Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорттар – Оло Башҡортостандың ерле ҡәүеме
Башҡорттар – Оло Башҡортостандың ерле ҡәүемеБерләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының 1994 йылдың 23 декабрендә раҫланған 49/214-се ҡарары менән һәр йылдың 9 авгусы Бөтә донъя аҫаба халыҡтар көнө тип билдәләнә.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тәҡдиме буйынса, 2013 йылда Бөтә донъя аҫаба халыҡтар көнөндә аҫаба халыҡтарҙың берләшмәләре төҙөлөүенә, үҙ-ара килешеүҙәр булыуына һәм уларҙың үтәлеүе мотлаҡ икәнлегенә төп иғтибар йүнәлтелергә тейеш. Дәүләт һәм аҫаба халыҡтар араһында махсус килешеүҙәр төҙөү, аҫаба халыҡтарҙың ергә булған хоҡуҡтарын таныу, аҫаба һәм улар менән бергә йәшәүсе халыҡтарға йәшәү уңайлыҡтары булдырыу мөһим сара икәнлеге айырып әйтелә.
Күп һанлы абруйлы сығанаҡтарға ярашлы, башҡорттар — Көньяҡ Урал һәм Урал алды ерҙәренең төп халҡы. Тарихи мәғлүмәттәргә һәм рәсми ҡағыҙҙарға, шул иҫәптән Ҙур Һыҙым китабына нигеҙләнеп, заман тарихсылары башҡорттарҙың биләмәләре сиктәрен XVII—XIX быуаттарға ҡарата ошолай тасуирлай: «...Южная граница Исторического Башкортостана проходила примерно от нижнего течения реки Илек, далее — вверх до среднего течения Яик, затем по реке Уй до верховьев Тобола. На западе башкирские земли доходили до Волги в районе Саратова и Самары, на северо-западе — до устья реки Кинель, далее шли по среднему течению реки Сок, верховьев Кондурча, затем по реке Шешме и до реки Кама. Местами башкирские земли заходили за Каму. Известно, например, что на правом берегу Камы в районе устьев реки Вятка, Иж и Очёр располагались частично территория башкир Булярской, Байлярской, Енейской, Уранской, Гирейской, и Гайнинской волостей, и во второй половине XVIII в. на этих землях существовали башкирские аулы. На севере башкирские земли примерно доходили до устья реки Сылва и среднего течения Чусовой, далее на севере-востоке они сужались к югу и шли по северному берегу реки Исеть, от верховьев до ее впадения в Тобол…» (История Башкортостана с древнейших времен до наших дней: В 2 т. /И.Г. Акманов, Н.М. Кулбахтин, А.З. Асфандияров и др.; под ред. И.Г. Акманова. Т.1. История Башкортостана с древнейших времен до конца XIX в. — Уфа: Китап, 2004. — 488 с.: ил. — с. 111.)
Әлеге ваҡытта Оло Башҡортостанда – башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә — Башҡортостан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре тулыһынса, өлөшләтә Татарстан һәм Удмурт республикалары, Пермь крайы һәм Ҡурған, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләре урынлашҡан.
Ил буйынса халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре башҡорттарҙың Рәсәйҙең һәр төбәгендә йәшәгәнен билдәләй. Шул уҡ ваҡытта үрҙә һанап киткән Рәсәй төбәктәре уларҙың күпләп йәшәгән урыны булып тора. Донъя белгестәренең баһалауынса, Ер шарында барлығы ике миллион тирәһе башҡорт бар. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә 1 миллион 584 мең 554 кеше үҙен башҡорт тип һанай, шул иҫәптән Оло Башҡортостан биләмәләрендә 1 миллион 485 мең 625 милләттәшебеҙ, йәғни илдәге барлыҡ башҡорттарҙың 94 проценты, йәшәй. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре менән сағыштырғанда, башҡорттарҙың һаны кәмеүе күҙәтелә. Рәсәй буйынса милләттәштәребеҙ 1 миллион 673 мең 389 кеше булһа, Оло Башҡортостан биләмәләрендә 1 миллион 564 мең 842 башҡорт йәшәгән.
