Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Психолог фекере
Психолог фекереБер үк онотмағыҙ

Ғаилә тарҡалғандан һуң, нисек кенә ауыр булмаһын, икенсе яртығыҙға алмаш эҙләргә ашығырға ярамай. Ҡабаланмағыҙ, ә яңғыҙ ҡалған мәлегеҙҙе үҙ файҙағыҙға файҙаланығыҙ. Яңғыҙлыҡ иреккә әүерелһен, түбәнһенмәү, үҙеңде нығытыу өсөн этәргес булһын. Күңелһеҙ уйҙарығыҙҙан бер ни ҡәҙәр ваҡыт арынып ҡарағыҙ, иғтибарығыҙҙы һөнәрегеҙгә, яратҡан шөғөлөгөҙгә йүнәлтегеҙ. Бер кемгә лә бәйле булмауығыҙҙы һәм буйһонмауығыҙҙы тойоу өсөн барыһын да эшләгеҙ.

Маҡтаһаң да, уйлап әйт

Маҡтауҙың ҡатын-ҡыҙ өсөн дә, ир-атҡа ла берҙәй файҙалы булыуы фәнни яҡтан иҫбатланған. Әммә улар икенсе яртыһынан төрлө баһа һүҙҙәре көтә. Ҡатын-ҡыҙға “Һеҙ нисек барһығыҙ, шулай матурһығыҙ” тип әйтеү оҡшаһа, ир-атҡа ҡатынының балалары, ғаиләһе өсөн оло хәстәрлек күреүе тураһындағы йылы һүҙҙәре йөрәгенә һары май булып ята.

Психолог фекереҮҙ-ара итәғәтле булығыҙ

Совет осоронда “Үҙ-ара итәғәтле булығыҙ” тигән яҙма һәр магазинда тиерлек була торғайны. Бик уйлап эшләнгән, дөрөҫ кәңәш ул. Ғаиләгеҙҙә бер-берегеҙгә итәғәтле булығыҙ. Яҡын кешегеҙҙең тауышын һәм һүҙен ишетегеҙ. Был һис тә ҡатмарлы түгел, сөнки ысын һөйөү үҙеңде уйлауҙан, хәстәрлек күреүҙән генә тормай, ә икенсе яртың хаҡында ҡайғыртыу ҙа.
Яратылыуыңды тойоу — һәр кемдең иң ҙур теләк-хыялы. Ул кешене ҡанатландыра, күккә күтәрә.

Үпкәләүҙе онотоуҙың биш ысулы

Рәнйеүҙе, үпкәләүҙе онотоу өсөн ябай ғына ысулдар тәҡдим итәбеҙ.
1. Өйөгөҙҙө йыйыштырығыҙ. Хатта быға ҡәҙәр ҡулығыҙ етмәгән шкафтарҙағы әйберҙәрҙе барлағыҙ, балаҫты, мендәрҙәрҙе ҡағығыҙ. Кискә, барлыҡ эшегеҙ тамамланғас, асыуығыҙ хатта иҫегеҙгә лә төшмәҫ.
2. Рәхәтләнеп көлөгөҙ. Бының өсөн яратҡан комедиялы видеокассета ҡарағыҙ. Тик фильм иҫ киткес ҡыҙыҡлы, онотолорлоҡ булһын.
3. Асыулы хис-тойғонан ҡотолоу өсөн, мәҫәлән, мендәрҙе нисек булдыра алаһығыҙ — шулай ҡаҡҡылағыҙ, гәзитте ваҡ-ваҡ киҫәктәргә йыртҡылағыҙ, һис тә булмаһа, кәрәкмәгән берәй әйберҙе ватығыҙ. Ҡайһы саҡ был да ярҙам итә.
4. Бәләкәй балалар йыш ҡына асыуҙарын бер урында тыпырҙап, аунап-тәгәрәп белдерә. Уларҙың өлгөһөнә эйәрергә лә ярай, ҡайһы мәл ошолай эшләү ҙә булышлыҡ итә.
5. Тәрән итеп тын алығыҙ, табан аҫты һәм тубыҡ мускулдарын бер нисә секунд ныҡ ҡына ҡыҫып тороғоҙ. Тынығыҙҙы тышҡа сығарғанда, киреһенсә, мускулдарҙы йомшартығыҙ.
Барыһын да дөрөҫ атҡарғанда, аяҡ буйлап йылы йүгерер. Шундай уҡ күнегеүҙе эс, ҡулдар, ҡулбаш һәм муйын менән дә ҡабатлағыҙ.

Мини-тренинг

Көсөргәнешле аҡыл эше талап ителмәгәндә, мәҫәлән, ҡайҙалыр йөрөгәндә, һауыт-һаба йыуғанда, түбәндәге һүҙҙәрҙе ҡабатлағыҙ.
Шулай уҡ уларҙы магнитофон таҫмаһына яҙҙырып, йоҡлар алдынан йәки иртәнсәк тыңларға ғәҙәтләнегеҙ. Был һүҙҙәр төпкө аңға үтеп ингәс, үҙегеҙгә ҡарата баһағыҙҙың һәм ышаныстың артыуын тойорһоғоҙ.
*Башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итерлекмен.
*Һөйөүгә һәм ихтирамға лайыҡмын.
*Башланған һәр эште аҙағынаса еткерәм.
*Мин — үҙенсәлекле шәхес.
*Уңышты тартыусы магнитмын.
*Һәр көн яңы һәм яҡшы мөмкинлек алып килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840