Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшы булһа хужа, һис тә булмаҫ нужа
Яҡшы булһа хужа, һис тә булмаҫ нужаХакимиәт башлығы вазифаһын иңенә йөкмәүенә ике йылдан ашыу ваҡыт ҡына үтеүгә ҡарамаҫтан, Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов сибайҙар өсөн күпте эшләне. Хәйер, быға тупланған эш тәжрибәһе лә ярҙам иткәндер. Был йәһәттән уға һынау тотаһы түгел: Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡып йөрөгән сағында уҡ, әрме сафтарында ла сынығыу ала. Хеҙмәт юлын Баймаҡта башлай, артабан Беренсе Этҡол мәктәбендә — директор, мәғариф идаралығы начальнигы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, Баймаҡ ҡалаһы биләмәһе башлығы...
Ҡала хакимиәтенең эш ваҡыты, ғәҙәттә, иртәнге сәғәт алтынан башлана. Самалап, иртәрәк сығыуыма ҡарамаҫтан, Хәлит Хәмзә улы кабинетында ҡағыҙҙарға күмелеп ултыра ине инде.
— Һәр ваҡыт иртүк килеп документтарҙы яйлап ҡарайым, уларҙы өйрәнәм, хәл итеү юлдарын эҙләйем, — тине ул, минең “ни өсөн эшкә улай бик иртә йөрөйһөгөҙ?” тип һорарға йыйынғанымды алдан һиҙгәндәй.
Етәксенең иртәсел булыуына барыһы ла күнегеп бөткән, ахыры. Тап ошо ваҡытта ғына өҙлөкһөҙ телефондан шылтыратыуҙар ошоға ишара ине. Хәлит Сөләймәнов һәр кемгә яуап биреп, бәғзе берәүҙәрҙең йомошон хәл итеп тә өлгөрҙө.

Аҡса иҫәп ярата

Эш кешеһенең ваҡыты тиҙ ырай тигәндәй, күп тә үтмәй кабинетҡа финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Виктория Трофимова килеп инде. Аҙаҡ аңлатыуҙарынса, тап 7 сәғәт 45 минут Виктория Николаевнаның башлыҡҡа инеү өсөн тәғәйен ваҡыты икән. Бер минут һуң да түгел, бер минут алда ла... Хакимиәт башлығына аҡсаның нисек килеүе, ҡайҙа китеүе тураһында биргән отчеты мине лә бер аҙ ҡыҙыҡһындыра биреп ҡуйҙы. Һумдар ғына түгел, миллиондар тураһында барған һөйләшеүҙәр артында мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә айлыҡ эш хаҡын түләү, юл төҙөкләндереү буйынса бүленгән аҡсаның күпмеһе тотонолоуы, ҡайһы бер килешеүҙәрҙең дөрөҫ төҙөлмәүе сәбәпле, өҙөклөктәр килеп сығыуы, республика ҡаҙнаһынан күпме аҡса күсерелеүе, уларҙы ниндәй маҡсатта тотонасаҡтары хаҡында бәйән итте Виктория Трофимова.

“Дүртенсе власть” вәкилдәре менән осрашыу

Сибайҙар матбуғат баҫмаларына күпләп яҙыла. Урында “Сибайский рабочий”, “Атайсал” гәзиттәре бар. Шулай уҡ ҡала телевидениеһы уңышлы эшләп килә. Реклама гәзиттәрен, шәхси нәшриәттәрҙе лә иҫәпкә алғанда, ҡалала рухи аҙыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Хәлит Хәмзә улы һүҙҙең көсөн дөйөм эштәге әһәмиәтен яҡшы аңлай. Шуға күрә улар менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Хәлит Сөләймәнов хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Рәсүл Байгилдин менән берлектә үткәргән мөхәррирҙәр кәңәшмәһендә ҡала тормошонда киләһе аҙнала буласаҡ ваҡиғаларға ҡыҫҡаса байҡау яһай, үҙ фекерҙәрен белдерә. Был юлы ла тап шулай булды. Шул уҡ ваҡытта Рәсүл Ғилметдин улы, гәзиттәргә ҡыҫҡаса күҙәтеү яһап, мәғлүмәт саралары вәкилдәрен яңы пландар менән таныштырҙы. Бөгөнгө көндә ҡала хакимиәте инициативаһы менән Сибайҙың юбилейына энциклопедия сығарыу буйынса ҙур эш алып барыла. “Дүртенсе власть” вәкилдәре менән фекер алышыуҙа был тема ла ситтә тороп ҡалманы. Хакимиәт башлығы белдереүенсә, ҡала өсөн иҫтәлекле булған һәр ваҡиға, уның тормошона үҙ өлөшөн индергән бер кем дә ситтә тороп ҡалмаҫҡа тейеш. Энциклопедияны тулыландырыуҙа һәр кемдән ярҙам талап ителә.
Хәлит Хәмзә улы менән киләһе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу, тиҙҙән үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк матбуғат ветераны, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Шәйхелислам Айсыуаҡовты тәбрикләү буйынса саралар хаҡында һөйләшеп тә өлгөрмәнек, телефондың теге яҡ осонда сәркәтип ҡыҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең килеүе хаҡында белдерҙе.

