Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тирәклеләр ныҡлы терәкле
Тирәклеләр  ныҡлы терәклеҮтеп киткән саҡта төҙөк, кәртә буйҙарындағы сирәменә тиклем һепереп ҡуйылған ауылдарҙы күреп шатланһаң, урамдарында ҡый үҫкән, сүп-сар, ағас өйөмдәре ятҡандары күҙгә ташланһа, киреһенсә, күңел әрней. Тәү ҡарашҡа халҡының көнитмеше, булмышы оҡшаш кеүек: таңдан тороп ихаталарында мәж киләләр ҙә кис ауышҡас ҡына өйҙәрендә ут алалар. Шулай ҙа тәбиғәтенә, сығышына ҡарап, бер ауыл кешеләрен башҡаларҙан айырған сифаттар етерлек икән. Әйтәйек, береһендә йор һүҙле, йыр-моңға оҫталар йәшәһә, икенсеһендә уҡырға, белемгә тартылғандар ғүмер итә, өсөнсөһөндә — йүнселдәр, оҫталар...Тирәклеләр  ныҡлы терәкле
Тирәклеләргә барыһы ла хас: танылған артистар ҙа етерлек бында, ҡәләм тибрәтеүселәр ҙә бар, уйын-көлкөнө үҙ итеүселәр ҙә. Иң мөһиме — бөгөнгө тормошҡа яраҡлашып, улай ғына ла түгел, баҙар дилбегәһен шаҡарып тотоусылар, башҡа яҡта тарала барған моңһоҙлоҡто, аһ-зарҙы ауыҙлыҡлаусылар бихисап. Был холоҡ-фиғел, егәрлелек халыҡҡа тәбиғәттән бирелгән. Нигеҙ ҡороусылар шул тиклем дә матур урынды тапҡан, иҫең китер: көнсығыштан икһеҙ-сикһеҙ урман башланып, Ҡатай, Бөрйән төбәгенә алып китә, көнбайыштан тигеҙ баҫыу-туғайҙар Ҡыҙҙар, Төлкөлө, Бүресапҡан, Маяҡ тауҙары итәгенә тиклем йәйелә, ике йәшеллекте көмөш билбау менән Баҫыу йылғаһы айырып тора. Ошо илаһи тәбиғәт әҙәм балаһына барыһын биргән: балыҡ-кейеген, еләк-емешен, һутлы үләнен, баллы йүкәлеген — шөғөлөңдө табып эшлә лә хеҙмәтеңдән ҡыуанып йәшә, балалар үҫтереп, шатлыҡтарын күр...
Алдан уҡ шуны әйтке килә: мәҡәләне уҡығас, ҡайһы берәү, бәй, был ауылда проблемалар юҡмы икән ни, тиер. Бар. Башҡа ерҙәгесә үк етерлек. Тик Тирәклелә уны тышҡа сығарып, хәл ителмәҫлек олоғара нәмә тип өйрәнмәгәндәр. Һәр кем үҙ эшен белә, ихатаһын ҡарай, дөйөм алғанда, был тотош ауыл көнкүрешендә, йәшәйешендә сағыла. Шуға ла аһ-зарҙарҙан арынып, былай ҙа ҡараңғы төҫтәргә мансыла барған тормошҡа ҡуйы буяуҙар яҡҡы килмәне. Исмаһам, һирәкләп булһа ла фанилыҡҡа дәртләнеп, алдағы көндәргә ышанып баҡҡандар тураһында яҙғы килде.

Тирәклеләр  ныҡлы терәклеЭх, ҡымыҙы ла ҡымыҙы...

