Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еҙем буйында бар бер ауыл
Еҙем буйында бар бер ауылКескәй генә Ташаҫтынан кем генә сыҡмаған!

Ғафури районында, Урал тауҙары итәгендәге етеҙ һәм таҙа һыулы Еҙем йылғаһының уң яҡ ярында, ғорур Уҡлыҡаяға һыйынып ултырған Ташаҫты ауылы бар.

ХVII быуат аҙағында күрше Имәндәш ауылынан күсеп килгән бер туған Айытҡол менән Зәйниш олатайҙар нигеҙ һалған был ауылға. Һуңынан Айытҡолдоң балалары, ейәндәре — Әбүзәров, ә Зәйништекеләр Зәйнишев фамилиялы булып китә. Шуға күрә был ауылда күпселек кеше ошо ике нәҫелдән.
Ауылдың, унда йәшәгән халыҡтың үткәненә ҡыҫҡаса ҡараш ташлаһаҡ, архив ҡағыҙҙарынан түбәндәге мәғлүмәттәрҙе уҡырға мөмкин. Илдә Граждандар һуғышы барғанда был төбәктәге халыҡ тик ҡыҙылдар, йәғни советтар яғында булған. Минең атайым Шәрифулла Зәйнишев Ниғмәтйән ағай Әбүзәров менән хатта Урта Азия илдәрендә совет власы урынлаштырыу ниәтенән баҫмасыларға ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан.
Рәсәйҙә айырым крәҫтиән хужалыҡтарын берләштереү был төбәкте лә урап үтмәй. Шулай итеп, ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Ташаҫты ауылы халҡы ла колхозға ойоша. Хужалыҡ ҙур булмаһа ла, күп тармаҡлы: сусҡанан башҡа бөтә төр мал аҫралған, иген культуралары, бәрәңге, көнбағыш, хатта мәк үҫтерелгән. Йәшелсәнән дә мул уңыш алынған. Ҡыш ауыл халҡы йүкәнән арҡан ишеп, септә һуғып, райондың ҡулланыусылар ойошмаһына тапшырған.
Колхозсылар күмәк хужалыҡҡа өйрәнеп, яҡшы ғына эшләп киткәндә, илдә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылда был ауыл 28 йорттан торған була. Ир-егеттәрҙең 37-һе фронтҡа алына, шуның 20-һе яуҙа башын һала. Шулай итеп, ауылда башлыса ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар тороп ҡала. Ҡәһәрле һуғыштың ауырлығы күберәк ҡатын-ҡыҙға төшә. Колхоз, ғөмүмән, ауыл тормошон алып барыу бурысы уларға һәм йәш-елкенсәк малайҙарға йөкмәтелә.
Аттар фронтҡа ебәрелеп бөткәс, ауыл ҡатындары, үҙҙәренең берҙән-бер һауын һыйырын егеп, ер эшкәртә, иген үҫтерә, еңеү өсөн, фронт өсөн көсөн һәм һаулығын йәлләмәй тир түгә.
Ауылдаштарым араһынан 28 кеше "1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Еңеү хаҡына тылда хеҙмәт батырлығы күрһәткәндәр араһында Мырҙагилде, Сәлимйән, Шәһивәли, Рифҡәт, Тәлғәт, Мәҡсүт, Камила, Сабир Әбүзәровтар, Шәрифулла, Әхмәтғәле, Вәхизә, Зөләйха, Зәйнулла, Миңлебай Зәйнишевтар, Хәтифә, Хәлимә, Нәбирә Усмановалар, Кинйәбикә Йомағолова, Ғәлимйән Йосопов һәм башҡалар бар.
Тылда эшләгән ҡатындар балаларына тәрбиә һәм белем бирергә лә тырыша. Миҫалға мин Заһира апай Әбүзәрованы ғына яҙам. Уның ире Ғәлимйән Әбүзәров Ленинград блокадаһында һәләк була. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Заһира апай өс баланы тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, тормош юлына баҫтырҙы. Оло улы Сабирйән, юғары белем алып, нефть быраулау ҡорамалдары инженеры, ә икенсе улы Рәсүл, ауыл хужалығы институтын тамамлап, туған колхозында баш зоотехник, партком секретары булып эшләне. Ҡыҙы Флүрә, Башҡорт дәүләт университетында белем алып, хеҙмәт юлын балалар уҡытыуға бағышланы.
