мосолмандарына тупланыу, динен киң йәйелдереү мөмкинлеген асыу булды. Бөгөн, әлбиттә, төрлөсә фекер йөрөтәләр. Рәсәй батшаһы дини ойошманы мосолмандарҙың өҫтөнән хакимлыҡ итеү, уларҙы гел генә ҡарап, тикшереп тороу, үҙ теләген үтәтеү өсөн булдырған тип фараз ҡылыусылар ҙа бар. Ваҡиғаның халыҡтың йәшәйеше, күңеле өсөн ҙур әһәмиәтен күҙ уңында тотоп, уны ыңғай баһаларға кәрәк. Сағыштырыу өсөн миҫал: Испанияла, мәҫәлән, ерле мосолмандар ғүмер буйына берләшеп, тупланып йәшәп китә алмай. Был йәһәттән Рәсәй үҙенсәлекле, башҡаларға үрнәк булырлыҡ төбәк кимәленә күтәрелгән икән, шатланырға, шөкөр итергә кәрәк. Илдең именлеген, халыҡ-ара татыулыҡты тәьмин итеүсе көстәрҙең береһе булған Үҙәк диниә назаратының ҙур юбилейын уҙғарыу ҙа һайланған юлдан барыу фарызлығын раҫлай.

Мөфтөй абруйы — тормош именлеге

— Үҙәк диниә назаратының уҙған быуаттағы эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ?
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Диниә назаратын 1970 йылдан бирле яҡындан беләм. Ошо 40 йылдан ашыу осорҙа ойошма ыңғай яҡҡа ифрат ҙур үҙгәреш кисерҙе. Хатта ки Ризаитдин Фәхретдин мөфтөй булған ваҡытта уның матди хәле шул тиклем түбән булған. Мин Өфөгә килгән заманда Туҡай урамындағы мәсеттең торошо ла насар ғына, аҫҡы ҡатындағы бағаналар серегән ине. Диниә назараты бәләкәй генә бүлмәлә урынлашҡайны. Штатында — өс-дүрт кенә кеше. Шул осор менән сағыштырғанда, Аллаға шөкөр, хәҙер күп йәһәттән үҫеш күҙәтелә. Күтәрелеш бар икән, мөмкинлектәр ҙә арта.
Ойошманың эшмәкәрлегендә мөфтөйҙәрҙең өлөшө ифрат ҙур икәнлеге бәхәсһеҙ. Уҙған быуатҡа күҙ һалғанда, Үҙәк диниә назаратына 1936 йылға ҡәҙәр Ризаитдин хәҙрәт Фәхретдинов етәкселек иткән. Ишетеп-уҡып белеүегеҙсә, ғәжәп аҡыллы, һәр яҡлап һәләтле, яҙыуға оҫта мөфтөй була ул. Унан һуң 1936 — 1950 йылдарҙа был урында Зәйнулла ишандың улы Ғабдрахман Рәсүлев хеҙмәт итә. Бик ауыр, ҡатмарлы осорҙа — Бөйөк Ватан һуғышы, илдең ҡыйралған, халыҡтың эске донъяһы буталған мәлдә — дини тәрбиәне дауам итеүҙе ҙур ҡаһарманлыҡ тип баһаларға кәрәктер. Яу йылдарында Ғабдрахман Рәсүлев Иосиф Сталин менән осрашҡан тигән хәбәр ҙә бар. Ғөмүмән, ил мосолмандарының фронтҡа ярҙам ойоштороуҙа, Бөйөк Еңеүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Һуғыш тамамланғас, Сталиндың Ислам тураһында китап сығарырға рөхсәт итеүе — төрлө ҡатмарлы мәлдә динебеҙҙең юғары көскә эйәлегенә аныҡ дәлил.
