Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшселәр әҙерләү киң ҡолас ала
Эшселәр әҙерләү киң ҡолас алаЭксперттар әүҙем һөйләшеүҙәрҙән һуң "эшсе һөнәренең абруйын арттырған осраҡта ғына тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен яйға һалырға мөмкин" тигән уртаҡ фекергә килде. Шулай ҙа токарь йәки быраулаусы һөнәренең абруйын юрист, иҡтисадсы кимәленә еткереү өсөн ниндәй сара күрергә һуң? Был һорауға яуапты "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы миҫалында эҙләргә булдыҡ.

"Йондоҙҙар" үҙебеҙҙә тәрбиәләнә

Эшселәргә ҡытлыҡ — тотош Рәсәйгә хас проблема. Бөтә кимәлдәрҙә лә ошо хаҡта баш ваталар. Күптән түгел Өфөлә уҙғарылған Кадрҙар форумында ла тикшерелде был мәсьәлә.
— Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең ике юлы бар: сит компанияларҙан оҫталарҙы саҡырыу йәки "йондоҙҙар"ҙы үҙебеҙҙә тәрбиәләү, — тигән фекер белдерҙе "Башнефть" компанияһының вице-президенты Валентин Тимаков. — Тәүге ысул ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыу зарурлығы тыуғанда ҡулай булһа, икенсеһе кадрҙар прблемаһын хәл итеү йәһәтенән әһәмиәтле. Һөнәри йүнәлеш биреү эшен дөрөҫ алып барыу йәш хеҙмәткәрҙә оҫталыҡ ҡына түгел, хеҙмәткә, өлкәндәргә ихтирам кеүек күркәм сифаттар, корпоратив берҙәмлек рухы тәрбиәләү мөмкинлеге бирә.
Кадрҙар форумында ҡатнашыусыларҙың күпселеге Валентин Тимаковтың ошо фекере менән килеште. Дәүләт власы органдары, эш биреүселәр, эксперттар берләшмәһе, уҡыу йорттары уртаҡ тырышлыҡ менән йәш эшсе кадрҙарҙы йылдам, сифатлы әҙерләү системаһын ойошторорға ниәтләй. Был бурысты тормошҡа ашырыу өсөн алдан уҡ һөнәри йүнәлеш биреү селтәрен төҙөргә, эшселәр туплауҙың һөҙөмтәле алымдарын табырға, хеҙмәт квалификацияларын профессиональ йәһәттән стандартлаштырып сертификатларға, белгестәр әҙерләүҙең модулле программаларын ҡабул итергә, шулай уҡ матди һәм рухи дәртләндереү сараларын ҡулланырға кәрәк.
Әлбиттә, "Башнефть" компанияһында эшселәргә ҡытлыҡ юҡ. Шулай ҙа, белгестәрҙең фекеренсә, кире эҙемтәләрҙе булдырмау өсөн алдан уҡ сара күреү шарт.
— Башҡортостандың нефть тармағында 370 һөнәр буйынса эшсе кадрҙарға ихтыяж 3500 кешегә етә, — ти "Башнефть" йәмғиәтендәге Үҫеш һәм персоналды нигеҙләү департаментының проекттар буйынса менеджеры Дмитрий Ефремов. — Компания үҫә, яңы төбәктәргә сыға, шуға күрә яҡын киләсәктә етештереү һәм хеҙмәтләндереү өлкәләренә квалификациялы йәш эшселәр күпләп кәрәк буласаҡ.
"Башнефть" йәмғиәтендә кадрҙар мәсьәләһе системалы һәм эҙмә-эҙлекле хәл ителә. Иҫәп-хисап нигеҙендә 2020 йылға тиклем компанияның етештереү объекттарында ниндәй кадрҙарға ихтыяж буласағы асыҡланған.
Иң кәрәкле 30 һөнәргә белгестәр йәлеп ителһә, кадрҙар мәсьәләһе 70 процентҡа яйға һалына тигән һүҙ.

