Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәшмәк кенә, тимәгеҙ
Бәшмәк кенә, тимәгеҙҺуңғы аҙналарҙа яуған ямғырҙар ер өсөн бик бәрәкәтле булды. Бәшмәкселәр тәбиғәттең йомартлығына айырыуса ҡыуанды. Ямғыр һәм августың тәүге яртыһындағы йылы көндәр уларҙың ныҡлап үҫеп китеүенә булышлыҡ итер тип көтөргә генә ҡала.
Республикабыҙ урмандарында үҫкән бәшмәктең 60-ҡа яҡын төрө ашарға яраҡлы, әммә беҙ уларҙың бары ике тиҫтәгә яҡынын ғына йыябыҙ. Ә ҡайһы берҙәребеҙҙең танып белгән бәшмәге биш-алтынан артмай.
Бәшмәкселәр ашарға ярамағандарын башлыса үҙҙәре яҡшы белә. Уларҙа йылдар буйы гәзит-журналдар, башҡа баҫмаларҙан йыйылған тупланмалар ҙа, махсус китаптар ҙа бар, әлбиттә. Интернеттан кәрәкле белешмәне табыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Әгәр ҙә бәшмәктәр тураһында һөйләшеүҙе гәзит биттәрендә артабан дауам итергә теләүселәр булһа, уларҙан хаттар көтәбеҙ. Был урман аҙығынан ниндәй төр ризыҡтар әҙерләйһегеҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, айырыуса шул турала яҙһағыҙ ине.
Был көндәрҙә аҡ, һары, майлы, сатыр, ҡайын, уҫаҡ бәшмәктәрен, аҡ көләпәне һәм тағы ла башҡа ҡайһы берҙәрен йыйып өлгөргәндәр барҙыр. Өйгә алып ҡайтып, тейешенсә эшкәрткәндән һуң яратҡан бәшмәгеңдән бешерелгән ризыҡты тәү тапҡыр ауыҙ итеүе ни тора!
Үҙҙәренең составы яғынан бәшмәктәр емеш-еләккә яҡын, кеше өсөн файҙалы матдәләре бар. Мәҫәлән, белгестәр уларҙа организмда атеросклерозға килтереүсе холестерин тупланыуын тотҡарлаған лецитиндың булыуын да айырым билдәләй. Шулай ҙа уларҙы белеп ҡулланырға кәрәк. Түбәндә ҡайһы берҙәре тураһында ҡыҫҡаса белешмә тәҡдим итәбеҙ.