сибайҙарҙың мәҙәни мәккәһе

Күп тә үтмәй бүлмәгә ҡала филармонияһы директоры Вәкил Йосопов менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры директоры Дамир Ғәлимов килеп керҙе. Һүҙ, әлбиттә, ҡаланың мәҙәни мөхите хаҡында барҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә барған ҡулайлаштырыу шауҡымы мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылмай үтмәне. Бөгөн республикалағы берҙән-бер “Сулпан” балалар театры ҡала филармонияһына ҡушыла. Бер яҡтан уйлағанда, быныһы һәйбәт кеүек. Иң мөһиме – балалар театры һаҡлап ҡалынды, унда эшләгән артистар һаны ҡыҫҡартылманы. "Исеме есемендә түгел, ә эшендә" тигән мәҡәлдән сығып эш иткәндә, артабан да “сулпан”дар кескәй тамашасыларҙы яңынан-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырып торһа, ул үҙенең элекке йөҙөн һаҡлап ҡала аласаҡ. Ҡасандыр ошо театрҙың художество етәксеһе булып эшләгән Вәкил Барый улын өҫтәмә мәшәҡәттәрҙең артыуы ҡурҡытмай, ә, киреһенсә, яңы миҙгелде яңыса асырға тигән ниәттәр менән янып йөрөй. Әммә уны борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Мәҙәниәт министрлығы тарафынан йыл һайын концерттар ҡуйыу һанының арттырылыуы хафаға һала. Етмәһә, эш хаҡы ла ошоға бәйле. Ул сағында планды үтәү хаҡына артистарға гастролдәрҙән ҡайтып инмәү талап ителә.
Оҙаҡ йылдар театрҙа эшләгән, тәжрибәле етәксе Дамир Ғәлимовты ла ҡайһы бер мәсьәләләр борсой. Эш хаҡы бик түбән булыуға ҡарамаҫтан, “юғары”ларҙың финанс мәсьәләләрен үҙҙәренә йырып сығырға талап итеүе бөтөнләй бәкәлгә һуғасағына аптырай Дамир Мәзит улы. Һүҙ юҡ, тамашасы Сибай театрына эркелеп йөрөй. Уның халыҡсан булыуы, артистарҙың тормошсан уйнауы, көнүҙәк проблемаларҙы сағылдырған драмаларҙың ҡуйылыуы ла быға булышлыҡ итмәй ҡалмайҙыр. Әммә гел генә ҡоро энтузиазм йонсота башлай, бәғзе ваҡытта тейешле баһалау ҙа талап итә. Шулай уҡ театрҙың яңы миҙгелен асыу, репертуарҙың йөкмәткеһе, артистарҙың ижады һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ла һөйләшеүҙәр булды.
Әлбиттә, дүшәмбе күптәр өсөн ауыр көн. Был юлы ла шулай тойолдо. Хатта иркенләп тын алырға ваҡыт юҡ. Бер кәңәшмә бөтөүгә икенсеһе башлана, өсөнсөһө — сиратта... Әллә күпме телефон шылтыратыуҙары, уларға яуаптар... Әммә минең төп маҡсатым — бар кәңәшмәләрҙе лә бәйән итеү түгел, ә улар аша хакимиәт башлығының бер көнөн күрһәтеү, дөрөҫөрәге, ошо күҙәтеү аша ҡала тормошона яҡындан күҙ һалыу, уның тын алышы менән танышыу, власть һәм йәмғиәт араһындағы бәйләнеште яҡтыртыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа беҙ түрәләрҙе яманларға күнегеп алдыҡ. Юлдар булмаһа ла, урамдар ҡараңғылыҡҡа күмелһә лә, кескәйҙәргә баҡсала урын етмәһә лә, мәктәптәрҙә уҡытыусылар һаны ҡыҫҡартылһа ла, хәлде тәрәндән белмәй тороп, урындағы етәкселәрҙе ғәйепләргә ашығабыҙ. Уйлап ҡараһаң, сәбәп унда ғына микән?!
Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәновтың бер эш көнөн ситтән күҙәтеп ултырыусы кеше булараҡ, шуны алдан әйтә алам: “Ай-һай, еңел түгел хужа булыуҙары!”