Оҫталыҡ дәрестәре


— Беҙ элекке ҡараштарҙы юҡҡа сығарып, йәштәрҙе эшсе һөнәренең абруйлы ла, аҡсалы ла булыуына инандырырға тырышабыҙ. Уйлап ҡарағыҙ: заманса ҡорамалды юғары белемле һәр кеше үҙләштерә алмай. Был эш инглиз телен, иҫәп-хисап техникаһын белеүҙе, күнекмәләр үтеүҙе талап итә, — тигән фекерҙә Дмитрий Ефремов.
"Башнефть" хеҙмәткәрҙәре араһынан һайлап алынған тренерҙар командаһы ла нефтсе эшенең иң яҡшыларҙан булыуын дәлилләргә тейеш. Был кешеләр һөнәренең абруйын, ҡыҙыҡлы үҙенсәлектәрен үҙ миҫалында раҫлау өсөн студенттар, уҡыусылар менән осрашасаҡ.
"Башнефь" акционерҙар нефть компанияһы вәкилдәре киләсәктә нефть тармағында эшләү теләге менән белем алған егет һәм ҡыҙҙарға ҙур иғтибар бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа күп кенә уҡыу программалары практиканан ситләште, әхлаҡи яҡтан иҫкерҙе. Шуға күрә нефтселәр йәш алмашҡа, шулай уҡ уҡытыусыларға производство менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирә. Нефть тармағы предприятиелары буйлап ҡыҙыҡлы экскурсиялар, хеҙмәт династиялары, "Иң яҡшы һөнәр" ярышында еңеүселәр менән осрашыуҙар, шулай уҡ һәләттәрҙе асырға ярҙам иткән мауыҡтырғыс конкурстар ойоштороласаҡ.
Йәш быуын менән бәйләнештә барлыҡ аралашыу сараларын ҡулланыу, шул иҫәптән вэбинарҙар үткәреү, социаль селтәрҙәрҙе файҙаланыу күҙаллана. Компания белгестәре был мәсьәләне республиканың Мәғариф, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары менән берлектә тикшерҙе һәм улар тарафынан хуплау тапты.

Шәхси сифаттарға — айырым иғтибар

"Башнефть" вәкилдәре бөгөн компания предприятиеларына эшкә алғанда һәр кешенең һөнәри һәм шәхси сифаттарына айырым иғтибар бүлә.
— Эшселәргә ҡуйылған талаптарға килгәндә, шуны әйтергә кәрәк: киң профилле белгестәргә, универсалдарға һәм үҙ эшенең оҫталарына өҫтөнлөк бирелә, — ти “Арлан” технологик транспорт идаралығы директорының персоналға идара итеү буйынса урынбаҫары Вячеслав Шәйхетдинов. — Мәҫәлән, нефть сығарыу һәм эшкәртеү объекттарына ябай водителдәр генә түгел, өҫтәмә һөнәргә эйә булған, махсус ҡорамалдарға — цементлау, күтәреү агрегаттарына, компрессорға, башҡа техникаға — идара итергә һәләтле киң профилле белгестәр ҙә кәрәк. Был барлыҡ эшсе һөнәрҙәренә лә ҡағыла тиерлек.
Әйткәндәй, бөгөн предприятиеларҙың күбеһе ошондай йүнәлеш яҡлы. Ҡасандыр "яҡшы тормош эҙләп", башҡа предприятиеларҙың ылыҡтырғыс вәғәҙәләренә ышанып ситкә киткән кешеләр әле "Башнефть" компанияһы предприятиеларына күпләп кире ҡайта. "Башнефть" һәм башҡа компанияларҙағы эш шарттарын сағыштырыу мөмкинлегенә эйә булғандар — хәҙер үҙ предприятиеһының ысын патриоттары.
— "Башнефть" системаһына 1985 йылда килдем. Алты йыл эшләгәндән һуң унан китеп, ҙур хата яһаным. Бер нисә ойошманы алмаштырғас, тотороҡлолоғо, хеҙмәткәрҙәренә иғтибары менән айырылып торған "Башнефть" йәмғиәтендә генә эшләргә теләүемде аңланым. Бында хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, социаль гарантиялар, даими мәшғүллек тә ҙур әһәмиәткә эйә. Етәкселек менән мөнәсәбәт яҡшы. Эш буйынса һорау тыуһа, аныҡ яуап ишетәһең, хәлеңде лә белешеп торалар, — ти водитель Сергей Лесин. — Китергә теләгән егеттәргә һәр саҡ: "Минең хатамды ҡабатламағыҙ! Ныҡлап уйлағыҙ!" — тип өгөт-нәсихәт уҡыйым.
Ябай эшсе менән кадрҙар тәьминәте буйынса белгестең предприятиелағы тотороҡло эшмәкәрлекте, лайыҡлы эш хаҡын, социаль гарантияларҙы һәм ышаныслы шарттарҙы берҙәй баһалауы "Башнефть" компанияһында кадрҙар мәсьәләһенең дөрөҫ хәл ителеүенә өмөтләндерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514