Һуғыш бөткәндә миңә 7 йәш ине. Әле лә хәтеремдә: яуҙан ҡайтҡан һәр һалдатты бөтә ауыл халҡы менән Еҙем йылғаһы ярында шатланып ҡаршы алдыҡ, шунда уҡ ҡыҫҡа ғына митинг та уҙғарыла ине.
Яугирҙәр ҡайтҡас, колхозда эштәр ҙә яҡшырҙы. "Алға" хужалығы район күләмендә һәр ваҡыт алдынғылар иҫәбендә булды. Уның рәйесе Мөхәмәтгәрәй Зәйнишев, баш бухгалтеры һуғышта һыңар аяғын киҫтереп ҡайтҡан Ниғмәтйән Әбүзәров, бригадиры шул уҡ яуҙа ауыр контузия алған Шәрифулла Зәйнишев ине.
Ул ваҡытта ырҙын табағы ауылдың эргәһендә генә булһа ла, бында эшләгән кешеләр төшкө аш мәлендә лә ҡайтып йөрөмәне. Колхоз етәксеһе Мөхәмәтгәрәй ағай хеҙмәт кешеһенә эш һәм ял шарттары ла булдыра белде, көнөнә ике мәртәбә йылы аш бирелә торғайны. Эштән һуң бер аҙ ял иткәс, йәштәрҙең гармун тартып, йырлап-бейеп күңел асыуы ғәҙәттәге матур күренеш ине. Йәйге матур төндәрҙә ауылдың йырсы егеттәренең моңло тауышы таң атҡансы ишетелеп торор ине. Их, ҡайҙа икән шул замандар, тип зарланып, һағынып ҡуям ҡайһы берҙә!
1955 йылға тиклем ауыл хужалығында хеҙмәт хаҡы аҡсалата түгел, ә урыҫса әйтмешләй, "натуралата" бирелеүен оло быуын кешеләре әле лә хәтерләйҙер. Колхозда мул уңыш алынған йылдарҙа хеҙмәт көндәренә тейешле игенде пар ат егелгән арбаларға тейәп, ҡыҙыл флагтар менән таратып йөрөүҙәре әле лә күҙ алдымда. Тик, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бындай бәхет йыл һайын эләкмәй ине. Уңыштың күләменә ҡарамай, иген тәүҙә тейешле күләмдә мотлаҡ рәүештә дәүләт келәттәренә тапшырылды. Ҡоро килгән йылдарҙа ҡайһы бер хужалыҡтар орлоҡҡа ла мохтажлыҡ кисергеләне.
Ошо кескәй генә ауыл илебеҙгә кемдәрҙе генә бирмәгән! Граждандар авиацияһы технигы, орден һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған Имаметдин Әбүзәров, Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы Миҙхәт Әбүзәров, Салауат ҡалаһындағы нефть ҡорамалдары заводында цех начальнигы булып эшләгән Ғиндулла Зәйнишев, электровоз машинисы, юғары наградалар алған Айытбай Айытҡолов, фән кандидаттары Наилә, Шәүрә һәм Нурәхмәт Әбүзәровтар, шулай уҡ Үҙәк дәүләт архивының бүлек начальнигы Әбүзәр Әбүзәров... Алда яҙылған һуғыш ветераны һәм инвалиды Ниғмәтйән Әбүзәровтың ете балаһының иң кесеһе Хисмәт, Өфөлә нефть институтын тамамлап, нефть эшкәртеү заводтарында машинист-аппаратсы булып эшләүҙән башланы ла "Өфөнефтехим" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш бухгалтеры вазифаһына тиклем үрләне. Үҙенең тырыш хеҙмәте өсөн "Почет Билдәһе" орденына, Ғ. Сәләм исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды, Башҡорт АССР-ының Юғары Советына депутат булып һайланды.
Ленинград дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған билдәле журналист һәм дәүләт эшмәкәре Марат Әбүзәров та — ошо Ташаҫты ауылынан. Беҙҙең арҙаҡлы яҡташ үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә китап уҡыусыларға тәрән мәғәнәле яҙмаларын ҡалдырҙы.
Бәрәкәтле Ғафури ере, Еҙем буйҙары халҡыбыҙға арҙаҡлы шәхестәрен биреп тора. Республикабыҙҙа танылған шағир, драматург Салауат Әбүзәр тураһында әйтмәй ҡала алмайым. Бөйөк әҙиптәребеҙҙең береһе, халыҡ шағиры Мостай Кәрим Салауатҡа яҡты ижади киләсәкте юҡҡа ғына юрамағандыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518