Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ватандаштарыбыҙҙың бәләһенән ситтә ҡалмайыҡ!
Халҡыбыҙ күршеһенә, танышына ғына түгел, ете ятҡа ла бәлә килгәндә вайымһыҙ ҡала торғандарҙан түгел. Быға һуңғы осорҙа ғына ла күп тапҡыр инандыҡ. Бергәләп күтәргәндә ҡайғы-юғалтыуҙар ҙа еңеләйә. Әле республикабыҙҙың Әбйәлил, Белорет райондары халҡы ташҡындан ҙур зыян күрҙе. Ҡойма ямғыр үтте лә китте, ә уның эҙемтәһе булып емереклек, юҡлыҡ, ҙур мәшәҡәттәр ҡалды.

Эйе, бөгөн был төбәктәрҙә хәл шәптән түгел. Хәйерһеҙ ташҡындың мул уңышты йыйыу ваҡытына тура килеүе хәлде бермә-бер киҫкенләштерҙе. Халыҡтың яҙ, йәй буйы үҫтергән йәшелсәһен, емеш-еләген, бәрәңгеһен һыу йыуып алып китте. Ә ҡышын мал-тыуарҙы аҫрар өсөн әҙерләнгән бесән кәбәндәре, һалам эҫкерттәре һуң? Баҫыуҙарҙа бына-бына уңыш бирер иген дә һыу аҫтында серене. Ауыл халҡы, тотош район өсөн бына ошо ул ҙур ҡаза.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы был күңелһеҙ хәлгә битараф ҡала алманы. Республикабыҙҙың төп баҫмаларының береһе бәләгә тарыған райондарға мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙе үҙенең мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләй. Беҙ тәү сиратта республиканың ташҡындан һәм ҡоролоҡтан зыян күрмәгән райондарына, ундағы хужалыҡ етәкселәренә һәм ҡулынан килгән һәр кемгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Милләттәштәребеҙгә иген, картуф, йәшелсә, бесән, һалам бик кәрәк. Бөгөн барыбыҙҙан да ярҙамсыллыҡ, миһырбанлылыҡ һәм кеше ҡайғыһын аңлай белеү талап ителә.
Ярҙамды аҡсалата күрһәтергә лә мөмкин. Әйткәндәй, был йәһәттән редакция хеҙмәткәрҙәре лә тырышты. Һәр кем үҙенең бер көнлөк эш хаҡын бәлә күргән райондарға ярҙам иҫәбенә күсерҙе лә инде. Бер кеше өсөн был бик ҙур аҡса тойолмаһа ла, күмәклегебеҙҙе иҫәпкә алғанда, шаҡтай ғына йыйыла. Ошо йәһәттән беҙ республиканың төрлө ойошмалары етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ: әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә, беҙҙән үрнәк алып, мөмкинлегегеҙгә ҡарап, матди ярҙам күрһәтегеҙ!
Аҡсаны түбәндәге реквизиттар буйынса махсус иҫәпкә күсерергә мөмкин:
Реквизиты банка:
БФ МР Абзелиловский район РБ
ИНН 0201995162 КПП 020101001
Банк получателя: ОАО “Социнвестбанк”, г. Уфа
р/сч: 40703810001150000054
БИК: 048073739
к/сч: 301018109000000000739.
Әбйәлил районының ҡайһы бер ауылдарына әйберләтә лә ярҙам талап ителә. Шуға күрә “Башҡортостан” гәзите йәнә акция иғлан итә: 20 авгусҡа тиклем гуманитар ярҙам йыйыу ойошторола. Зыян күреүселәргә һәйбәт тороштағы кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, көнкүреш техникаһы, һауыт-һаба, уйынсыҡтар, китаптар — бөтәһе лә бик кәрәк. Әйберҙәрҙең иҫке булмаҫҡа тейешлеген аңлайһығыҙҙыр. Уларҙы беҙҙең редакцияға килтерә алаһығыҙ.
мөхәрририәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509