Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балтас мәҙәниәттә артта булмаҫ
Балтас мәҙәниәттә артта булмаҫРеспубликабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығының күсмә коллегияһы ултырышы Балтас районында осраҡлы үтмәне. Балтастарҙың коллегалары менән уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе етерлек. Һәр ауылда мәҙәниәт усаҡтары гөрләп тора, матди-техник базалары яҡшы, сығарылыш уҡыусылары, техник вуздарҙан тыш, мәҙәни йүнәлештәгеләренә лә күпләп уҡырға инә.

Әйткәндәй, бәрәкәтле был төбәк илебеҙгә бихисап йырсы, бейеүсе, артист үҫтергән. Быларҙың барыһы ла район хакимиәтенең мәҙәниәткә тейешле иғтибары хаҡында ла һөйләй.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2014 йылды Рәсәй Федерацияһында Мәҙәниәт йылы тип иғлан итеүе тураһындағы Указын уҡып ишеттергәс, яңылыҡты барыһы ла дәррәү ҡул сабып алҡышланы.
– Республикала ғүмерҙәрендә бер тапҡыр ҙа симфоник оркестрҙың моңо яңғырамаған ауылдарҙың булыуы, улай ғына ла түгел, бала-сағаның театр йә Балтас мәҙәниәттә артта булмаҫконцерттың ни икәнен дә белмәй үҫеүе уйландыра. Ошо хатаны төҙәтеү маҡсатында быйыл профессиональ коллективтарҙың гастролдәре планлаштырыла. Был тәңгәлдә уларға ярҙам итһәгеҙ ине, – тигән үтенесен белдерҙе министр.
Әйткәндәй, ҡайһы бер ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары компьютер менән йыһазландырылмаған, интернет юҡ, белгестәр етешмәй.
Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, төбәктең социаль иҡтисадын үҫтереүҙә этнотуризм стратегик йүнәлештәрҙең береһе һанала, үҙ сиратында ул мәҙәни мираҫты һаҡлауға ла булышлыҡ итә.
Мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһынан һуң сарала ҡатнашыусылар сәнғәт мәктәбе эше менән танышты, Нөркә һәм Тушҡыр ауылдарының мәҙәниәт йорттарында булды, Батырша музейына сәфәр ҡылды, Аҫау ауылындағы модель китапханаһын асыуҙа ҡатнашты. Шулай уҡ һәр кем Белорет һәм Туймазы райондары алып килгән библиобустағы китаптарҙы ҡараны. "Башҡортостан" киностудияһы иһә киномобиль ярҙамында кино күрһәтте.

Айҙар Мөхәмәтйәнов, Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
– Күптәр ҡулайлаштырыу хаҡында һүҙ ҡуйыртҡанда, беҙҙә мәҙәниәт усаҡтарының һәммәһе лә эшләй. Быйыл сараларҙы бигерәк тә күп ойошторҙоҡ. Өлкән быуын вәкилдәренә тәғәйенләнгән кисә, шәл байрамы, театр коллективтарының фестивале, "Үҫәргән" театрының сығышы, "Байыҡ" бейеү конкурсы, йәштәрҙең "Ейәнсура йондоҙо" тигән бәйгеһе, май байрамдарына арналған концерт – шуға асыҡ миҫал. Өҫтәүенә, һәр ауыл күрһәтмә сара уҙғара, ул әҙиптәргә йәки арҙаҡлы шәхестәргә арнала.

Фәнил Кинйәғолов, Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
– Быйыл ете ауылдың мәҙәниәт йортона газ индерелә. Был инде күптән булмаған хәл, хеҙмәткәрҙәрҙең шатлығы сикһеҙ. Мәҙәниәт министрлығы аҡса бүлде, рәхмәтебеҙ ҙур. Ҡулайлаштырыу бар, әлбиттә, ул мәҙәниәткә генә түгел, һәр өлкәгә лә ҡағыла. Уның ҡарауы, беҙҙә бер клуб та ябылманы, район хакимиәте башлығы был мәсьәләгә бик етди мөнәсәбәттә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509