Артабан был урында Мөхәммәт Туғыҙбаев, Шакир Хиәлетдинов, Әхмәтйән Мостафин, Ғәбделбарый Исаев кеүек шәхестәр эшләне. 1980 йылда иһә хеҙмәткә Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин тәғәйенләнде. Бына инде өс тиҫтә йылдан ашыу ул мөфтөйлөк бурысын уңышлы атҡара. Ошо дәүер эсендә илебеҙҙә, төбәгебеҙҙә Ислам дине ныҡлы тергеҙелә, айырыуса һуңғы йылдарҙа мәсеттәр күпләп төҙөлә, халҡыбыҙ иманға ҡайта башланы. Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинды күптән беләм, Бохарала ла бергә уҡырға тура килде. Шул саҡта уҡ ул дингә ысын күңелдән бирелгәнлеге менән ихтирам ҡаҙанды. Әйтәйек, иртәнге намаҙҙы ла йыраҡтағы фатирынан фәҡәт мәҙрәсәгә килеп уҡый торғайны.
Морат хажи Лоҡманов:
— Мин дә Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинға ҡарата халыҡтың ихтирамы тураһында ишеткәнемде әйтеп уҙайым. Почта таратыусы танышым һөйләгәйне. Юғары мөфтөй заманында 15 дана гәзит-журнал алдырған. “Почтаның килгәнен өйөнөң алдына сығып көтөп тора торғайны, — тип хәтерләй ул. — Шуға бәйле хәҙрәткә ҡарата тыуған ихтирамым әле лә ҙур”.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Ысынлап та, дини етәкселәр халыҡҡа һәр яҡлап өлгө күрһәтергә тейеш. Бөтөн яҡтан да мәғлүмәтле, белемле булыу, ваҡиғаларҙы ысынбарлығына төшөнөп аңлап, киң фекерләү ҡеүәһе аша ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, һөҙөмтәлә донъяның именлеген тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән уларға. Үҙәк диниә назаратының мөфтөйҙәре үҙ иңендәге ошо яуаплылыҡты һәр саҡ ҙур тырышлыҡ, юғары аң-белем менән атҡарҙы һәм киләсәктә лә, иншаллаһ, шулай булырына иманым камил. Таҡыр юл — иң ышаныслыһы, ул электән һыналған. Ислам да ошо тапалған һуҡмаҡтан ситкә тайпылмайынса дауам итә икән, киләсәгебеҙ төрлө яҡҡа тармаҡланып китмәҫ, яҡты булыр.
Морат хажи Лоҡманов:
— Мөфтөйҙәрҙең, ысынлап та, илдең именлегендә өлөшө ифрат ҙур. Беҙ күп осраҡта уларҙың хеҙмәтен күреп, баһалап еткермәйбеҙ. Әйтәйек, ниңә башҡа ерҙәрҙә һуғыштар, бәхәстәр, тартҡылашыуҙар, халыҡтарҙың бер-береһен кәмһетеүе һәм башҡа низағтар туҡталмай? Ә беҙ, Аллаға шөкөр, тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Был бит үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй, нигеҙендә кемдеңдер дөрөҫ йүнәлеш алып барыуы, абруйлы һүҙе, фекере ята. Ошо йәһәттән Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының, уның етәкселәренең халыҡ, ил мәнфәғәтендәге тынғыһыҙ хеҙмәте ҙур ихтирамға лайыҡ.

Өлгө күрһәтергә тейешбеҙ

— Дини ойошманың юбилейына әҙерлек эше ниндәй кимәлдә?
Мөхәммәт хәҙрәт Тажетдинов:
— Әле әйтелгән фекерҙәр шуны дәлилләй: Үҙәк диниә назараты — уртаҡ уй-маҡсаттан, берҙәм теләктән барлыҡҡа килгән ойошма. Халыҡ өсөн дә, власҡа ла әһәмиәтле ваҡиғаны күмәкләшеп билдәләү мөһим. Республика, ил Хөкүмәте байрамды уҙғарыуға ҙур иғтибар бүлә. Сараға етәкселәр, сит илдәрҙән ҡунаҡтар, төрлө дин әһелдәре саҡырылған. Иншаллаһ, сараны матур итеп үткәреп, еребеҙҙә мосолман халҡының нисек йәшәүен, халыҡ-ара күркәм мөнәсәбәтте (илебеҙҙә 150-нән ашыу милләт вәкиле бар), рухи тәрбиә үҫешен күрһәтергә насип итер. Был башҡа төбәктәр, дини конфессиялар өсөн матур өлгө булыр тигән ышаныстамын.
