Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уфтанма, уфтанма...
Уфтанма, уфтанма...Бала саҡта Яңы йыл байрамын ҡаршылау, мөғжизә көтөү мәлдәре, һөйләп аңлата алмаҫлыҡ һөйөнөстәр, бүләктәр, рәхәтлек тойғолары иҫтә, һаман да иҫтә. Ә хәҙер, өлкәнәйә төшөп, әкиәттәргә ышанмай башлағас, шау-шыулы байрам да беҙҙе артыҡ ҡыҙыҡһындырмай, киреһенсә, күңелдәрҙе һиллек, донъя именлеге, тыныс тормош нығыраҡ тартҡандай.
Бәлки, Яңы йылды кеше йәшәмәгән ниндәйҙер бер утрауҙа, кокостар, маймылдар компанияһында үткәреү юҡһыныу, күңелһеҙләнеү тойғоларын еңергә ярҙам итер ине. Американдар юҡҡа ғына был хәлде байрам алдынан була торған “ауырыу билдәһе” тип атамайҙыр.
Белгестәр әйтеүенсә, Яңы йыл байрамын көткәндә бойоғор, төшөнкөлөккә бирелер, моңһоуланыр өсөн сәбәптәр быуа быуырлыҡ. Мәҫәлән, йыл аҙағында үткәнгә ҡараш ташлап, уңыш һәм уңышһыҙлыҡтарҙы барлай торған мәл етә. Йәнә нимәнелер эшләп еткермәгәнбеҙ, өлгөрмәгәнбеҙ, арттараҡ ҡалғанбыҙ... Ҡайҙа ҡараһаң да — минус, минус, минус... Үҙеңә асыуланмай кемгә асыуланырһың инде.
Бала сағығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Атай-әсәйегеҙ Яңы йыл кисәһенә киткән, ә һеҙҙе, үҙҙәре менән алмай, өләсәйегеҙ эргәһендә ҡалдырған. Ә институтта байрамдың иртәгәһенә имтихандар тапшырырға кәрәккәс, артыҡ күңел асыу ҡайғыһы ла булмағандыр. Ошо хәл-ваҡиғаларҙы беҙ йәнә аңыбыҙҙа яңыртабыҙ, икеләнеү, ҡурҡыу тойғоларынан азат ҡала алмай йонсойбоҙ.
Яңы йыл ығы-зығыһы күптәр өсөн баш ауыртыуы, хәлдән тайҙырғыс стресс менән бер. Мәшәҡәттәрҙе йырып сығыр өсөн күпме көс, ваҡыт кәрәк тип уфтанырға ла тура килә. Күңелләнеү ҡайғыһы юҡ, күптәр иҫке йылда йоҡоно нисек туйҙырырға икән тип баш вата, ял итеү әмәлен эҙләй.
Иң ауыры, моғайын, бүләк һайлауҙыр. Дөйә лә — бүләк, төймә лә — бүләк, тигәнгә ышанмағыҙ. Һәр кемдең күңеленә оҡшаған, һөйөнөс тыуҙырырлыҡ бүләкте эҙләп табыу өсөн аҙ тырышлыҡ һалырға кәрәкмәй. Сығымдарығыҙҙы алдан иҫәпләмәһәгеҙ, бурысҡа батыуығыҙ ҙа ихтимал. Байрам табыны, яңы күлдәк, бүләктәр өсөн аҡса ғаилә бюджетына ауырлыҡ килтермәҫкә тейеш. Ә быныһы үтә лә көсөргәнешле эш.
Иң ҡатмарлы мәсьәләне сисеүҙең дә бер нисә юлы була. Иҫке йылды оҙатҡанда уңыштарҙы барлау күпкә отошлораҡ. Яҡшы, ыңғай уйҙар ғына еңеүгә илтә. Психологтарҙың бер нисә ябай кәңәшен тәҡдим итәбеҙ.
Бөтә байрам мәшәҡәтен үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ. Яҡшы ойоштороусы була белһәгеҙ, барлыҡ йорт эштәрен йәһәт атҡарыуға өлгәшерһегеҙ. Яңы йыл кисе өсөн яңы идеялар өҫтөндә уйланыу ҡамасауламаҫ. Оливье салатын әҙерләү бер һеҙҙе генә ялҡытмағандыр, әйҙәгеҙ, ят, үҙенсәлекле рецептар, блюдолар эҙләү өҫтөндә ижади эшләйек.
Тирә-яғығыҙға күҙ һалығыҙ. Бәлки, яҡындарығыҙҙың һеҙҙекенә ҡарағанда ла етдиерәк проблемалары барҙыр? Үҙегеҙҙең генә “ҡаҙан”да ҡайнап йәшәүҙең йәме лә, тәме лә юҡ, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Тормош дауам итә. Яңы йылда ла!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504