Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ОҫтаХикәйә

Телгә лә, ҡул эшенә лә, тамаҡ төбөн сылатырға ла маһир Гәрәйша ағай. Бына әле ул өс-дүрт дуҫы менән Алмалы ауылында оҫталыҡ эше менән мәшғүл. Басир исемле ағайҙың өйөн күтәреп, башын ябып бирәсәк улар. Хаҡын һөйләшеп килешкәс, изге эш алдынан тип, хужа егеттәрҙе әҙерәк һыйлап алды.
Ауылда "тел биҫтәһе" ҡушаматын йөрөткән Гәрәйшаның ике-өс рюмка һуҡҡандан һуң теле тағы ла нығыраҡ асыла башланы.
— Әллә, мин әйтәм, туған, өйөңдө мансардалы итеп эшләйекме? — тип һүҙ башланы ул. — Балконын да ҡуйып ебәрһәк, ниндәй зәһәр килеп сығасаҡ. Билләһи, ауылда беренсе өй буласаҡ! Йәйге селлә көндәрҙә, балконға сығып, тирә-яҡҡа ҡарай-ҡарай тәмәке көйрәтеүе үҙе бер кинәнес бит. Йәғни бына, әле беҙ ултырған кеүек, иң ҡәҙерле ҡунағың менән сәкәштерә-сәкәштерә йөҙ грамм һуғыуы.
Басир ағай көтөлмәгән тәҡдимгә шатланып китте. Ҡара әле, ни эшләп бығаса башына килмәгән? Тик егеттәрҙең ҡулынан килерме икән һуң?
— Юҡҡа борсолаһың, ағай. Беҙҙең ише бөркөттәргә эш сыҙаймы! Ауылда үҙемдең йорт та нәҡ шундай. Бөтәһен дә үҙем эшләнем, — тине Гәрәйша, көрәк кеүек ҡулдарын күрһәтеп...
Шаҡ-шоҡ, шарт-шорт. Бысҡы зыңы, балта тауышы тынмай. Оҫталар эште емертеп алып бара. Ә инде бер аҙҙан ауыл уртаһында ҡурсаҡ кеүек йорт пәйҙә булды. Семәрле кәрниздәре, тәҙрә йөҙлөктәре һуң! Әйтерһең, быларҙы ябай әҙәм ҡулы түгел, ә фәрештә үҙе ҡойоп киткән.
Егеттәрҙең даны күрше-тирә ауылдарға ла таралды. Бындай оҫталар юлда тәгәрәп ятмай. Уңайы тура килгәндә файҙаланып ҡалырға кәрәк. Үҙҙәре ихлас, үҙҙәре ябай. Берәүҙәре уларға ла ошондай йорт эшләп биреүен үтенде, икенселәр адрестарын алып ҡалырға ашыҡты. Ә инде көнсөлөрәк ҡатындар ирҙәрен игәй башланы:
— Кит инде, кит. Һинең ир булып йөрөүең, әҙәм ыстырамы. Ҡулыңдан бер нәмә лә килмәй бит. Әлдә шул беләк буйы телең бар. Былайһа, күптән күҙеңде ҡарға суҡып алып китер ине.
Көҙөн Басир ағайҙың өлкән улы кәләш алып ҡайтты.
— Килен Ҡарайылға ауылынан тип әйтәһең инде. Беҙҙең өйҙө эшләгән Гәрәйша оҫта ла шул ауылдан бит, — тине ҡыуанысынан ул.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына туйға һөйләшергә барғас, Басир ағай ҡорҙашының да хәлен барып белмәк булды.
"Әллә яңылыш киттем инде. Бәлки, шаяртып ебәргәндәрҙер". Тап үҙенеке кеүек кенә йортто күрергә ниәтләгән Басир ағай иҫке генә өй янында туҡтап ҡалды. Өй күптән буяу төҫө күрмәгән. Тәҙрә рамдарының буяуҙары ҡубып, ҡояшта уңып бөткән. Улай тиһәң, ауылдың тап ошо урынында йәшәй, тигәйнеләр. Басир ағай инде кирегә боролорға торғанда ғына, бер яғы ойоҡ менән бәйләп ҡуйылған ҡапҡанан һуҡмыш Гәрәйша үҙе күренде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510