Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәм, матурлыҡ булдырып...
Йәм, матурлыҡ булдырып...Башҡортостан төҙөүселәре һөнәри оҫталыҡта ярышты

– Һорауҙарығыҙ менән ҡамасаулап йөрөмәгеҙ әле, әллә берәйһе юрамал ебәрҙеме? – тине шаярыу ҡатыш Лидиә Әхмәтйәнова. Ысынлап та, һәр минуттары ҡәҙерле шул: ул хеҙмәттәше Нина Сапаева менән Нефтекама ҡалаһынан "Башҡортостандың төҙөлөш комплексының иң яҡшы плитә һалыусыһы" конкурсында ҡатнаша. Ә хәбәр һатып торһаң, артығын ыратып булмаясағы көн кеүек асыҡ.

Төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығын асыҡлауға йүнәлтелгән республика конкурсы быйыл етенсе тапҡыр үтә. Уны Башҡортостандың Төҙөүселәр союзы ойоштора. Сараны "Дортрансстрой" икенсе йыл рәттән үҙенең майҙансығында үткәрә. Ойоштороусыларҙың береһе Олег Мәннәнов һөйләүенсә, былтыр иң яҡшы маляр асыҡланһа, быйыл төҙөүселәр "иң яҡшы плитә һалыусы" номинацияһында көс һынаша.
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә үткән был сарала йәмғеһе 15 төҙөлөш ойошмаһы вәкиле ҡатнашырға тейеш булһа, шуның ни бары туғыҙы килеп етә алған. Улар араһында Өфө, Салауат, Туймазы, Нефтекама ҡалалары төҙөүселәре бар, ә бына ҡайһы берәүҙәр бихисап сәбәп арҡаһында юлға сыға алмаған. Ойоштороусыларҙың тел төбөнән шул аңлашылды: йәй – төҙөлөш айырыуса ҡыҙған осор, ҡайһы берәүҙәргә үҙ мәлендә заказсыға эшен тапшырырға кәрәк, ә кемгәлер аҡса булмауы ҡамасаулаған.
Әлбиттә, бында килгән һәр оҫта тик еңеүгә өмөт итә. Еңеүсене эшенең тиҙлеге (ике сәғәт ярым ваҡыт бирелә), уның сифаты, шулай уҡ үҙ һөнәренең Йәм, матурлыҡ булдырып...теоретик нигеҙен белеү кимәленән сығып баһалайҙар. Шулай уҡ технологиялар ҙа күҙ уңынан ысҡындырылмай. Әлбиттә, бындағы һәр төҙөүсе үҙ оҫталығынан, үҙ тәжрибәһенән сығып эш итә, ҡорамалдары ла бер-береһенекенән шаҡтай айырыла: берәүҙәр плитәне электр ҡырҡҡыс менән бысһа, икенселәр яңы алымға өҫтөнлөк бирә – лазер ҡуллана.
Конкурстың жюри ағзаһы (етенсе йыл инде!), Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжы уҡытыусыһы Валентина Молоканова әйтеүенсә, һалынған плитә араһында бер ниндәй бушлыҡ ҡалырға тейеш түгел, шулай уҡ иҙмәләрҙең сифаты ла ентекләп тикшерелә. Мәҫәлән, ярыш барышында уҡ белгес ҡайһы берәүҙәрҙең эш сифатын түбән баһалаһа, башҡаларыныҡын ҡәнәғәтләнерлек тип тапты.
Ә бына яңы таныштарыбыҙ, "Нефтекамскстройзаказчик" предприятиеһы оҫталары Лидиә Әхмәтйәнова менән Нина Сапаева иң һөҙөмтәле өсәү рәтендә ине. Күҙҙәренә ҡул эйәрмәй, ярты стенаны плитә менән ҡаплап та ҡуйғандар. Шулай булмай ни, был тармаҡта тиҫтә йылдан ашыу эшләйҙәр бит. "Эшебеҙҙән ҡәнәғәтбеҙ: лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алабыҙ, кешеләр өсөн йәм һәм матурлыҡ булдырабыҙ", – ти улар. Конкурста беренсе тапҡыр ғына ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәгә өмөтләнә улар. Ә беҙҙең өсөн бындағы һәр оҫта еңеүсе – үҙ эшен бөтә күңелен һалып башҡарған, тирә-яғыбыҙҙы матурыраҡ итеү өсөн көсөн йәлләмәгән һәр кем был исемгә лайыҡтыр. Моғайын, конкурсты ойоштороусылар ҙа ошоно иҫтә тотоп эш иткәндер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505