Байрам Өфөлә генә уҙмай, илебеҙҙең бүтән төбәктәрендәге мөфтиәттәрҙә лә тантаналы саралар үткәреү ҡаралған. Бындай байрамдар, йыйылыштар киләһе йылға ҡәҙәр барасаҡ.
Әле Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының тарихы хаҡында китап әҙерләнә, ул октябрь урталарында сығыр тип көтөлә. Шулай уҡ тиҙҙән Юғары мөфтөйгә, дини ойошмаға 33 йыл етәкселек иткән Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинға, 65 йәш тула. Уның эшмәкәрлегенә бағышланған китап та донъя күрәсәк.
Артур хәҙрәт Сөләймәнов:
— Юбилей саралары өс көн барасаҡ. 21 октябрҙә ҡунаҡтарҙы ҡаршылайбыҙ, унан Ҡырмыҫҡалы районының Атйетәр ауылына юлланып, тәүге мөфтөй Мөхәмәтйән Хөсәйеновтың ҡәберенә зыярат ҡылыу ҡаралған. Ул яҡҡа юл рәтләнде, мәсеттәрҙең ихаталары матурлана, тарихи ҡиәфәттәге ҡоймалары тергеҙелә. Ғөмүмән, әҙерлек эштәре тамам тиһәң дә була.
Шул уҡ көндө, иншаллаһ, Өфөнөң Дим районында мәсет асыу тантанаһында ҡатнашасаҡбыҙ. 22 октябрҙә иһә Өфөлә байрамдың тантаналы өлөшөн, “Ислам һәм дәүләт” тигән темаға конференция уҙғарыу ҡаралған. Өсөнсө көндө мәҙәни саралар үткәреләсәк һәм ҡунаҡтар хөрмәтләп оҙатыласаҡ.
— Ҡаланы биҙәүгә килгәндә, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһынан берәү аят-сүрәләрҙән өҙөктәр яҙылған баннерҙар элергә тәҡдим иткәйне. Ошо мәсьәләне хәл итеп буламы?
Артур хәҙрәт Сөләймәнов:
— Бындай тәжрибә әҙерәк бар. Әле сәхнәләргә, биналарҙың эсенә элеү өсөн шундай алтаҡталар әҙерләгәнбеҙ. Ҡала урамдарына ла ҡуйырға мөмкин, әлбиттә.
Морат хажи Лоҡманов:
— Был фекерҙе Ураҙа ваҡытында ла ишетергә тура килгәйне. Баннерҙар ҡуйыу менән шөғөлләнгән бер таныш егет Өфө урамдарына ошондай яҙмалар элергә тәҡдим иткәйне. Ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәтебеҙ күңелгә ышаныс һалды. “Мөфтиәттән рөхсәт алынһа, беҙҙең яҡтан ярҙам булыр”, — тип вәғәҙә бирҙеләр.
Мөхәммәт хәҙрәт Тажетдинов:
— Мәсьәләне хәл итергә мөмкин. Сара дәүләт кимәлендә үтә икән, уға әҙерлек тә иң яҡшы кимәлдә башҡарылырға тейеш. Күҙалланған баннерҙарҙы элеү динебеҙҙең дә баһаһын күтәрәсәк, дәүләттең дә уға ыңғай мөнәсәбәтен күрһәтәсәк.

“Бер аҙым алға баҫам да...”

— Исламдың үҫеше нигеҙендә дини уҡыу йорттарының өлөшө ҙур. Уларҙа белем алыу шарттары тураһында ни әйтерһегеҙ?
Ильяс хәҙрәт Мөхәмәҙиев:
— Әл-хәмдү лил-ләһ, әкренләп алға барабыҙ. Һәр төрлө мәсьәлә буйынса уҡыу йорттары етәкселәре менән даими осрашып, һөйләшеп торабыҙ. Белеүегеҙсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуатта күп нәмәне юғалттыҡ: дини китаптар юҡ ителде, халыҡтың рухы ла һайыҡты. Ошоларҙы тергеҙеү күп көс талап итә. Иң тәүҙә мәҙрәсәләрҙә уҡытыуҙы яйға һалырға кәрәк. Юғиһә бер урында — ике, икенсеһендә — дүрт, биш йыл белем бирәбеҙ. Был эш тәртипкә һалынһын, дөйөм программа булдырылһын ине. Шулай уҡ беҙҙең шәкерттәргә мәҙрәсәнән һуң белем алыуын ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йортоноң 2-се йәки 3-сө курсында дауам итеү мөмкинлеге тыуҙырылһа, ифрат яҡшы булыр тигән фекерҙәмен.