Ауылға ингәс тә Шәрәфетдиновтар ҡапҡаһы ҡаршыһында туҡтайбыҙ. Килеүҙе көткәндәй, хужа кеше ихлас ҡаршыланы:
— Ҡана, юлдан сарсап килгәндәргә ҡымыҙ сығар әле, Гөлшат, — тине Айбулат, төпсөк улы Азаматтың башынан һыйпап. Һуңынан, ғорурланып, былай тип өҫтәне:
— Ярҙамсым үҫеп килә!
Айбулатҡа ҡарайһың да ҡиәфәте, буй-һыны, һөйләшеүенән боронғо ер хужаларын — аҫаба ата-бабаларҙы — хәтерләп ҡуяһың: тыныс, һәр һүҙе ышаныслы, ашыҡмай, ҡабаланмай-ҡарһаланмай ғына биләмәһе буйлап атлап бара...
— Бында бейә һауыу урыны, ана тегендә — һыйыр малы ҡураһы. Әле көтөүҙәләр, бейәләрҙе һауыу ваҡыты еткән, улары ҡайтты...
— Урынығыҙ киң. Үҙ хужалығығыҙ менән йәшәүҙе алдан күреп, ауыл ситенә өй һалдығыҙмы? — тип һорайым, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса.
— Башҡорттоң ере күп, ултырған урыны иркен булырға тейеш.
Бер нисә һүҙ — барыһы ла аңлашылды. Ғөмүмән, әле Тирәклелә өй төҙөү өсөн ер мәсьәләһе килеп тыуһа ла, шәхси хужалыҡтар иркен ултырған. Киләсәктә ауылды Баҡалды яғына киңәйтмәкселәр икән.
— Проект әҙерләнә, унда тигеҙлек етерлек, — ти Баҡалды ауыл хакимиәте башлығы Урал Шаһиев. — Беҙҙә халыҡ тырыш. Мал күп тоталар, иң күп техника беҙҙең ауыл Советында...
Баҡалды ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан һигеҙ ауылда барлығы 75 берәмек трактор иҫәпләнһә, шуларҙың 32-һе — Тирәклелә. Был инде 182 хужалыҡтан (өйҙәр һаны — 204) торған ауыл өсөн аҙ түгел. Бынан тыш, машина, башҡа техника етерлек. Халыҡтың төп шөғөлө — малсылыҡ. Бөтәһе 637 кешегә 422 һыйыр малы (157 һауын һыйыры), 658 һарыҡ, 30-ҙан ашыу ат, 377 баш умарта тоталар.
Шәрәфетдиновтың “Азамат” ЯСЙ-һында 55 баш һыйыр малы, 28 ат (7-һе һауын бейәһе) аҫрала. Әйткәндәй, Айбулат хужалығына кескәй улының исемен биргән. Дүрт ҡыҙҙан — Алина, Гөлназ, Айһылыу, Гүзәлдән — һуң тыуған малай әле үк ныҡлы ярҙамсы.
— Малай тыуғансы ҡыҙҙар тупылдаттым да тупылдаттым, — тип көлә Гөлшат. — Барыһы ла бәхетле, иҫән-һау булһын инде...
Алина менән Гөлназ тормошҡа сығып, үҙаллы донъя көтә. Кейәүҙәре Салауат, Илнур ҙа бик уңған. Бөрйән егете Салауат ҡайныһына, хужалыҡта аҫраған бейәләрҙе һауып, ҡымыҙ яһарға тәҡдим итә. Үҙе башлап йөрөй. Киләсәктә һауын бейәләре һанын тағы ла арттырмаҡсылар. Яйлап башҡорт тоҡомло аттарға күсмәкселәр, әле өс баш саф тоҡомло ҡолон һатып алғандар.

