Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыу ҡәҙерен беләбеҙме?
Һыу ҡәҙерен беләбеҙме?Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев концерттарының береһендә халыҡҡа мөрәжәғәт итеп: "Тәбиғәтте һаҡлайыҡ, юҡһа, ағастар күпләп киҫелә, урман бөтһә, шишмәләр ҡорой. Эсәр һыуһыҙ тороп ҡалһаҡ, ни эшләрбеҙ? Кеҫәң тулы аҡса, аҫыл таштар булһа ла, һыуһыҙ йәшәү мөмкин түгел", — тигәйне. Ысынлап та, һыу ҡәҙерен белмәйбеҙ шул. Ә бит ата-бабабыҙ тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булған.

Бының бер сәбәбе уларҙың ислам динен тотоуында, Аллаһы Тәғәлә ебәргән Ҡөрьән китабын ентекләп өйрәнеүендә, ғилемле булыуындалыр, сөнки мосолмандар һыуға ҙур әһәмиәт бирә, уның йәшәү сығанағы икәнлеген, сифаттарын белә. Һыу тураһында бик күп аяттар, хәҙистәр бар.
Аллаһы Тәғәлә бөтә йән эйәләрен дә һыуҙан яралтҡан. "Дингә ышанмаусылар белмәйме икән ни: тәүҙә күктән ямғыр яуманы, ә Ерҙә үҫемлектәр үҫмәне. Һәм Беҙ күктән ҡойолған, Ер аҫтынан урғылған һыуҙан бөтә тереклекте бар иттек. Нисек улар һаман ышанмай?" ("Пәйғәмбәрҙәр" сүрәһе, 30-сы аят). Изге Ҡөрьән Кәримдә әйтелеүенсә, һыу Ер барлыҡҡа килгәнсе үк булған. "Һуд" сүрәһенең 7-се аятында был турала түбәндәгесә бәйән ителә (мәғәнәһе): "Ул күкте һәм ерҙе алты көндә яралтты, ә Уның Ғәршеһе (йәки Көрсийе) күк һәм ер яралтылғансы һыу өҫтөндә торҙо". Әлеге ваҡытта Ер өҫтөнөң 72 проценты һыу менән ҡапланған булыуы фәнни иҫбатланған. Әгәр ҙә соҡорҙарҙы, уйһыулыҡтарҙы, тауҙарҙы тигеҙләһәң, бөтә ер һыу аҫтында ҡаласаҡ.
Әҙәм балаһының тәне 70 процент һыуҙан тороуын да беләбеҙ. Был хаҡта "Фурҡан" сүрәһенең 54-се аятында "Ул — кешене һыуҙан яралтты" тиелгән. Ямғыр алдынан ел иҫеүе хаҡында беҙгә шулай бәйән ителә: "Ул Үҙенең изгелеге тураһында һөйөнсө итеп елде ебәрә. Һәм күктән таҙа һыу ебәрә" ("Фурҡан" сүрәһе, 48-се аят). Шул уҡ ваҡытта Аллаһ, кешеләргә эсәр һыуҙы биреп, уны еңел генә кире алыуы ихтималлығы тураһында ла иҫкәртә. "Һеҙ эсәр һыуығыҙ хаҡында уйланаһығыҙмы? Һеҙ уны болоттар араһынан ебәрәһегеҙме, әллә беҙ ебәрәбеҙме? Әгәр беҙ теләһәк, һыуҙы тоҙло (йәки әсе) итеп яралтыр инек. Ни өсөн һеҙ рәхмәт әйтмәйһегеҙ?" ("Ваҡиға" сүрәһе, 68-70-се аяттар).
Ҡөрьәндә йыш ҡына телгә алынған ямғыр һыуы, йылғалар һәм фонтандар Аллаһ Тәғәләнең үҙ ҡолона йомартлығын, шәфҡәтлелеген күрһәтә. Ожмахта һыу, Тамуҡтағы һаҫыҡ һыуҙарҙан айырмалы, бер ҡасан да йыйылып ятмай. Ул гел аға. Иман килтергәндәргә аҫтарында һыуҙар ағып ятҡан баҡсалар вәғәҙә итә Аллаһ. Ер йөҙөндә һәм, ғөмүмән, бөтә Ғаләмдә тәбиғәт күренештәре күбеһенсә әҙәм балаларының ғәмәлдәре менән тығыҙ бәйләнештә. Әммә был ҡанунды ғалимдар фәнни дәлилдәргә таянып, физика закондары менән генә аңлата. Әгәр ер тетрәһә, сәбәбен ер ҡатламдарының йәки ер аҫтындағы һыу йәки башҡа матдәләрҙең күсеүе менән фаразлайҙар, ел-дауыл ҡупһа, төрлө йылылыҡтағы һауа ҡатламдарының үҙгәреүенә бәйләйҙәр. Әлбиттә, фәнни яҡтан ҡарағанда, был дөрөҫ, әммә донъялағы һәр нәмәнең илаһи ҡанунға нигеҙләнеүен онотмайыҡ. Был сүрә-аяттарҙан үҙебеҙгә фәһем алһаҡ ине. Аллаһ әйтә: "Әгәр ҙә һиңә бер игелек килһә, ул Аллаһтандыр, әгәр ҙә бер ҡайғы-хәсрәт килһә, был һинең үҙеңдәндер". Шуға ла Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтле ҡолдарынан булайыҡ. Уның биргән ниғмәт-байлыҡтарына шөкөр итәйек, тәләфләмәйек, исрафламайыҡ, ҡулдан килгәнсә һаҡлайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840