Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пионерҙар хәрәкәтен нисек баһалайһығыҙ?
Пионерҙар хәрәкәтен нисек баһалайһығыҙ?Бөгөн В.И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә — 91 йыл. Был көн урта һәм өлкән быуын өсөн айырыуса ҡәҙерле. Ҙур ҡаҙаныштары өсөн ике тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләнгән ойошмала миллиондарса уҡыусы тәрбиә мәктәбен үтте. Иҫтәлекле көн уңайынан гәзит уҡыусыларға “Пионерҙар хәрәкәтен нисек баһалайһығыҙ, ул бөгөн кәрәкме?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Вазифа СӘҒӘҘӘТОВА, уҡытыусы, Баймаҡ районы:
— Пионер булған сағым шул тиклем һағындыра: слеттар, отряд йыйындары, төнгө усаҡ, ҡыҙыл байраҡ, галстук, ант биреүҙәр... Әле Әбделкәрим мәктәбе уҡыусылары күңеленә үҙебеҙҙәге ошо рухты һалырға тырышабыҙ. Унда “Нурбостан республикаһы” исемле ойошма эшләй. Йыл да сентябрҙә V класс уҡыусыларын тантаналы шарттарҙа пионерға алабыҙ. Ант бирәләр, галстуктары ла бар. 19 майҙа бергәләп турслетҡа сығабыҙ.
Таһир ҠУНАҠБАЕВ, эшсе, Өфө ҡалаһы:
— Пионерия тураһында насар һүҙ әйтеү мөмкин түгел. Ул йәш быуынды берҙәм, тәртипле, йыйнаҡ, яуаплы, эшһөйәр, маҡсатлы булырға өйрәтте. Әле ҡала урамында ни эшләргә белмәй шашынып, уңға-һулға бәргеләнеп йөрөгән үҫмерҙәргә ҡарайым да йөрәгем әрней: пионерияны бөтөрөү бына ниндәй хәлгә килтерҙе!
Гүзәлиә ХӘЛФЕТДИНОВА, хужабикә, Әбйәлил районы:
— Минеңсә, бөгөнгө уҡыусыларҙы дингә яҡынайтырға кәрәк. Сағыштырып ҡарап, совет осорондағы идея уның әхлаҡи нигеҙҙәренән алынған, тип әйтә алам. Кешегә алға ҙур маҡсаттар ҡороп, ышаныс, өмөт менән йәшәү өсөн ниндәйҙер рухи терәк кәрәк, һәм бөгөн ул — дин.
Инсаф МОРАТОВ, Хәйбулла районы:
— Октябрят, пионер, комсомол, коммунист — тормошта ошо баҫҡыстарҙы үтеү кешенең шәхес булараҡ үҫешендә ҙур әһәмиәткә эйә булған. Иң мөһиме — ул йәмғиәттәге урынын белгән һәм, алда юғарыраҡ үр көтөүен ныҡлы белеп, шуға табан ышаныслы атлаған. Бөгөн, ошондай баҫҡыстар булмағанлыҡтан, тарҡаулыҡ барлыҡҡа килде, өлкәндәрҙе ололау, йәштәрҙе һанлау кеүек талаптар юғала бара. Ошондай ҡиммәттәребеҙ бөтөнләй юҡҡа сыҡмаһын өсөн тәү сиратта мәктәптә даими эш алып барыу мөһим. Пионерияны тергеҙеү мотлаҡ, тип уйлайым. Әлбиттә, ул элеккенең күсермәһе була алмай, әммә төп идеялар һаҡланырға тейеш.
Азамат СӘЙФИЕВ, Белорет ҡалаһы:
— Рәсәйҙә һәр ваҡыт шулай: берәй нәмәне бөтөрәбеҙ ҙә йылдар үтеү менән ҡайтанан тергеҙәбеҙ. Пионерия кеүек ҙур тәрбиәүи көскә эйә ойошманың да кире аяҡҡа баҫырына шикләнмәйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519