Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ысын башҡорт бәйгеһе!
Ысын башҡорт бәйгеһе!Бәйгеһеҙ һабантуйҙың йәме юҡ. Хатта ҡайһы берәүҙәр байрамға нәҡ көрәште һәм ат сабышын ҡарарға ғына килә. Башҡорт ир-атының һыҙаттарын — таһыллыҡты, етеҙлекте, ихтыяр көсөн — сағылдырған төп ярыштар элек-электән ҙур майҙан йыйған. Байрамдың иң тос бүләктәре нәҡ бил бирмәҫ көрәшселәргә, сәмле бәйгеселәргә эләккән.
— Хәҙерге һабантуйҙарҙың ошондай "ирҙәрсә һыҙаты" юғала бара, — ти Әтек ауылынан Рәхим Баймөхәмәтов. — Уларҙа йыр-бейеү, уйын-көлкө, сауҙа өҫтөнлөк итә бара. Ат ярышына килгәндә, ул ҡыҫҡаҡ арала үткәрелә, һөҙөмтәлә исем өсөн генә ойошторолған кеүек килеп сыға. Быны мин һабан батырҙарына ихтирам да шундай кимәлгә төшкән һымаҡ ҡабул итәм.
Тынғыһыҙ, ғәрсел Рәхим Абдрахман улы оҙаҡ уйлап тормаған, бәйгене үҙе үткәреп ҡарарға булған. Бөрйәндә иң ҙур һаналған Арғыҙма яланына яҡташтар ғына түгел, күрше райондарҙан да дәррәү йыйылғандар.
"Сараны 22 июндә үткәреүебеҙҙең дә үҙенсәлеге бар, — ти ойоштороусы. — Бөйөк Ватан һуғышына аттарҙа киткән ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙың рухына ла арналды ул".
Бәйге һигеҙәр саҡрымлыҡ ике урауҙа уҙғарыла. Тәүгеһендә "Аврора" ҡушаматлы атта Учалы егете Динар Фазлетдинов беренсе килеп, Рәхим Абдрахман улының төп призына — арғымаҡҡа — эйә була. Унан саҡ ҡына ҡалышҡан Роберт Баймөхәмәтов (Бөрйән районының Әтек ауылынан) 10 мең һум аҡса алһа, өсөнсө килгән Сибай егете Рим Гәрәев эйәр менән бүләкләнә. Сираттағы урауҙа беренсе килгән Иҙел Бикбулатовты ла (Сибай ҡалаһынан) хужаның арғымағы көтә. Икенсе урынды алған Фаяз Ҡолбирҙин (Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылынан) — 10 мең һум, өсөнсө баҫҡысты яулаған Ғәҙел Шәрипов (Бөрйән районының Яуымбай ауылынан) биш мең һум премияға лайыҡ була.
Ысын башҡорт бәйгеһе!— Бәйгене ойоштороуҙа, үткәреүҙә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Дамир Яхин, ветеринария станцияһы етәксеһе Зәбир Аратов һәм башҡа етәкселәр, туғандарыбыҙ, балаларым ныҡ ярҙам итте, — тип һөйөнә Рәхим Абдрахман улы. — Саранан әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡәнәғәтлек кисерҙем. Ысын башҡорт бәйгеһе булды!

Зәбир АРАТОВ, райондың ветеринария станцияһы етәксеһе:
— Рәхим Абдрахман улы шәп байрам уҙғарҙы. Унда үҙебеҙҙән генә түгел, башҡа райондарҙан да күпләп килеүҙәрен халыҡтың ысын бәйгене һағыныуы тип ҡабул иттем. Башланғыс бар, уны дауам итерҙәй ир-ат күп беҙҙең Бөрйәндә!

Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511