Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ата-баба кәсебен үҙ итеп...
Ата-баба кәсебен үҙ итеп...Төрлө кешене осратырға мөмкин. Берәүҙәр бөтә нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдерһә, икенселәр, йәшәүҙән йәм табып, күңеленә ятҡан шөғөлдө үҙ итә. Әбйәлил районының Хәмит ауылында йәшәүсе Рәфҡәт Һаҙыев, мәҫәлән, йүкәнән һәм ҡарағастан ҡымыҙ, буҙа һаҡлау өсөн көбөләр, кәбеҫтә тоҙларға мискәләр, шулай уҡ бал батмандары яһай. “Мине хәҙер тотош Башҡортостан белә: эшләгән әйберҙәремде һорап Туймазы, Бәләбәй, Ауырғазы яҡтарынан, Өфөнән килеүселәр ҙә бар”, — ти ул.

Оҫтахана ҙур түгел. Көндәр нисек кенә тормаһын, бында эш ҡайнай. Мейес янына һөйән киптереүгә ҡуйылған, эшләнә башлаған көбөләр урын алған, өҫтә — әҙер әйберҙәр. Әйтерһең дә, магазин кәштәләренән үҙеңә кәрәклеһен һайлайһың! Ниндәй генә ҙурлыҡтағыһы юҡ — йәнең теләгәнде ал! Хатта ҡымыҙ һәм буҙа бешеүселәргә бешкәген дә әҙерләгән оҫта. Бер яҡ ситтәрәк ҡыҙылыраҡ көбөнөң башҡаларҙан айырылып тороуын күргәс, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, Рәфҡәт ағайҙан был турала һораным. Баҡтиһәң, ҡарағастан яһалған көбө ҡыҙғылт төҫтә була икән. Йүкәнән эшләнгәндәре иһә ап-аҡ, урман еҫе аңҡып тора, матурлығы һушты ала. Рәфҡәт Һаҙыевтың әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта Магнитогорск ҡалаһының кафе, ресторан хужалары махсус заказдар буйынса байтаҡ кәрәк-яраҡ эшләтеп алған. Ағас һауытта кәбеҫтә тоҙларға теләүсе ҡатын-ҡыҙ йылдан-йыл арта икән. Бигерәк тә йүкәнән яһалған мискәлә кәбеҫтәнең әсемәүе, ҡыярҙың әскелтем генә булып һаҡланыуы — уңған хужабикәләр ҙә аңлата алмаҫлыҡ сер.
Һүҙгә хужаның ҡатыны Венера апай ҡушыла: “Былтыр йәй бесәнгә һыуҙы 5 литрлыҡ йүкә һауытта алып йөрөнөк. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, һыу һалҡын килеш һаҡланды, хатта үҙебеҙ ҙә аптыраныҡ”, — ти.
Бындай әйберҙәрҙе етештереү оҫтаға еңел бирелмәй. Йәй көнө урмандар буйлап йөрөп үҙенә кәрәкле йүкә ағастарын һайлай, көҙ уларҙы киптерә, формалар яһай, ә ҡыш оҫтаханаһында тир түгә. Иманым камил, көҙгөлөккә бәшмәк, кәбеҫтә, ҡыяр тоҙлау, буҙа һәм ҡымыҙ бешеү өсөн Рәфҡәт Һаҙыевтың көбө мискәләре ҡулай. Иң мөһиме — ата-бабабыҙҙан ҡалған кәсеп һаҡлана, ә уны тергеҙеү үҙебеҙҙән тора. Оҫталарыбыҙҙы эҙләп табып, уларҙы халыҡҡа сығарыу, әйберҙәрен һатып алыу, эштәренең кешегә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөү ҙә файҙаға булыуын онотмайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506