— Нурмөхәмәт хәҙрәт гәзитебеҙҙә донъя күргән бер әңгәмәһендә: “Имамдарға өҫтәмә белем биреү кәрәк. Улар халыҡҡа һәр яҡлап өлгө күрһәтергә, тормош көтөүҙә, эштә алда йөрөргә тейеш. Шунда ғына башҡалар уларға эйәрәсәк”, — тигәйне. Был йәһәттән эш нисек бара?
Ильяс хәҙрәт Мөхәмәҙиев:
— Ундай эште башларға әҙербеҙ. Әле шәкерттәребеҙҙең күбеһе мәҙрәсәлә алған белеме менән сикләнмәй, күбеһе уҡыуын БДУ-ла, педагогия университеттарында дауам итә.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Тимәк, һеҙҙә уларҙың күңеле асыла, тәрбиәнең әһәмиәтен аңлай башлай.
Морат хажи Лоҡманов:
— Тағы ла өҫтәп әйтергә кәрәктер: шәкерттәрҙең байтағы ситтән тороп икенсе йүнәлештә белем ала. Мәҫәлән, бер танышым китапхана техникумында уҡып йөрөй. Мәҙрәсәнең үҙендә ошондай төрлө яҡлы белем биреү ойошторола икән, бик һәйбәт. Әммә, минеңсә, бының менән генә сикләнергә түгелдер, белемеңде төрлө уҡыу йортонда арттырырға кәрәк.
Артур хәҙрәт Сөләймәнов:
— Имамдарға өҫтәмә һөнәр биреү мөһимлеге тураһында Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ишетеп торабыҙ. Күптән түгел Сыуаш Республикаһында, Ульяновск, Һамар, Ырымбур өлкәләрендә шәкерттәрҙең белем кимәлен тикшергәндә ошо фекерҙе ҡабатланылар. Шәкерттәребеҙҙе умартасы, бухгалтер, финансист һәм башҡа өҫтәмә һөнәрҙәргә уҡытһаҡ, һүҙ юҡ, дини белем биреү алға китәсәк. Имамдар ҙа ауылдарға ҡурҡмайынса, тормош көтөүгә әҙерлек менән ҡайтасаҡ. Әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо йәһәттән ҡатмарлы хәлдәр килеп сыға. Мәҫәлән, ҡайһы бер имамдарыбыҙ (ә уларҙың күбеһе өлкән йәштә) мәсеткә күрһәтелгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙ пенсияһынан түләргә мәжбүр...
Морат хажи Лоҡманов:
— Аллаһ бойорһа, киләсәктә ундай хәлдәр булмаҫ тип өмөт итәйек. Һуңғы йылдарҙа дини уҡыу йорттарына йәштәрҙең күпләп килеүен иҫәпкә алғанда, быға ышанырға нигеҙ бар. Мәҫәлән, күптән түгел Рәсәй Ислам университетында шуға шаһит булдым: бер класта ғына 30 тирәһе уҡыусы белем ала! Күпселекте йәштәр тәшкил итә. Төрлө етәкселәрҙең балалары дини уҡыу йортон абруйлы урын тип һанап килә башлаған икән, динебеҙҙең әһәмиәте артыуы бәхәсһеҙ. Шул уҡ ваҡытта университетҡа беҙҙең республиканан ғына түгел, Әстрхандан, Сахалиндан, Алыҫ Көнсығыштан һәм башҡа ерҙәрҙән килеүселәр күплеген күрҙем.
Мәктәп йәшендәге уҡыусыларҙы дини йәһәттән тәрбиәләүгә лә иғтибар артты. Мәҫәлән, быйыл Миәкә районында балалар өсөн “Хыял” исемле мосолман лагеры эшләне. Тәүге аҙым булыуына ҡарамаҫтан, унда уҡыусылар күпләп, төрлө яҡтан йыйылды.
