Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә
Илфира ШАҺИЕВА, Илеш районы:

— Урман-ҡырҙарға бәшмәккә сығыу — яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Ашарға яраҡлы ниндәйен табаһың, шуны ипләп кенә киҫеп, кәрзингә һалаһың. Шулай ҙа аҡ көләпә бәшмәкте (шампиньон) йыйыуы үҙе күңелде күтәрә: сүп-сарҙан таҙартырға кәрәкмәй, бер урында улар, ғәҙәттә, күп осрай, күҙҙе ҡыҙҙырып, теҙелешеп ултыра.
Тәме, кеше организмына файҙаһы яғынан был бәшмәк менән ярышырҙайҙар бик һирәк, минеңсә. Эшкәртеү йәһәтенән дә әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Табала ҡыҙҙырып та, төрлөсә бешереп тә ашайбыҙ. Һәр кемдең үҙенә оҡшаған рецебы бар. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләп һаҡлау өсөн мин, мәҫәлән, маринадлауҙы үҙ итәм.
Шампиньондарҙы бер нисә йыл рәттән ауыл ситендә, элегерәк колхоздың мал аҙбары ултырған яланда йыйырға күнеккәйнем. Һуңыраҡ был бәшмәкте яратыусыларҙың күплеген аңланым, шуға ла хәҙер, һуңғараҡ ҡалһаң, уны башҡа ерҙәрҙән эҙләргә тура килә.
Бер нисә йыл элек сентябрь урталарында Шаран яҡтарына юл төшкәйне. Мичурин ауылы янындағы ҡарағай урманы ситендә теҙелешеп үҫкән шампиньондарҙы күреп, туҡтамай булдыра алманым. Фотоаппарат үҙем менән ине, уларҙы башта һүрәткә төшөрҙөм, аҙаҡ, әлбиттә, йыйып алдым.

Зәйтүнә САФУАНОВА, Нефтекама ҡалаһы:

— Беҙҙең ҡала яны урмандары бәшмәккә бик бай. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә уның төрлө төрҙәрен йыйыусылар бар, ҡайһы берәүҙәр табышын баҙарға ла сығара – шунда уҡ алып бөтәләр. Һатыуҙа иң беренсе бүрекбаш бәшмәк (сморчок) күренә, уларға алмашҡа йәй урталарынан баллы бәшмәктең яланда үҫкәндәре (опята луговые), майлы (маслята) һәм һары бәшмәктәр (лисички) килә. Һуңыраҡ урман аҙығының төрҙәре тағы ла күбәйә.
Былтыр төрлө бәшмәк күп булды. Мәҫәлән, һары бәшмәктәрҙе йәй урталарында бер нисә биҙрә алып ҡайтҡайныҡ (һүрәттә), октябрь аҙаҡтарында уларҙы тағы ла табып шатландыҡ. Һарыҡайҙарҙың ошолай һуңға ҡалып сығыуына бигерәк тә ейәнсәрем Дилә аптыраны, шуға ла йүгереп-йүгереп йыйҙы ул матурҡайҙарҙы (һүрәттә).
“Здоровый образ жизни” гәзитенән уҡыған рецепт буйынса йәйҙән үк һары бәшмәктәрҙе киптерергә әүәҫләнеп алдым. Эҫе көндәрҙә дачала ҡояш аҫтында тиҙ кибә икән улар. Бының өсөн, әлбиттә, бәшмәктәрҙе турарға кәрәк. Был әллә ни ауыр түгел: сей сағында ваҡланып, онталып тормай, ҡул менән буйынан-буйына айырып сығырға була. Һуңыраҡ, ҡояш нурҙары һүрелгәс, киптереүҙең башҡа ысулдары йәтешерәк.
Кипкән һары бәшмәктәрҙе традицион ысулдар менән ҡулланыуҙан тыш, былтырҙан башлап ҡәһүә тартҡыста онтап, быяла банкаларҙа һаҡлай башланым. Ҡыш көндәрендә төрлө ашамлыҡҡа ҡушып ебәрергә бик ҡулай.
Шул уҡ баҫмала бер апай өйрәткәнсә, һары бәшмәктән яһалған төнәтмә лә файҙалы икән. Бының өсөн яңы йыйылғанын ентекләп таҙартабыҙ, һалҡын һыуҙа йыуабыҙ һәм ваҡлайбыҙ. Ике йөҙ грамм бәшмәкте ярты литр араҡыға һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ике аҙнанан әҙер булған төнәтмәне иҫкәртеү маҡсатында аш алдынан бер бал ҡалағы эсергә кәрәк, бер айҙан һуң ярты йылға тәнәфес яһала. Уны һөҙөргә кәрәкмәй, киреһенсә, эсер алдынан болғатып алыу ҙа зыян итмәй. Ул яман шештәрҙе булдырмауға һәм иммунитетты нығытыуға булышлыҡ итә икән.

Ринат САББАХОВ, Салауат районы, 2-се Иҙелбай ауылы:

— Минең Алмас ҡустым, ололарға эйәреп, өсөнсө йыл бәшмәк йыйырға бик теләп йөрөй. Ашарға яраҡлыларының күбеһен ул танып белә лә инде, ағыулыларын да айыра. Былтыр тәү тапҡыр сатыр бәшмәккә тап булғас, “мухомор” тип уны тибеп китте. Китаптан һүрәтен күрһәтеп, ашарға яраҡлы икәнен аңлатҡас, аҙаҡтан гел шуны эҙләй башланы. Урманға бер барғаныбыҙҙа үҙе ике сатыр бәшмәк табып бик шатланды, хатта уларҙы тамырҙары менән йолҡоп алды.

Шәүҡәт ҒӘБДРӘҠИПОВ, Туймазы районы, Ҡарат ауылы:

— Беҙҙең яҡтарҙа бәшмәктәрҙең төрлөһө үҫһә лә, йыйыр өсөн иң ҡулайлыһы, минеңсә, майлы бәшмәк. Арттырып әйтеүҙән түгел, йылы тура килгәндә уны ҡапсыҡлап алып ҡайтҡан саҡтар булды, кәрзингә килгәндә — һөйләйһе лә юҡ. Былтырҙан һаҡланып ҡалған фотолар үҙҙәре үк быны күрһәтә.
Майлы бәшмәкте яратыуымдың серҙәре лә ябай: беренсенән, уны төрлөсә әҙерләп ашарға була. Табала шыжлатып ҡыҙҙырып алһаң да шәп, нимәлер ҡушып бешереп ебәрһәң дә — телеңде йоторлоҡ. Ҡыштарын инде өҫтәлгә маринадланғанын баҙҙан алып сығып ҡуяһың, алданыраҡ уйлап, киптереп өлгөргән булһаң, уларын инде төрлөсә әҙерләргә мөмкин. Икенсенән, китаптарҙа яҙылғанса, майлы бәшмәктә кешегә кәрәкле күп кенә витаминдар һәм микроэлементтар бар. Эшкәртеү яғынан да ул әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Ҡатыным да, балалар ҙа майлы бәшмәкте ярата, шуға ла йыйырға күмәкләп йөрөйбөҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514