Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡулынан йылы тулҡын килә
Ҡулынан йылы тулҡын киләБашҡорт ере элек-электән күрәҙәлек итеү, дауалау һәләтенә эйә имселәре, әүлиәләре менән дан тота. Үҙенсәлекле һәләт эйәләренең береһе — Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында йәшәүсе өләсәйем Мәүлиҙә Мәҡсүтова.

Күңел күҙе менән кешеләрҙең тормош юлын көҙгөләгеләй күргән, сирен тойған һәм ҡулынан килгән йылы тулҡындар ярҙамында дауалай алған өләсәйемдең яҙмышы юғалтыуҙар, үкенестәр, ҡайғы-хәсрәт сылбырынан үрелгән. Бөгөн ул һәр көнөн мохтаждарға ярҙам итеүгә бағышлай: өмөтө һүрелгәнгә ышаныс өҫтәй, кәңәштәр бирә, сирлеләрҙе дауалай, бағымсылай, юғалған әйберҙәрҙе табыша.
— Бала саҡта табип булырға хыялланғайным, әммә күмәк ғаиләнән беребеҙгә лә юғары уҡыу йортонда белем алыу бәхете теймәне. Алты йәшемдә атайым үлеп киткәс, донъя көтөүе ауыр булды, — тип үткәндәрен иҫкә төшөрә ҡәҙерлебеҙ. — Беҙ, өлкәндәр, әсәйгә өй эштәрендә, бәләкәйерәк туғандарыбыҙҙы ҡарауҙа төп терәк-таяныс булдыҡ. Күптәребеҙ, мәктәпте ташлап, эшкә урынлашты. Етебеҙ араһынан бер үҙем унынсыны тамамланым. Салауаттағы медицина училищеһына йүнәлтмә лә алғайным, тик паспорт юлларлыҡ аҡсам булмағас, уҡыуҙы кисектереп, һыйыр һауырға тотондом. Күңел төпкөлөнә инеп оялаған табип булыу хыялы барыбер йөрәгемде өтөп-өтөп ала торғайны. Хоҙай биргән булмышым үҙен шулай һиҙҙерткәндер, күрәһең.
Өләсәйемдең тормошона йәм өҫтәп, бер-бер артлы ғәзиз сабыйҙары донъяға килә. Бишенсеһен көткәндә олатайым вафат була. Өләсәй һәр балаһына матур тәрбиә, белем бирә, киләсәктәренә бәхет юрай. Балаларым ҡытлыҡ күрмәһен, үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаһын, етеш йәшәһен тип тырыша ул. Ҡыҙҙарын кейәүгә биреп, гөрләтеп туйҙар үткәрә. Дүртенсе балаһы Илсурҙы армияға оҙата.
Һәр береһенең тормошона ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп, шатлыҡ нурына ҡойоноп ҡына йәшәһә ине лә бит… Хоҙай уға тағы ла аяуһыҙ һынау ебәрә — Чечняла хеҙмәт иткән улының үлем хәбәрен ала. Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлаған ғәзиз балаһы цинк табутта ҡайта. Бер ҡайғы алдында ла бөгөлөп төшмәгән өләсәйем төн эсендә ҡартая, хәлһеҙләнә. Мәрт хәлендә ике ай самаһы дауаханала ятҡандан һуң көс-хәл менән аңына килә. Кешеләрҙең үткәне, киләсәге көтмәгәндә күҙ алдына баҫа. Сихри йылылыҡҡа, мөғжизәле нурға тулған һул ҡулында дауалау көсө барлыҡҡа килә.
Өләсәйемдең шәл бәйләү оҫталығына ла һоҡланмаған кеше юҡ. Әйткәндәй, ул «Башҡорт шәле» бәйгеһендә гран-при яуланы. Үҙенә генә хас зауыҡ, оҫталыҡ менән башҡарылған ҡул эштәренән дә сихри йылылыҡ бөркөлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519