— Уҡыусыларҙы тәрбиәләүгә килгәндә, IV класта “Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” тигән предметтың уҡытыла башлауына нисек ҡарайһығыҙ?
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Алдан шуны әйтеп үтәйем: мөфтөйҙәр шураһы бөтөн диндәр бер китапта булырға тейеш тигән фекер белдергәйне. Төрлө милләт балалары айырым йүнәлештәр менән танышырға, сағыштырып ҡарарға тейеш ине. Әммә һәр дин тураһында айырым китап сығарҙылар, кластарҙы бүлеп уҡытырға ҡарар иттеләр. Нисек кенә булмаһын, беҙ был башланғыстың хәйерле булыуына өмөт итәбеҙ. Уны тәнҡитләүселәр ҙә бар. Ҡабаланмайыҡ. Бер эш тә тиҙ генә емеш бирмәй, ауырлыҡтар аша алға ыңғайлап китә.
Мөхәммәт хәҙрәт Тажетдинов:
— IV класта динде өйрәтеү иртәрәк, тип тә борсолоусылар бар. Тәрбиә бер ҡасан да иртә лә, һуң да булмай ул. Бала хатта ки әсә ҡарынында уҡ белем алып, өйрәнеп тыуа. Тимәк, яңы предмет IV класс уҡыусыларына фарыз ителгән икән, борсолорға кәрәкмәй. Өҫтәүенә әсбаптарҙа диндәрҙең тәғлимәте бирелмәй, ә тарихы, үҫеше бәйән ителә.
Артур хәҙрәт Сөләймәнов:
— Уҡытыусыларҙы әҙерләү буйынса ла ҡатмарлылыҡтар бар, әлбиттә. Төрлө предметты уҡытҡан педагогтарҙы дини белем биреүгә йәлеп итеү менән ризаһыҙҙар байтаҡ. Нурмөхәмәт хәҙрәт әйтеүенсә, бер башланғыс та тиҙ генә емешен бирмәй — туҡтап ҡалмаҫҡа, тырышырға, сабыр итә белергә кәрәк.
Морат хажи Лоҡманов:
— Ошондай миҫалды ла өҫтәйек: күп осраҡта мәсет төҙөлгәндән һуң ғына ауылда иман барлыҡҡа килә. Шуның кеүек, дини дәрестәр кәрәк булғас, уҡытыусылар әҙерләнә башлай. Уларға яңы йүнәлеште ҡабул итеү өсөн ваҡыт та кәрәктер. Уҡытыуҙы тәнҡитләргә ашығырға ярамай — барыһы ла үҙ ағышы менән яйланасаҡ.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, халҡыбыҙ ҙа әле диндә башланғыс класс уҡыусылары кеүек бит: өйрәтәбеҙ, өйрәнәбеҙ, фекер алышабыҙ, һорауҙарыбыҙға яуап эҙләйбеҙ...
Морат хажи Лоҡманов:
— Мәктәпкә килеү менән, мәҫәлән, тәүге кластан химияны уҡытмайҙар бит — шуның һымаҡ инде. Беҙ ҙә телевидениела тапшырыу әҙерләгәндә халыҡтан алға китә лә, артта ҡала ла алмайбыҙ.
“Бер аҙым алға баҫам да,
Әйләнәм мин артыма —
Ҡайҙа баҫҡандар икән, тип
Күҙ һаламын халҡыма”,
— тигәндәй, үҫеш баҫҡыстарынан бергә күтәрелергә тырышабыҙ.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Артабан да шулай Ислам баҫҡыстарынан бер-беребеҙҙе көтөп, ярҙам итеп күтәрелергә насип ҡылһын. Иншаллаһ, ҙур байрамыбыҙҙы — Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының олуғ юбилейын матур итеп, бергәләп үткәрергә яҙһын. Уртаҡ байрамыбыҙ динебеҙҙең үҫешенә яңы ҙур этәргес биреп, тормошобоҙҙоң именлегенә, күңелебеҙҙең, рухыбыҙҙың бөтөнлөгөнә ынтылышты нығытһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад