Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҙан әйтә ауыл ҡарттары
Аҙан әйтә ауыл ҡарттарыӘлшәй районының Ғәйнәямаҡ ауылында “Ғәлиә һәм Нәжметдин” мәсете асылды.

Былтыр изге Рамаҙан айы башында, киләһе ураҙаны яңы мәсеттә ҡаршыларға яҙһын, тип доғалар уҡый-уҡый, иман йортоноң тәүге нигеҙ ташын һалғайнылар. Бына Хоҙай рәхмәте менән ни бары 11 ай эсендә ауыл уртаһында яңы мәсет ҡалҡып сыҡты. Матур ҡойма менән уратып алынған мөһабәт бина әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып, балҡып ултыра.
Мәсет алдына халыҡ тантанаға тиклем үк йыйыла башланы. “Собханалла, был көндәрҙе лә күрергә насип булды”, – тип һәр кем үҙенең һөйөнөсөн белдерҙе. Эйе, ҡасандыр биш мәсете булған, өс быуатҡа яҡын тарихлы ауыл өсөн был күптән көтөлгән ваҡиға. Ғәйнәямаҡтарҙың шатлығын уртаҡлашырға абруйлы ҡунаҡтар ҙа килде: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, район хакимиәте вәкилдәре, имам-мөхтәсиб Рәүеф хәҙрәт Шәмсетдинов, алыҫ Төркиәнән дин әһелдәре…
Күңелдәргә иман нуры һибеп, изге Ҡөрьән аяттары яңғырай. Раевка мәсете имам-хатибы Илшат хәҙрәттең фатихаһынан һуң биш йәшлек Аделина Аҙан әйтә ауыл ҡарттарыБәҙретдинова ауылдаштарына сүрәләр уҡып ишеттерҙе. Ауыл биләмәһе башлығы Наҙлыгөл Насибуллина, тантананы асып, был сауаплы эштә ҡатнашҡан барса халыҡҡа оло рәхмәтен еткерҙе. Район Советы секретары Ф. Хәйбрахманов уңған һәм тырыш Ғәйнәямаҡ халҡын оло байрам менән ҡотланы. Әле биләмәлә өс мәсет күтәрелеүен билдәләне Фәрит Ғөбәй улы. “Әммә мәсет төҙөү генә аҙ, иман йортоноң буш тормауы ла кәрәк”, – тигән фекер ҙә яңғыраны. Баш мөфтөй мәсеткә Үҙәк диниә назараты байрағын бүләк итте. Төркиәнән килгән ҡунаҡтар һәм башҡа дин әһелдәре лә үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, мәсеттәр элек-электән уртаҡ тырышлыҡ менән төҙөлгән. Ә бына Ғәйнәямаҡта мәсеттең шулай тиҙ арала сафҡа инеүендә Өфөләге “Каскад” производство-төҙөлөш компанияһы генераль директоры Наил Хөснөтдиновтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Мәсет һалыуға йыйылған аҡсаның күләменән ниәттең изгелеге мөһимерәктер, моғайын. Оло эшкә үҙ өлөшөн индереүселәр шул тиклем күп, бөтәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгел. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа, бөгөн ситтә йәшәүсе, әммә тыуған яғын онотмаусы яҡташтар ҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Ауылды йәмләп аҙан яңғырай. Ҡыҙыл таҫма киҫелә, абруйлы ҡунаҡтар һәм мәхәллә халҡы изге доғалар уҡый-уҡый мәсеткә уҙа. Йома намаҙы уҡылғас та күптәр таралышырға ашыҡманы, алыҫтан ҡайтҡан дуҫтар, туғандар, һабаҡташтар менән осрашыу-күрешеү оҙаҡ дауам итте. Теләк бер: иман йорто оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт итһен, йәш быуын әхлаҡлы, тәрбиәле булып үҫһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518