Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юл өҙөклөгө һылтау түгел
Юл өҙөклөгө һылтау түгелБыл районда ғына почтаны йылға буйлап ташыйҙар

Уҡыусыларыбыҙҙан гәзиткә яҙылып та, уны ваҡытында алмауҙарына йәки ҡайһы бер һандарҙың килеп етмәүенә зарланыуын йыш ишетәбеҙ. Сәбәптәрен асыҡлай башлаһаң, ғәжәпләнеүҙең сиге булмай.

Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының ҡап уртаһында тиерлек урынлашҡан Һәҙиә Дәүләтшина һәм Завод урамдарында йәшәүсе ике уҡыусыбыҙ “Башҡортостан”ды килтермәүҙәре хаҡында хәбәр итте. Баҡһаң, ул участканы хеҙмәтләндерергә почтальон юҡ икән. Хәҙер апайҙарҙың береһе үҙе барып алып йөрөй, икенсеһе, ахыр сиктә, беҙгә лә, почта бүлексәһенә лә үпкәләп ҡуйҙы.
Был берҙән-бер хәл булһа, аптыратмаҫ та ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ошондай күренештәр йыш осрай. Шуға ла Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы Ҡариҙел районына ойошторған матбуғат турында ҡатнашырға һис һүҙһеҙ ризалаштым. Өфөнән 217 километр алыҫлыҡтағы һәм үҙе лә йөҙҙәрсә саҡрымға һуҙылған районда халыҡты хеҙмәтләндереү сифаты менән ҡыҙыҡһынып, юлға таң һарыһынан ҡуҙғалдыҡ.
Идаралыҡтың йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса белгесе Антонина Решетникова сәфәргә юлланыуҙың сәбәбен бер нисә һүҙ менән аңлатҡайны инде. Ысынлап та, таныштырыу өсөн юҡҡа һайланмаған булып сыҡты Ҡариҙел почта бүлексәһе. Республикала матбуғат баҫмалары һыу маршруты буйынса таратылыусы берҙән-бер төбәк ул.
Һүҙ ҙә юҡ: тәбиғәте матур был яҡтың. Райондың күп өлөшөн урман биләй, тау-ташлы урындар ҙа байтаҡ, Павловка һыу һаҡлағысы ла ошонда. Ҡариҙел Юл өҙөклөгө һылтау түгелйылғаһы, киң зәңгәр таҫма булып һуҙылып, районды ике өлөшкә бүлеп аға. Шуға ла һул яҡ ярҙағы ауылдарға урау-урау юлдар үтеп барырға йә иһә һыу аша нисек тә булһа сығырға тура килә. Күп райондарҙа почта автомобилдәре тура юлдарҙан елдерһә, ҡариҙелдәргә был хаҡта хыялланырға ғына әле. Ҡыш, йылға туңғас, “Буран” ҡарйөрөгөсөндә ташыһалар, боҙ киткәс, ҡаршы яҡҡа кәмә йәки катер менән сығып йөрөйҙәр. Һыу ташҡан осорҙа бер автомашинаны һул яҡ ярҙа ҡалдыралар, сөнки ете почта бүлексәһе йылға аръяғында урынлашҡан.
Идаралыҡтың граждандар оборонаһы һәм янғын хәүефһеҙлеге төркөмө етәксеһе Владимир Полянин әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең именлеген тәьмин итеү өсөн һаҡлыҡ саралары күрелә, катер һәм кәмә махсус ҡорамалдар менән йыһазландырыла, пенсия һәм пособие таратыусы почтальонды һаҡсы оҙата. Почта машиналары юлдаш аша ГЛОНАСС селтәренә тоташтырылған — тимәк, һәр ҡайһыһы күҙәтеү аҫтында.
Һыу ҡайтҡас, понтон күпер урынлаштырыла. Быйыл уны 1 Май байрамына тиклем ҡороп өлгөргәйнеләр. Әйткәндәй, был күперҙән 2001 йылда файҙалана башлағандар.
— Күпер ҡуйылғас, халыҡ һәм күпме автомобиль иркенләп, хәүефһеҙ сығып йөрөй. Тағы шуныһы: уның аша үтеү түләүле, ә хакимиәт башлығы Илдар Ғарифуллиндың күрһәтмәһенә ярашлы, почта машиналарына был талап ҡағылмай, — тип урындағы хакимиәткә рәхмәтен белдерҙе Ҡариҙел почтамты Юл өҙөклөгө һылтау түгелначальнигы Илгиз Исламов.
Ул арала почта машиналары бер-бер артлы күпергә инде. Быйыл аръяҡҡа тәүге тапҡыр юл алыуҙарына беҙ ҙә шаһит булдыҡ. Һәр береһен хәйерле юл теләп оҙатҡас, район үҙәгенән 25 саҡрымдағы Яңы Йәнсәйет ауылына ҡуҙғалдыҡ. Маҡсат ошо ауыл почта бүлексәһенә алып барылған матбуғат баҫмаларын һәм тауарҙарҙы кәмәгә тейәп оҙатыу менән танышыу ине. Яңы Йәнсәйеткә почта аҙнаһына өс тапҡыр килтерелә. Ауыл ҙур ғына, әммә йорттарҙың байтағы әле буш тора, хужалары йәй генә йәшәй, тинеләр. Бүлексәлә матбуғат баҫмаларына ҡарағанда, һатыу итеү тауарҙары күберәк булып сыҡты. Үкенескә ҡаршы, почта бүлексәһе начальнигы Гүзәл Мөғлитдинованан ҡыуанырлыҡ хәбәр ишетмәнек. Ауылға ни бары бер генә “Башҡортостан” гәзите килә, ул да булһа — клубҡа. Йомош менән инеүсе бер нисә апайҙан республиканың төп баҫмаһын алдырмауҙарының сәбәбе менән ҡыҙыҡһындыҡ. “Район гәзитен генә алдырабыҙ шул. Барыһын да уҡырға күҙ ҙә насар күрә хәҙер, ә йәштәр Интернеттан файҙалана”, — булды яуаптары.
Беҙҙән саҡ ҡына алдараҡ килгән почта машинаһы кәмә өсөн яңы мотор алып барҙы. Ошонда осраттыҡ та инде Илгиз Исламов маҡтаған Алена Алееваны. Бәләкәй генә буйлы, теремек почтальонды күргәс, уның хаҡында әйтелгәндәр хатта аҙыраҡ та тойолдо. Ҡыш “Буран”ды, йәй моторлы кәмәне үҙе йөрөтә. Яңы Йәнсәйет почта бүлексәһенән алып матбуғат баҫмаларын, пенсия һәм пособиеларҙы тарата ул йылға аръяғында урынлашҡан эреле-ваҡлы ауылдар халҡына. Ярай әле, оҙатыусы бар. Йәйрәп аҡҡан, мул һыулы йылғала кәмә менән йөрөү түгел, хатта унда төшөүе лә ҡурҡыныс. Тилберлеге, эшен яуаплы атҡарыуы һәр хәрәкәтендә күренә уның. Яңы моторҙы ир-ат күтәрер тип наҙланып тороу ҡайҙа! Кәмәгә үк килтереште. Тоҡто ла йәһәт кенә һалды. Моторҙы ҡабыҙырға тырышып, ҡайышын туҡтауһыҙ тартыуҙан маңлайына тир бәреп сығыуын күргәс, бер төркөм ир-ат уңайһыҙланып китте шикелле, ярҙамлашырға булдылар.
Бындай ауыр участканы хеҙмәтләндергәс, Аленаның эш хаҡы арыуҙыр тип уйлаусылар төптө яңылыша.Аҙ ғына аҡсаға риза булып, хеҙмәтен намыҫлы атҡарыусы почтальондарҙың береһе ул. Үкенескә ҡаршы, илебеҙҙә хеҙмәтеңә ҡарап ғәҙел эш хаҡы түләй башлауҙарын әлегә көтөргә генә ҡала. Аленаға күтәрергә тура килгән тоҡтар ҙа еңелдән түгел, ҡайһы саҡ 30 килограмға саҡлы етә, тиҙәр.
Мәҡәләмдең башында Өфөнө телгә алғайным. Миллионлы ҡалала почтальон булмау сәбәпле, баҫмаларҙың хужалары ҡулына барып етмәүе хаҡында. Ҡариҙел почтамтының эше менән танышҡас, ҡатмарлы тәбиғәт шарттарында ла халыҡты тейешенсә хеҙмәтләндереп булыуына ышандыҡ. Теләгәндә һәм халыҡтың хәлен аңлағанда, әлбиттә.
Әле Ҡариҙел районында 302 дана “Башҡортостан” гәзите тарала. Ҡайһы бер төбәктәр өсөн өлгө улар. Ғөмүмән, матбуғатҡа яҙылыу барышында район хакимиәтенең һәр саҡ ярҙамын тоябыҙ, бының өсөн, уңайы тура килгәндә, рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡариҙел почтамтының көйлө эшләүен дә күрҙек. Хәҙер инде ошо төбәктә йәшәүселәрҙең әүҙемерәк ҡуҙғалып, республика баҫмаһына яҙылыуҙы бурысы итеп иҫәпләүҙәрен теләге килә.

