Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шифа — аяҡ аҫтында
Шифа — аяҡ аҫтындаБелергә лә, һаҡ булырға ла кәрәк

Дарыу үләндәре элек-электән киң ҡулланылған. Әммә ҡайһыһының ниндәй сирҙән килешкәнен, ҡасан йыйһаң файҙаһы ҙур булыуын һәр кем белеп еткермәй. Үләндәр менән эш иткәндә лә “самаһын белһәң — дарыу, белмәһәң — ағыу” тигәнде оноторға ярамай. Һуңғы осорҙа шифалы үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Бөгөн үләндәрҙе ҡасан йыйыу, нисек ҡулланыу кәрәклеге хаҡында бер нисә кәңәш бирмәксебеҙ.
Үгәй инә үләне — күп кенә илдәрҙә халыҡ медицинаһында ҡулланыла, боронғо дарыу үләне иҫәпләнә. Япрағынан яһалған төнәтмә һалҡын тейгәндә, аш һеңдереү, бөйөр һәм бәүел ҡыуышлығы сирҙәрендә ярҙам итә, аппетитты аса. Ә һарҡындыһы менән башты йыуып, ҡыуаҡтан һәм сәс ҡойолоуҙан ҡотолалар.
Ынйы сәскәһе (ландыш) йыйғанда һаҡ булырға кәңәш ителә, сөнки ул ағыулы, бигерәк тә еләктәре. Ынйы сәскәһен дауа сифатында халыҡ ҡына түгел, рәсми медицинала ла киң ҡулланалар. Унан эшләнгән дарыуҙар тынысландыра, йоҡлата, шулай уҡ тахикардия, гипертония, боғаҡ һәм быума сирҙәрен дауалауҙа, нервы ҡаҡшағанда файҙаһы ҙур.
Яҙ ҡара ҡарағаттың япраҡтарын һәм бөрөләрен әҙерләйҙәр, сөнки ул аскорбин кислотаһына бай. Япраҡтары хуш еҫле булғанға күрә йыш ҡына сәйгә лә Шифа — аяҡ аҫтындаөҫтәйҙәр.
Бәпембә салаттар өсөн һәйбәт. Иҙелгән япраҡтарынан йәшәртеү өсөн битлек тә эшләйҙәр, ә сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмә һипкелде ағарта.
Шулай уҡ майҙа ҡайын еләге сәскә ата башлай. Уның шифалы булыуы күптән билдәле. Бигерәк тә япрағын ҡан ағыуҙы туҡтатыусы үләндәр ҡатнашмаһына ҡушалар. Ә еләгенән ҡайнатма әҙерләйҙәр йәки киптерәләр.
Был осорҙа айыу көпшәһе (дяшль), энәлек (боярышник), муйыл сәскәһе, дегәнәк тамыры, көтөүсе муҡсаһы, аҡ әрем, юл япрағы, ҡара һарына (папортник) һәм башҡа ҡайһы бер үҫемлектәрҙең шифаһы ҙур.
Үләндәрҙе йыйыр алдынан улар хаҡындағы мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ. Үҙегеҙгә күпме кәрәк буласағын иҫәпләгеҙ, сөнки киптерелгән үләндәрҙе һаҡлау ваҡыты күп түгел, ни бары 1-2 йыл.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509