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Иртәнге сәғәт 10. Урынбаҫарҙар, ойошма һәм учреждение етәкселәре ҡатнашлығындағы кәңәшмә башҡаларына ҡарағанда ҡыҙыу барҙы. Төҙөкләндереү буйынса ҡалала ҙур эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, Көнсығыш биҫтәһенең Бүләков урамындағы күп ҡатлы йорттар араһына асфальт түшәлгән. Был эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн 3 миллион һум тирәһе аҡса тотонолған. Шулай уҡ Интернациональ тыҡрығындағы йорттар биләмәһен төҙөкләндереү 723 мең 727 һум сығым талап иткән. Ремонт эштәрен “Сибайдорстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Таусылар проспектын, Ленин урамын рәтләүгә республика ҡаҙнаһынан 12 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әммә ямғырҙарҙың туҡтамай яуыуы ғына төҙөкләндереү эшенең йылдам барыуын бер аҙ тотҡарлаған. Көндәр арыуланыу менән эшселәр урамдарҙы төҙөкләндереүгә етди тотонмаҡсы.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләр — етәкселектең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Әле ҡалала йылылыҡ биреү миҙгеленә әҙерлек эштәре бара. Ҡайһы бер йорттарҙа капиталь ремонт башланған да инде: һыу һәм йылытыу торбалары алмаштырыла, канализация тикшерелә, ҡаҙанлыҡтар ҡайтанан ҡарала. Аҙна аҙағына барлыҡ күп ҡатлы йорттарға эҫе һыу бирелә башлаясаҡ, тип белдерҙе ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Сергей Вейденбах.
Иҡтисад буйынса урынбаҫар Наил Хәлиуллин үҙ сығышында ҡалалағы “Магнит” магазиндарының эшмәкәрлегенә туҡталды. Көн һайын тиерлек ауыр йөк тейәгән ҡеүәтле машиналар һатыу урындарына әйбер ташый. "Фура" халыҡ йөрөгән юлды ҡаплап, көндәр буйы торорға мәжбүр. Уларҙың ауыр йөгөнән Яҡшы булһа хужа, һис тә булмаҫ нужахатта асфальт аҡтарыла, соҡор-саҡырҙар хасил була. Ошо хаҡта магазин хужаларына еткерелһә лә, хәл шул көйөнсә асыҡ ҡала килә. Етмәһә, магазин яндарын төҙөкләндереүгә иғтибар бирмәйҙәр. Күпселек магазин алдары ташландыҡ хәлдә, сауҙа вәкилдәре ҡалала үткән дөйөм өмәләрҙә ҡатнашмай. Шуға күрә Хәлит Хәмзә улы мәсьәләне контролдә ҡаты тоторға ҡушты. “Ни өсөн ҡала етәкселеге улар боҙған юлдарҙы төҙөкләндерергә бурыслы? Ә улар был эштән ситтә ҡалырға, бер тин дә түләмәҫкә тейеш?” — тигән һүҙе күптәрҙе уйланырға мәжбүр иткәндер.
Күптән түгел Таусылар проспектындағы 12-се йорт ихатаһына асфальт түшәлгән, әммә магазин хужалары менән уртаҡ фекергә киленмәй икән — был асфальттың да күпкә бармауы көн кеүек асыҡ. Сетерекле мәсьәләне ыңғай хәл итеү маҡсатында Наил Хәлиуллин ситтә уртаҡ келәт төҙөргә һәм тауарҙы ҡалаға “Газель” кеүек еңел йөк машиналары менән ташырға тәҡдим итте.
Шулай уҡ хакимиәт башлығының күҙ уңынан тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ 220 урынға иҫәпләнгән “Әкиәт” балалар баҡсаһы ла төшөп ҡалманы. Эштәрҙең нисек барыуы хаҡында мәғариф бүлеге начальнигы Ғаяз Хәсәнов таныштырҙы.
— Әле кескәйҙәрҙе туплау бара, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә, — тине Ғаяз Әхмәҙулла улы.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы 220 урынға иҫәпләнһә лә, бында 260 сабыйҙы ҡабул итеү мөмкинлеге табылған. Әммә ҡалала тыуым арта, шуға ла сират кәмемәй. Көнсығыш биҫтәлә — 180, Алтын ҡасабаһында 80 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөләсәк.
— Элекке баҡса биналарын ҡайтарып, уларҙы реконструкциялау өсөн юлдар табырға кәрәк, — тине хакимиәт башлығы. — Яҡын киләсәктә ошо мәсьәлә республика кимәлендә хәл ителер тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигәндәй, һәр ойошма һәм учреждение етәксеһе үткән аҙнаға йомғаҡ яһаны, пландары менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарған Ратмир Ғөбәйҙуллин белдереүенсә, диспансерлаштырыу буйынса эштәр яҡшы бара. Иҫәп буйынса Сибайҙа 8 294 кеше медицина тикшереүе үтергә тейеш. Әлегә тиклем 1 158 кеше үҙ һаулығын тикшерткән һәм шуларҙың 381-е һаулыҡ кимәле буйынса – беренсе, 91-е икенсе төркөмгә теркәлгән. Ә өсөнсө төркөмгә индерелгән 686 кешенең амбулатор һәм стационар дауалауға мохтаж булыуы асыҡланған.