Аҡ бәшмәк (белый гриб (еловый, березовый, боровик) башлыса республикабыҙҙың урман-таулы райондарында августан октябрь урталарынаса күпләп осрай, уға тәүге ҡырауҙар ҙа әллә ни ҡурҡыныс түгел. Киҫкәндә, киптергәндә һәм бешергәндә үҙенең аҡ төҫөн юғалтмағанға шундай исем алған. Ҡайын, ҡарағай һәм шыршы араларында үҫкәнгә, ҡайһы бер белгестәр уны өс төргә бүлеп йөрөтә, “бәшмәктәр батшаһы” тип атаусылар ҙа бар.
Тәмле һәм туҡлыҡлы, витаминдарға бай булыуы менән урман аҙыҡтарының барыһынан да тиерлек өҫтөн тора. Ҡайһы бер китаптарҙа яҙылғанса, аҡ бәшмәктә туберкулез ауырыуын тыуҙырған кох таяҡсаларын үлтерергә һәләтле антибиотик һәм яман шеште тотҡарлаусы матдәләр бар.
Аҡ бәшмәкте ҡыҙҙырып ашарға, унан төрлө ашамлыҡ бешерергә, шулай уҡ тоҙларға һәм маринадларға мөмкин. Һаҡлау өсөн иң яҡшы ысул — киптереү. Бының өсөн уны йыуып тормайҙар. Кипкән аҡ бәшмәктең еҫен дә башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел, ҡышын унан төрлө аш-һыу әҙерләйҙәр.
Ҡайын бәшмәген (подберезовик) тәменә ҡарап, аҡ бәшмәктең яҡын туғаны, тиҙәр. Йәш ҡайынлы (шулай уҡ уҫаҡ менән ҡатнаш) урмандарҙа уның бер нисә төрө осрай. Әйтергә кәрәк, ул йәһәт үҫә һәм шунлыҡтан тиҙ ҡартая ла: алты-ете көндә эшләпәһе ныҡ йомшара, ямғырға эләкһә, бар һыуҙы үҙенә һеңдерә.
Ҡайын бәшмәге дымлы, йылы йәйҙе ярата. Уны бешереп һәм ҡыҙҙырып ашайҙар, һаҡлау өсөн маринадларға, киптерергә ярай, тик кипкәндә бәшмәктең ҡарайыуын иҫтән сығармағыҙ.
Уҫаҡ бәшмәгенең (подосиновик) төрлө төрҙәре уҫаҡ һәм ҡайын, шулай уҡ ҡатнаш урмандарҙа үҫә, улар барыһы ла ашарға яраҡлылар төркөмөнә инә. Тәме һәм туҡлыҡлылығы яғынан ул аҡ бәшмәктән генә ҡалыша тигән фекерҙе күптәр тулыһынса яҡлар, моғайын. Уны башҡа төр бәшмәктәр менән бутау мөмкин түгел. Тәү башлап арыш һуҡҡанда күренә башлай, тиҙ үҫә һәм иртә ҡартая, шуға ла ҙурайып һулығандарын йыйырға ярамай – улар, кәрзиндә үк сереп, кеше һаулығы өсөн хәүеф тыуҙыра. Бешереп һәм ҡыҙҙырып ашау өсөн бик ҡулай, киптерергә һәм тоҙларға була. Эшкәрткәндә ҡарайыуы — уҫаҡ бәшмәгенең кире яғы.
Һары бәшмәкте (лисичка) башҡалар менән бутарлыҡ түгел, ашарға яраҡлылар араһында иң билдәлеһе. Уны төрлө урмандарҙа йәй уртаһынан көҙгә тиклем табырға була: берәүһен күрһәң, яҡын тирәне абайлабыраҡ ҡара, өйкөмләп үҫкән бәшмәкте ярты кәрзин йыйырға мөмкин. Һары бәшмәк бик тәмле һәм ҡайһы бер файҙалы матдәләргә бай. Мәҫәлән, В витамины унда сүпрәгә ҡарағанда күберәк, РР һәм С витаминдары ла бар. Ғалимдар раҫлауынса, был бәшмәккә төҫ биреүсе пигмент – каротин кеше организмында А витаминына әүерелә икән.
Һары бәшмәктә бер ниндәй ҙә ҡорт булмай, ул тиҙ генә ваҡланып та бармай. Уны бешереп тә, ҡыҙҙырып та ашарға була, маринадлағаны ла бик тәмле.
Майлы бәшмәкте (масленок) шулай уҡ күптәр яратып ашай, ул да республикабыҙҙа киң таралған, ҡарағай һәм шыршы урмандарында үҫә, бигерәк тә эзбизгә бай тупраҡты ярата. Ул тәүҙә йәй башында, ҡарағай сәскә атҡан ваҡытта күренә башлаһа, икенсе уңышы йүкә хуш еҫле сәскәгә күмелгән осорҙа була. Аҙаҡ август урталарынан көҙ аҙағынаса ҡыуандыра. Уны бешереп, ҡыҙҙырып ашарға, маринадларға, киптерергә мөмкин. Һәр осраҡта ла эшләпәһендәге әскелтем тиресәне ҡуптарып алырға кәрәк. Бының өсөн бәшмәкте, бер-ике минут ҡайнап торған һыуҙа тотоп, һалҡын һыу менән йыуһаң, тиресә бик еңел ҡубып сыға.
Аҡ көләпә бәшмәк тә (шампиньон) беҙҙә киң таралған, уның өйкөмләп үҫкән урындарын көтөүлектәрҙә, мал йөрөгән ялан-туғайҙарҙа, шулай уҡ тиреҫ менән яҡшы ашланған баҡсаларҙа май айынан октябрь аҙағынаса табырға була. Тәмле һәм туҡлыҡлы, фосфорға бай булыуы менән балыҡҡа тиңләшә. Уны бешереп, ҡыҙҙырып ашайҙар, тоҙлап һәм маринадлап һаҡлайҙар. Кулинарияла аҡ көләпә бәшмәктән әҙерләнгән ике йөҙҙән артыҡ блюдо билдәле, уны ит һәм йәшелсә менән бергә бешергәндә телеңде йоторлоҡ ризыҡ килеп сыға.
Был бәшмәк дауалау сифаттарына ла эйә. Элегерәк, ҡорһаҡ тифы эпидемиялары ваҡытында, уның менән туҡланған кешеләр ошо ҡурҡыныс сирҙән ҡотолоп ҡалған. Һиндостанда унан эшләнгән махсус препарат тиф ауырыуына ҡаршы уңышлы ҡулланыла. Шампиньондың һуты микробтарҙы үлтереү һәләтенә эйә икәнлеге лә билдәле. Хәҙер күп илдәрҙә был бәшмәкте яһалма шарттарҙа күпләп үҫтерәләр һәм сауҙаға сығаралар. Уны эшкәрткәндә тиресәһен һыҙырып алырға тәҡдим ителә.
Сатыр бәшмәкте (гриб-зонтик) һирәк урмандарҙа, аҡландарҙа, юл буйҙарында, парк һәм баҡсаларҙа йәй уртаһынан сентябрь аҙағынаса осратырға була. Күптәр уға иғтибар ҙа итмәй, ашарға яраҡлы икәненә шикләнеүселәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта сатыр бәшмәк, бигерәк тә йәш сағында, тәмле, уны өҫтәлгә бешереп тә, ҡыҙҙырып та бирәләр. Киптерелгәнен онтаҡлап, ҡыш буйы төрлө ашамлыҡ әҙерләгәндә ҡулланырға мөмкин.