Етештерә генә түгел, һата ла беләләр

Беҙҙең халыҡ мал аҫрарға әүәҫ — ҡандан килгән. Ләкин үҫтергәнде һатыу, ҡайҙалыр илтеп, тейешле ергә тапшырыу һәр кемдең ҡулынан килмәй. Шуға ла электән сауҙагәрҙәр, баҙарҙа айырым кешеләр булған. Совет осоронда иһә дәүләт ҡарамағында әҙерләү конторалары эшләй ине, хәҙер быларҙың барыһы юғалды тиһәң дә була. Ауылдарҙа мал кәмеүенең төп сәбәптәренең береһе лә ошоғаса үҫтергәнде, етештергәнде тейешле хаҡҡа һатып булмауға, Тирәклеләр  ныҡлы терәклеалыпһатарҙарҙың алдап китеүенә ҡайтып ҡала. Тирәклелә иһә был мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителгән һымаҡ.
Электән ауылда халыҡтан һөт йыйған Айрат Йыһаншин үҙаллы эшләргә ҡарар итә. Ҡатыны Зинира менән ғаилә кәсебе асып ебәрә. Һөт ташыу өсөн махсус машина алып, бөгөн улар ауыл Советы биләмәһенә ингән биш ауылдан көнөнә ике тоннаға яҡын аҡ ризыҡты Ҡырмыҫҡалы районына — Прибельск һөт-консерва заводына — илтә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ барғанда Йыһаншиндар өйҙә юҡ ине. Шулай ҙа юл төшкәндә уларға мотлаҡ инеп сығып, тәжрибәләрен бар республика ауылдарына өлгө итеп күрһәтербеҙ, тим, сөнки үҙҙәренә генә түгел, бөтә ауыл халҡына мал тотоуҙың отошло булыуын иҫбатлап, ҡулаҡса менән иҫәпләшә бара алыуҙары хуплауға лайыҡ.
Ҡулынан килгәндәр һәр шәхси хужалыҡта мал тота. Был инде фермерлыҡҡа ла юл аса. “Һыйыры булмаған йортта фермер тыумай”, — тигәйне бер интервьюһында Башҡортостандың Фермерҙар союзы рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев. Дөрөҫ һүҙҙәр. Тирәкле һымаҡ уртаса ғына ауылға биш-алты фермер, тағы ла өҫтәп шунса уҡ шәхси эшҡыуар аҙ түгел. Мәҫәлән, Әнфирә менән Илгиз Ғәлиәкбәровтарҙың хужалығында 17 баш һыйыр малы аҫралһа, шуларҙың һигеҙе — һауын һыйыры!
— Ҡул менән һауабыҙ, — ти ҡыҙҙары Алина. — Өйрәнгәс, бер ни түгел. Көн һайын 80 литр тапшырабыҙ...
Әлеге көндә Ғәлиәкбәровтар “Ғаилә фермаһы” программаһына инергә йөрөй. 30 баш малға ҡаралған бина төҙөйҙәр.
— 2012 йылда, район программаһына ярашлы, 250 мең һум аҡса бүлгәйнек. Уның иҫәбенә төҙөлөш материалдары килтерҙеләр, — ти Архангел районының мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәшит Гәрәев.
Тирәкле ауыл Советына ингән бәләкәйерәк Роднинский ауылынан “Сәйғетдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығын да атап үтергә кәрәктер. Хатип ағай менән улы Хәниф 25-ләп ат тота, һыйыр малы ла етерлек, 300 гектарға яҡын ерҙәре бар. Яңынан-яңы өс трактор, тағылма инвентарь алғандар. Тирәклелә шуға иғтибар иттем, үҙ хужалығын асҡандарҙың барыһы ла тиерлек күп балалы. Хатип ағай Сәйғетдиновтың Хәниф улы — үҙенә ныҡлы ярҙамсы, Айнур мәктәптә уҡый, Салауат менән Илнур Себерҙә эшләй. Әйткәндәй, йылҡы итен, ҡаҙылығын һатыр өсөн шул тарафтарҙа йәшәгән яҡташтарға алып китә икән.
Һатып, һата белеүгә килгәндә, һүҙ ыңғайы Тирәклелә бөгөн дүрт магазин эшләүен әйтергә кәрәк. Райпоныҡынан тыш, Әнисә Мәһәҙиева, Ғайсар Ҡәнзәфәров, Азамат Сәйғетдиновтар был йәһәттән ауылдаштарын аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә.

Тирәклеләр  ныҡлы терәклеБалың булһа, етеш йәшәйһең

Ике ҡатлы йорт әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Тау ҡуйынына һыйынған да баҡса-ҡаралтыһын тигеҙлеккә йәйгән. Унда иһә 40-лаған баш умарта өҫтөндә һаҡсы ҡорттар безелдәй, көндәр көҙгә ауышыуына ҡарамаҫтан, төрлө сәскәләр таждарын орлоҡҡа тулыштырыр өсөн ҡояш нурҙарына киргән...
— Өйҙө өйәһең дә өйәһең. Шуға ла “өй” тигәндәр бит, — тип йылмая Фәниәз, йорт мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып.
— Бик матур ҙа өйгәнһең, ғаиләңә ҡарап, самаһы шулайыраҡтыр, — тип шаяртам.
— Аллаға шөкөр, барыһы ла бар, шатланып йәшәйһе лә йәшәйһе...
Фәниәздең “барыһы ла бар” тигән һүҙҙәрендә бик ҙур мәғәнә ята: уйыңды аңлаған ҡатының, Нияз, Алмаз, Гүзәлиә, Гөлнәзирә, Ильяс исемле балаларың, төп нигеҙең, мал-тыуарың, эшең, шөғөлөң...
Иренең һүҙҙәрен йөпләп, фельдшер булып эшләгән, әлеге көндә 11 айлыҡ кескәй Ильясты үҫтереүсе Нурзилә ҡушыла:
— Шөкөр итә белһәң, барыһы ла етә...
Фәниәз газ ҡаҙанлығында оператор булып эшләй. Билдәле, эш хаҡына ғына әллә ни ҡырып булмай, бигерәк тә ике ҡатлы йорт һалып. Тырыш Хәйретдиновтар төрлө юлын эҙләй: кредит ала, ссуда юллай, мал аҫрай, умарта тота. Һуңғыһын айырыуса билдәләргә кәрәк.
Бына бит, тырышҡандар юлын, әмәлен таба. Хәләл көсөңә лә ниҙер төҙөп, етеш йәшәп була. Әйткәндәй, беҙ килер алдынан ғына Ильяс тәпәй киткәйне.
— “Башҡортостан” тәпәй алып килде, һеҙ тәүге ҡунаҡ, — тип ҡалды хушлашҡанда Хәйретдиновтар.
— “Башҡортостан” тәпәй алып килгәс, баҫмабыҙ кеүек ныҡлы, оҙон ғүмерле булһын сабый! — тигән теләк теләнек.
Умартасылыҡҡа килгәндә, Тирәклелә яҙын 377 баш бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнгән. Йәй осоронда улар тағы ла ишәйгән. Лилиә Әсәҙуллина, Камил Баһауетдинов, Урал Шаһиевтарҙың умарталары 30-ҙан ашыу булһа, уларҙан аҙ ғына ҡалышыусылар ҙа етерлек. Нисек кенә булмаһын, халҡыбыҙҙың төп шөғөлө бында йәшәп кенә ҡалмай, күптән табыш алыу сығанағына әйләнгән.