“Барыһын да кадрҙар хәл итә”

тигән совет осорондағы лозунг бөгөн дә үҙенең көнүҙәклеген юғалтмай. Яҡшы белгесте табыу, уны тәрбиәләү һәм артабан үҫтереү буйынса ҡала хакимиәтендә маҡсатлы эш алып барыла. Муниципаль учреждениеларҙа кадрҙар резервын тулыландырыу һәм иң яҡшыларын һайлап алыу буйынса ойошторолған конкурста ҡатнашырға 17 кеше ғариза тапшырған. Был көндә үткән конкурста шуларҙың 15-е килгәйне. Хәлит Сөләймәнов етәкселегендәге комиссия ағзалары уларҙың һәр береһен шәхси саҡырып, төрлө һорауҙар биреп, етәксе урындарына дәғүә итеүселәр менән яҡындан аралашты.

Төп иғтибар – халыҡҡа

Дүшәмбе көнө эш графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Хәлит Хәмзә улы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы Азамат Юлдашбаев менән берлектә ветерандарға, инвалидтарға торлаҡ сертификаттары тапшырыуҙа ҡатнашты.
95 йәшен тултырған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Медведев — беренселәрҙән булып фашист ғәскәрҙәренең Советтар Союзына баҫып инеүен үҙ күҙе менән күргән кеше. Финляндияға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан йәш егет ҡаты яралана. Йәрәхәттәр әле булһа уның йәнен һәм тәнен һыҙлата. Шулай булһа ла Николай Александрович тулы ҡанлы тормош менән йәшәй: 42 йылдан ашыу ағас эшкәртеү тармағында эшләгән, Йылайыр районының Кананикольск ауылында йәшәп, әле Сибайҙа балалары ҡарамағында.
Ҡала башлығы һуғыш ветеранына торлаҡ сертификаты тапшырып, артабан да хәрбирҙәрсә ныҡлыҡ, сәләмәтлек теләне. Уның яҡшы һүҙҙәренә балаларса ҡыуанған Николай Медведев: “Тыуған илгә хеҙмәт итәм!” — тип яуап ҡайтарҙы.

