Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Миңә мама тип әйт!”
“Миңә мама тип әйт!”“Юлдаш” каналынан әкрен генә моң ағыла — башҡорт халыҡ йыры “Ғилмияза”. Ҡайһылай хисләнеп, әҫәрләнеп башҡара уны данлыҡлы йырсыбыҙ! Күпме көс, ирек, ялҡын һибелә был моңдан!

Телебеҙҙең матурлығына тағы ла бер ҡат һоҡланып ҡуйҙым. Эйе, яғымлы ла, нәфис тә шул ул. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева телебеҙҙе юҡҡа ғына һандуғас, гөл-сәскә менән сағыштырмаған.
Рухи хазинабыҙ — ата-бабаның быуындан быуынға күсә килгән аманаты. Уға хыянат итергә ярамай, ә ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа телебеҙгә битарафлыҡ күрһәткәндәр юҡ түгел. Ҡайһы берәүҙәр, башҡорт булып та, урыҫса һөйләшергә маташа, үҙебеҙсә аралашырға тартына. Балаларына ҡолаҡҡа ятмаған исем ҡушыусылар ҙа етерлек.
Тәрбиәнең башы — ғаиләлә. Әсә кеше бишек йырҙары аша балаһында туған телгә һөйөү тәрбиәләргә тейеш. Тик ҡайһы саҡта бының тап киреһе лә була шул. Миҫал өсөн, күптән түгел шаҡ ҡатырғыс күренештең шаһиты булдым. Урам буйында ҡаршыма кескәй ҡыҙсығын етәкләгән йәш әсә килә ине. “Әсәй, туңдырма алырһың әле”, — тине бәләкәс. “Әсәй түгел, мама тип әйт, аңра!” — тип ҡысҡырып ебәрҙе әсә кеше. Ишеткәнемдән телһеҙ ҡалдым...
Иҫемдә, бәләкәй сағымда мин дә бер саҡ, әхирәттәремә эйәреп, әсәйемә “мама” тип өндәшә башланым. Шул ваҡытта өләсәйемдең: “Ҡыҙым, урыҫ телен үҙләштереүеңдә бер насарлыҡ та күрмәйем. Әммә туған телеңдә һөйләшергә өйрәткән ғәзиз кешеңә шулай өндәшеү — тупаҫлыҡ, үҙ телеңде ихтирам итмәү”, — тип аңлатҡаны ғүмерлек һабаҡ булды.
Әлеге әсәнән: “Ниңә балағыҙҙы башҡортса һөйләшеүҙән тыяһығыҙ?” — тип һораным. “Нимәгә кәрәк ул? Башҡортса һөйләшеп, ҡайҙа бара алһын?” — тип яуап бирҙе йәш әсә.
Эйе, бындай хәлдәргә бер бөгөн шаһит булмайбыҙ. Үҙ телендә һөйләшергә теләмәгән маңҡорттарға ҡарап, уларҙы йәлләп тә, асыуланып та ҡуяһың.
Республика мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу шатландырһа ла, борсолорлоҡ урындар ҙа бар. Әйтәйек, уны юғары класс балаларына аҙнаһына ике сәғәт үткәреү эшме ни? Шулай уҡ уҡыусыларҙың әҙәби китаптарҙан ситләшеүе күңелде ҡыра. Баланың киләсәктә ниндәй кеше булыры ниндәй әҫәрҙәр уҡып үҫеүенә бәйле бит. Һүҙ юҡ, яңы технологияларҙы белергә, урыҫ телен, сит телдәрҙе өйрәнергә кәрәк. Әммә үҙебеҙҙең милли хазинаны ла оноторға ярамай, уны байытыу, һүҙ ҡәҙере, көсө юғалмаһын өсөн тырышыу мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512