Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Тимер ат"ыңды һатам тиһәң...
"Тимер ат"ыңды һатам тиһәң...Был эш тә оҫталыҡ талап итә

– Иғлан биргәнемә инде ярты йыл булды, әммә бер-ике бисаранан башҡа бер кемде лә ҡыҙыҡһындырманы, – тигәйне яңыраҡ балаһы йәшендәге автомобилен "осора" алмай хитланған күршем. Эйе, берәүҙәрҙе "тимер ат" һатып алыу мәсьәләһе төн йоҡоһонан яҙҙырһа, икенселәр булғанын һата алмай йонсой шул. Ә кемдәрҙер машинаһын бирсәткә кеүек алмаштыра. Ысынлап та, автомобилеңде һата белеү ҙә хәҙерге заманда оҫталыҡ талап итә икән. Бөгөн бының бер нисә серен асыҡлап үтәйек.

Үҙең һатһаң, күпкә отошло

Ҡулдан машина һатып алырға теләүселәр өсөн мәғлүмәт Интернет селтәрендә тулып ята. Бында автомобилдең күпме юл үткәнен асыҡлау, төҙөклөгөн тикшереү, мутлашыусыларға эләкмәү серҙәренә төшөндөрәләр. Ә беҙ иһә бөгөн үҙең йөрөп ялҡҡан "тимер ат"ты нисек отошло һатып ебәреү мәсьәләһен үҙәккә ҡуяйыҡ.
Әлбиттә, иң тәүҙә автомобилегеҙҙе үҙегеҙ һатып маташаһығыҙмы, әллә быны профессионал ҡулына тапшыраһығыҙмы – ошоно хәл итергә кәрәк. Тәүгеһе һеҙҙән ваҡыт һәм тырышлыҡ талап итәсәк, әммә шул уҡ мәлдә кеҫәгеҙгә күберәк табыш инеүе ихтимал.
Машинаны һатыуға сығарыр алдынан ныҡлап әҙерләү зарур. Иң кәмендә "ат"ығыҙҙы ентекләп йыуыу, кәрәк икән, тышын полировкалау, салонын химик таҙартыу талап ителә. Шулай уҡ бөтә бәләкәй боҙоҡ деталдарҙе алмаштырыу яҡшы – быны эшләргә ялҡауланмағыҙ, сөнки ремонтҡа һалған аҡсағыҙ икеләтә ҡайтасаҡ. Бәләкәй генә, әммә күҙгә салынып торған етешһеҙлектең дә һатып алыусының күңелен һүрелдереүе, йә һеҙҙе ташлама яһарға мәжбүр итеүе ихтимал. Ә бына ҙур ремонтҡа тотоноу кәрәкмәй, был саҡта барыбер отоласаҡһығыҙ. Иң яҡшыһы – ташлама яһап, һатып алыусыға һис йәшермәй бының сәбәбен аңлатыу.
Машинағыҙҙы һатыуға сығарыр алдынан бөтөн документтарығыҙҙы ла туплағыҙ. Әлбиттә, улар араһында иң мөһиме – техник сара паспорты (ПТС). Унһыҙ һатыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Шуға ла был документҡа үтә лә иғтибарлы булырға кәрәк, юғалыуына юл ҡуймағыҙ. Әгәр машинағыҙҙың сервис китапсығы, өҫтәмә ҡорамалдар буйынса ҡулланма йә техник тикшереү үтеү тураһында талон бар икән, был уңышлы һатыу ихтималлығын арттырасаҡ ҡына.
Машинағыҙ әҙер булғас, тышҡы күренешен һәм салонын фотоға төшөрөп, иғлан сайттарына ҡуйығыҙ. Хәҙер улар бихисап, "Ҡулдан-ҡулға" (irr.ru), "Авито" (avito.ru) иң билдәлеләрҙән һанала. Шулай ҙа бер-икәү менән генә мөрхәтһенмәгеҙ, иғланығыҙ ни тиклем киңерәк таралһа, һеҙҙең өсөн шул тиклем яҡшыраҡ. Шулай уҡ "ВКонтакте", "Фейсбук" кеүек төрлө социаль селтәрҙәр ҙә бының өсөн ярап ҡала торған.
Был мәлдә иң мөһим һорау тыуа: һатыуға сығарылған автомобилегеҙ өсөн ниндәй хаҡ ҡуйырға? Быны асыҡлау өсөн төрлө каталогтарҙы ҡарап сығырға була, әммә иң һәйбәт ысул – шул уҡ иғлан сайттарын анализлау. Һеҙҙеке кеүек машина өсөн һатыусылар унда күпме һорай – ошоно белегеҙ. Әгәр "тимер ат"ығыҙҙан тиҙерәк ҡотолорға теләһәгеҙ, хаҡты башҡаларҙыҡынан саҡ ҡына булһа ла түбәнерәк билдәләргә тура килер. Әгәр көтөргә ризалашһағыҙ, юғарыраҡ хаҡ та ярай, һәр автомобилгә барыбер үҙ алыусыһы табыла бит.

Алыпһатарҙан һаҡ булығыҙ!