Илгиз ИСЛАМОВ, Ҡариҙел почтамты начальнигы:
— Беҙҙең ҡарамаҡта Ҡариҙел һәм Асҡын райондарындағы 173 ауыл, уларҙың 99-ы — Ҡариҙелдә, 77-һе Асҡында урынлашҡан. 42 почта бүлексәһе 52 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Коллектив тотороҡло, күптәре оҙаҡ йылдар эшләп, бай тәжрибә туплаған. Һәр ҡайҙағы кеүек, беҙҙә лә йәштәр эшкә килергә атлығып тормай. Шулай ҙа кадрҙар мәсьәләһендә ҡырҡыулыҡ юҡ. Урынбаҫар Филүс Нәғимовты төп таянысым тип иҫәпләйем. Башҡалар ҙа һынатмай. 194 ҡатын-ҡыҙ хеҙмәткәрҙең 110-ы — почтальон. Уларға йөкмәтелгән бурыс ҙур, әлбиттә. Почта ташыусылар ҙа үҙҙәренә оло яуаплылыҡ алған. 13 берәмек автотранспортыбыҙ бар. Уларҙы 2049 километр оҙонлоҡтағы 12 маршрут буйынса оҙатабыҙ. Автомашиналар әйләнеп ҡайтҡансы күңел тыныс түгел, имен йөрөүҙәрен теләп ҡалабыҙ һәм көтөп алабыҙ. Беҙҙә почта ташыуҙың ҡатмарлыраҡ һәм үҙенсәлеклерәк булыуын күргәнһегеҙҙер, моғайын. Шуға ла яуаплылыҡ ҙур. Әммә һылтау эҙләмәйбеҙ, ә матбуғат баҫмалары ваҡытында барып етһен өсөн тырышабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840