Тирәклеләр  ныҡлы терәклеУрман шаулап үҫә…

Ағас эше киң таралған был яҡтарҙа. Уның менән ныҡлап шөғөлләнеү нәҡ ошонан башланып, тау-урманлы төбәктәргә алып китә. Ләкин уның яҡынлығы ғына халыҡтың төп эше ошо икәнен аңлатмай, ағас эшкәртелеп, һатып алыусыға еткәндә генә кәсепкә, табыш килтергән шөғөлгә әйләнә.
Һуңғы йылдарҙа арба-сана яһау, дуға бөгөү кәрәклеген заман техникаһы көнкүрештән ҡыҫырыҡлап сығара бара. Әммә төҙөлөш материалдарына, бигерәк тә ағасҡа, ихтыяж ҙур. Тимәк, пилорама, башҡа төр станок, ҡоролмалар кәрәк.
– Армияға тиклем дә, ҡайтҡас та совхозда тракторсы булып эшләнем. Тик, хужалыҡ аҡса түләй алмай башлағас, Себергә сығып киттем, – ти бөгөнгө көндә шәхси эшҡыуар Мөхәмәт Әбҡадиров. – Сит-ят ерҙә күпме йөрөп була, ҡайтып үҙ эшемде астым. Теләгән кеше ошо уҡ аҡсаны ауылында ла таба ала.
Тәүҙә Мөхәмәт керамзит блоктар яһай. Күпмелер табыш алғас, пилорама һатып ала. Уҫаҡ-ҡайын һымаҡ яҡын-тирәлә үҫкән ағасты диләнкә алып киҫтерә, ә бына ылыҫлыларын Белорет яҡтарынан килтертә.
– Күбеһенсә заказ буйынса эшләйем. Таҡта, бурса ярҙырам, уны шунда уҡ алып китеп торалар.
Бөгөн эшҡыуарҙың ике йөк машинаһы, тракторы бар. Улы Азат водитель булһа, Ирек Нәжметдинов – тракторсы. Фәнил Әбдрәхимов төрлө эштә булыша. Ғөмүмән, ныҡлы коллектив тупланған.
Мөхәмәттең тырышлығы бушҡа китмәй. Ғаиләһен етеш йәшәтерлек һөнәрҙе үҙләштереп, яйлап үҙ эшен йәйелдерә бара, хужалығын киңәйтә. Мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән ҡатыны Эльвира һөйгәненә өс ҡыҙ менән бер малай табып бирә, икәүләшеп матур итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ихаталары тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт…
– Эш барһа, йәшәүе лә күңелле, – ти хужа.
Тырышҡандарға уныһы ғына ҡарышмай, тип өҫтәйек үҙебеҙҙән.

Йомғаҡлау һүҙе урынына

Тирәкле халҡы тураһында күп яҙылыр әле. Тырыш, донъя көтөргә сәмдәре урғылып торғандар йәшәй бында. Иң мөһиме – ауылдың киләсәге бар. Сәскәгә күмелеп ултырған ике ҡатлы мәктәптән балалар өҙөлмәҫ тигән ышаныс та күңелде йыуата. Һөйләнелгән һәм киләсәктә яҙыласаҡ ғаиләләрҙең байтағы күп балалы. Ә бына Гөлсинә менән Миңнулла Ғәниевтәр дүрт балаһын үҫтереп, үҙаллы тормош юлына баҫтырғас, тағы ошо уҡ саҡлы сабыйҙы тәрбиәгә алған. Йорттарын ике ҡатлы итеп төҙөгәндәр, бынан тиҫтә йыл элек үк үҙ эштәрен асҡандар. Ауылда ҡалыусы йәштәр ҙә бар, улар араһында ла халҡыбыҙҙың төп кәсептәрен йәшәтеүселәр, йолаларға, ғөрөф-ғәҙәткә һаҡсыл ҡарағандар етерлек.
Әлбиттә, һәр ҡайҙағыса, проблемалар ҙа юҡ түгел. Ләкин улар яйлап хәл ителер, берҙәм, тырыш халыҡҡа район хакимиәте тарафынан да ярҙам булыр. Эшләгәндәрҙе беҙҙә күрә беләләр бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 430

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518