Вәғәҙә биреү генә егетлек түгел

Хакимиәт башлығының граждандарҙы ҡабул итеү көнө — шишәмбе. Ә иртәгә — Өфөгә командировка. Шуға күрә Хәлит Хәмзә улы халыҡты был юлы дүшәмбе көнө ҡабул итте.
— Шәхси һорау-үтенестәр менән килеүселәрҙе “ярар, ҡарарбыҙ, ярҙам итергә тырышырбыҙ” тип тынысландырып сығарырға тейеш түгелбеҙ. Хатта хаҡыбыҙ ҙа юҡ, сөнки вазифабыҙ халыҡ менән эшләү бит. Хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәлә юҡ, тик уны тиҙ генә тормошҡа ашырыу мөмкин булмаған осраҡтар ғына бар. Ахыр сиктә, тормошҡа ашмаҫлыҡ мәсьәләнең дә бер сиселеше табыла. Шуға күрә граждандарҙы ҡабул иткән көндә минең бөтә урынбаҫарҙарым да үҙ урынында була, бәғзе проблемаларҙы тап уларҙың ярҙамы менән хәл итәбеҙ, — тип ҡыҫҡаса ғына таныштырҙы Хәлит Хәмзә улы.
Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһен донъяуи мәсьәләләр борсой. Кемдер ауылдан күсеп килгән, уға эш урыны кәрәк, балаларын урынлаштырыуҙа ярҙам һорай. Икенселәре үҙ эшен асыуҙа дәүләт ярҙамын нисек юллау юлдарын белмәй, өсөнсөләрен етәксеһе торлаҡ буйынса исемлеккә керетеүҙән баш тартҡан...
Хәлит Сөләймәнов барыһын да яҡшылап тыңлап, уларҙың үтенестәрен тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Әлбиттә, өмөтләндереү генә егетлек түгел, ә уның үтәлешен күҙәтеү мөһим, тип йылмая ҡала башлығы.
Был йәһәттән етәксегә борсолорға һис тә урын юҡ, сөнки бында граждандарҙың үтенестәре һәм мөрәжәғәттәре буйынса эшләү тәртипкә һалынған. Бер генә һорау ҙа ситтә тороп ҡалмай: һәр кемгә карточка тултырыла, үтенестең үтәлеше контролгә ҡуйыла, аҙаҡ мөрәжәғәт итеүсегә яҙма яуап ебәрелә.

Төҙөлөш бар ерҙә үҫеш бар

Эш сәғәте тамамланыуға һанаулы минуттар ҡалыуға ҡарамаҫтан, Хәлит Хәмзә улы ҡаланың баш архитекторы Мөнир Рәхимов, милек менән идара итеү комитеты рәйесе Альбина Кәримова менән тиҙҙән аукционға ҡуйыласаҡ ерҙәрҙе ҡарау, шәхси эшҡыуарҙарға тәғәйенләнгән төҙөлөш урындарын асыҡлау маҡсатында урамға сыҡты.
Сибай төҙөклөгө, урамдарының киңлеге, йәшеллеге, үҙенсәлекле матур йорттары менән башҡаларҙан айырылып тора. Был хаҡта ҡунаҡтарҙан йыш ишетергә тура килә. Һүҙ юҡ, ҡала йылдан-йыл үҫә, яңы ҡасабаларҙа шәхси йорттар төҙөлә, социаль объекттар ҡалҡа. Әммә шул уҡ ваҡытта төптән уйламай эшләгән ҡарар нигеҙендә ҡайһы бер урындарҙа “йәмһеҙ” төҙөлөштәр хасил була. Улар ҡаланы биҙәр, йәм бирер урынына, киреһенсә, боҙоп ултыра. Тап ошо кәмселектәр килеп тыумаҫ өсөн, баш архитектор менән берлектә төҙөлөш буласаҡ һәр урын ҡала башлығы күҙенән етди тикшереү үтә, аҙаҡ бергәләп кәңәшләшеп, дөйөм фекергә киленә. Был юлы улар күберәк шәхси эшҡыуарҙарҙың сауҙа нөктәләре һәм автомашиналар ремонтлау оҫтаханалары төҙөү өсөн һораған ер урындарын ентекләп ҡараны. Көньяҡ, Таулы ҡасабаларында, Көнсығыш биҫтәһендә барлыҡҡа киләсәк төҙөлөш өсөн ер участкалары тикшерелде, ярарлыҡ тип табылғандарына рөхсәт бирергә ҡушылды.
Һәр сетерекле мәсьәләлә үҙ ҡарашы булған, һәр эштең яйын һәм рәтен тапҡан Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновтың ҡала өсөн, бигерәк тә унда йәшәүселәргә тик яҡшы шарттар һәм уңайлыҡтар тыуҙырыуға бар күңеле, хатта йөрәге менән яныуын уның янында бер көн булғанда ғына ла тәрән аңларға була. Ситтән ҡарағанда ғына етәксе вазифаһы үҙенә ылыҡтырғыс кеүек күренә, әммә уның эсендә ҡайнаусылар өсөн һис тә улай түгел. Һин үҙең өсөн генә яуап бирмәйһең, ә халыҡ өсөн дә яуаплылыҡ тотаһың. Хатта киләсәк быуын өсөн дә. Шуға күрә бер генә яңылыш яһаған аҙымың да, яңылыш әйткән һүҙең дә ғүмерлеккә ғәфү итмәҫлек хатаға килтереүе бар. Тап ошо уйҙар менән ҡайтыу яғына юл алдым. Бер көн эсендә генә нисек арыуымды күҙ алдына килтергәндә, хакимиәт башлыҡтарының көндәр буйына шундай тығыҙ графикта эшләүенә иҫең китерлек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518