Бәшмәк йыйыуҙы икенсе төрлө “тыныс һунар” тип тә йөрөтәләр. Ял ваҡыттарында, көндәлек ығы-зығынан арынып, урман-ҡырҙарҙа ошондай “һунарҙа” йөрөп ҡайтыу, бер яҡтан, өҫтәлебеҙҙәге аш-һыуҙы төрләндерергә булышһа, икенсенән, сәләмәтлегебеҙгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Тик һәр эштәге кеүек, бәшмәк йыйыу өсөн дә ихласлыҡ кәрәк. Һеҙгә уңышлы сәфәрҙәр генә теләйбеҙ!

Кәңәштәр зыян итмәҫ

Бәшмәктәрҙе таҙартҡанда, артабан ҡулланылышын иҫәпкә алып, өйөмдәргә бүләләр. Киптерелергә алынғандарынан башҡаһын һыуыҡ һыуҙа (бер нисә тапҡыр алмаштырырға) яҡшылап йыуалар.

Шампиньонды һәм уҫаҡ бәшмәген аш һеркәһе йә лимон кислотаһы ҡушылған һыуҙа йыуһаң, улар ҡараймай.

Аҡ бәшмәкте, ҡайын бәшмәген һәм шампиньонды йыуғандан һуң ҡайнар һыу менән бешекләйҙәр, шуға тиклем эшләпәләрен һабағынан айыралар.

Әсе тәме булмаған көләпәле бәшмәктәрҙе биш минут буйына тоҙһоҙ һыуҙа бешереп алһаң, уларҙың күләме кәмей, үҙҙәре йомшара һәм киҫкәндә ваҡланып бармай.

Бәшмәктәрҙе маринадлау йә берәй төр ризыҡ әҙерләү алдынан ҡайнап торған һыуға һалырға кәрәк. Былай иткәндә улар үҙҙәренең тығыҙлығын да, файҙалы матдәләрен дә аҙыраҡ юғалта. Бынан тыш, бешергәндә өҫкә сыҡҡан күбекте өҙлөкһөҙ, бөтөргәнсе алып тороу яҡшы.

Табиптар бәшмәкте күп ашарға кәңәш итмәй. Ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙарынан, матдәләр алмашыуы боҙолоуынан яфаланғандарға бигерәк тә һаҡ булырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518