Аҫаба халыҡтарҙың туған теле торошо Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Аҫаба халыҡтар буйынса даими кәңәшмәһе эшмәкәрлегендә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, үткән быуатта 600 тел юҡҡа сыҡҡан, һәм әлеге ваҡытта ике аҙна эсендә бер тел йәшәүҙән туҡтай. 2009 йылда башҡорт теле ЮНЕСКО тарафынан “юғалыу ҡурҡынысы янаған” телдәр исемлегенә индерелде. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре лә был хәлде асыҡ күрһәтә. 2010 йылда Рәсәй Федерацияһында 1 миллион 152 мең 404 кеше, шул иҫәптән 977 мең 484 башҡорт, башҡорт телен белеүен билдәләгән. Алдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре менән сағыштырыу һөҙөмтәһе ҡыуаныслы түгел – 2002 йылда Рәсәйҙә башҡорт телен белеүселәр 1 млн. 379 мең 727 кеше, шул иҫәптән 1 млн. 192 мең 950-һе башҡорт булған. Тимәк, башҡорт телен белеүсе башҡорттар өлөшө 71 проценттан 62-гә ҡалған.
Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары тел буйынса тағы бер аяныслы хәлде асыҡ тасуирлай. Рәсәй буйынса 1 млн. 133 мең 339 башҡорт туған телен башҡорт теле тип таный, ә был һан башҡорт телен белеүсе башҡорттарға ҡарағанда 55 мең 855 кешегә күберәк. Тимәк, улар туған телен башҡорт теле тип таный, әммә ата-бабалары телендә һөйләшә белмәй. Шулай уҡ башҡа милләт телен туған телем тип таныусы башҡорттар (урыҫ теле – 216 мең 66 кеше, татар теле – 230 мең 846, башҡа милләт теле – 1 мең 586 кеше) булыуын һәм 2717-һенең туған тел тураһындағы һорауға яуап бирмәүен әйтеп үтеү урынлылыр. Оло Башҡортостан биләмәһенә ингән Рәсәй төбәктәрендә телгә ҡағылышлы мәғлүмәт ҡушымта таблицаларҙа бирелә (Һарытау өлкәһе һәм Удмурт Республикаһы буйынса мәғлүмәт тулы түгел).
Халыҡ иҫәбен алыу барышында йәшәйештең төрлө яғы өйрәнелә, әммә уның йомғаҡтары милләт һәм телдәр белеү мәсьәләһенә ҡағылышлы берҙән-бер дөйөм мәғлүмәт сығанағы булып ҡала. Ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә барлыҡ һөҙөмтәләргә байҡау яһау мөмкин түгел, әлбиттә. Ә булған мәғлүмәттәр бик күп һәм әһәмиәтле. Башҡорт халҡының ил, төбәк, район һәм ҡалаларҙа таралыуы, йәш һәм енес буйынса өлөшө, ғаилә-никах мөнәсәбәттәре, белем кимәле, иҡтисади әүҙемлеге, йәшәү сығанаҡтары, торлаҡ шарттары һәм башҡалар буйынса мәғлүмәттәр бар. Был юҫыҡта ғалимдарҙың башҡорт халҡының хәл-торошон төрлө яҡтан өйрәнеп, нигеҙле баһалап, дөйөм ғилми эш яҙыуы һәм донъя күләмендә иғлан итеүе зарур. Башҡорт халҡына ла халыҡ-ара ойошмаларҙың аҫаба халыҡтарға ҡарата булған иғтибарынан ситтә ҡалмаҫҡа, үҙ мәнфәғәтебеҙҙе яҡлау өсөн донъяла булған барлыҡ сараларҙы ҡулланырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518