Машинаны һатыу мәшәҡәтенән ҡотолғоғоҙ килһә, һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр бихисап буласаҡ. Улар бер ниндәй ығы-зығыһыҙ автомобилегеҙҙән ҡотолорға һәм аҡсаны ҡулығыҙға алырға ярҙам итер. Әммә бының да үҙ әтнәкәләре бихисап.
Мәҫәлән, автомобилегеҙҙе тиҙерәк "осорорға" теләһәгеҙ, уны алыпһатарҙар ҡулына тапшыра алаһығыҙ. Ваҡыт яғынан отһағыҙ ҙа, был ысулдың етешһеҙлеге бар: табышығыҙҙың бер өлөшөн юғалтасаҡһығыҙ. Алыпһатарҙың машинағыҙҙы тикшереп сығыу менән урында уҡ иҫәпләшергә теләүе ихтимал, әммә ул тәҡдим иткән хаҡ, нигеҙҙә, баҙарҙағынан кәмендә 10 процентҡа түбәнерәк буласаҡ. Шулай уҡ бындай әҙәмдәрҙең "үтә лә отошло" тәҡдименә ышанып барырға тырышмағыҙ, ғәҙәттә, матур һүҙҙәр мутлашыусылар йә хаҡты байтаҡҡа төшөрөргә тырышыусылар тарафынан яңғыраусан.
Тағы бер отошло юл – комиссион сауҙа. Әллә ни ҙур булмаған әжергә (килешеү хаҡының яҡынса 4 – 5 процентын тәшкил итәсәк) комиссионер-компанияның профессиональ һатыусылары һәм техник белгестәре бөтә мәшәҡәтте үҙ өҫтөнә алыр. Шулай ҙа ике яҡлы килешеүҙе ентекләп өйрәнегеҙ, сөнки бындай фирмалар ҡуйған шарттар ҙа ҡайһы саҡ бер-береһенән шаҡтай ғына айырыла. Мәҫәлән, ҡайһылары автомобилде уңышлы һатҡан өсөн өҫтәмә комиссия ала, тағы ла туҡталҡа өсөн түләргә кәрәк. Был ысулдың тағы бер кәмселеге: машинағыҙ һатылғансы уҡ йәйәү йөрөй башларға тура киләсәк.
Ә трейд-ин Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа ғына тарала башланы. Ул – иҫке машинағыҙҙы автосалонда өҫтәп түләү шарты менән өр-яңыһына алмаштырыу. Әммә дилерҙар ҡулдағы автомобилде ҡайһы саҡ алып- һатарҙарҙан да түбәнерәк хаҡҡа баһалай, шулай уҡ бихисап сикләүҙәр ҡуя (сығарылған йылы, үткән юлы, маркаһы буйынса). Ҡайһы саҡ автосалондың яңы машинаға ташлама яһауы ла ихтимал, әммә был – бик һирәк күренеш, ул махсус программалар сиктәрендә генә күҙәтелә. Шулай ҙа трейд-ин – иң отошло ысулдарҙың береһе: салонға иҫке машинала килеп, яңыһына ултырып ҡайтып китеү кемгә оҡшамаҫ?!

Шулай итеп...

Әлбиттә, "тимер ат"ыңды үҙеңә һатырға тырышыу күпкә отошлораҡ: был мәлдә сығымдар байтаҡҡа аҙыраҡ, ә табыш күберәк буласаҡ. Әммә аҡса экономияларға тырышыуҙың байтаҡ ваҡытығыҙҙы һурыуы, хатта хәүеф менән янауы ла ихтимал. Шуға ла һәр беребеҙҙән икеләтә иғтибарлы, һаҡ булыу талап ителә, уға әҙер булмаһағыҙ был эште үҙ һөнәренә әйләндергәндәргә мөрәжәғәт итегеҙ.

"Матиз" менән "Нексия"ға "Гентра" өҫтәлде

Кеҫәһе ҡалынлығы менән әллә ни маҡтана алмағандар өсөн тағы бер өр-яңы автомобиль барлыҡҡа килде. Хаҡы ла әллә ни ҙур түгел – 399 мең һумдан башлана. "Дэу Гентра" автоматлаштырылған тиҙлек тапшырыу ҡабы менән дә сығарыласаҡ.
Был автомобиль – саҡ ҡына үҙгәртелгән "Шевроле Лачетти". Уны яңыраҡ ҡына етештереүҙән туҡтағайнылар, шулай итеп был машина икенсе исем менән ғүмерен оҙайтты. "Дэу Гентра" 1,5 литрлыҡ дүрт цилиндрлы, 105 ат көсө ҡеүәтендәге двигатель менән йыһазландырылған. Машинаның иң осһоҙонда ла хәүефһеҙлек мендәре, кондиционер, гидрокөсәйткесле руль, томанға ҡаршы фаралар һәм бөтә ишек тәҙрәләренең автоматлаштырылған күтәргесе буласаҡ.
Автомат трансмиссиялы иң арзан "Дэу Гентра"ны 449 мең һумға һатып алып була, ә тулыһынса йыһазландырылған автомобилдең хаҡы 542 мең һумға барып баҫа. "Люкс"ты һатып алыусыларға металдан ҡойолған тәгәрмәс дисктары, ABS системаһы, люк, йылытылыусы креслолар, "ағас" ҡушып яһалған сифатлы салон һәм башҡа өҫтәмәләр тәҡдим ителәсәк.
"Дэу Гентра"ға баҙарҙа иң тәүҙә арзан седандар менән "көс һынашырға" тура киләсәк. Үзбәкстанда етештерелгән был машина башҡаларҙан осһоҙораҡ булыуы менән айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Мәҫәлән, "Хёндай Солярис"тың хаҡы 459 мең һумдан башланһа, күптән түгел сыға башлаған "Шевроле Кобальт"ты кәмендә 444 мең һумға баһалайҙар. Ә бына "Фольксваген Поло"ның Рәсәй өсөн етештерелгән седандарынан иң арзаны 449 мең һумға барып баҫа. Шуға ла үҙҙәре сығарған автомобилдең беҙҙең юлдарҙа киң таралыуына Үзбәкстан автозаводы ҙур өмөт бағлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518