Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иртәнге йылмайыу
Иртәнге йылмайыуБыл донъяла ризалыҡта йәшәү өсөн әҙәм балаһына далан кәрәк. Шунһыҙ йәнтәслим тырышыуҙарың да, әсәйең-атайың һинең тәбиғәтеңә һалған һәләттәр ҙә, саңға сәселгән орлоҡ һымаҡ, ҡыяҡ та ебәрә алмай, ем булып та өлгөрмәй.

Һәр яҙ донъя яңырып ҡына ҡалһа, уны тәбиғәттең ғәҙәттәге күренеше тормоштоң бүтәнсәрәк сифатта дауам ителеше, тип баһаларға мөмкин булыр ине. Ләкин миҙгелдәр менән бергә ер менән күк тә, һауа менән һыу ҙа алмашынған һымаҡ. Бары ҡояштың ғына йонсоу көндәрҙә һөмһөрө ҡойолғанын күреп эс бошһа, аяҙ иртәләрҙә уның ысыҡта йыуынған йөҙ менән балҡыуына ҡыуанабыҙ. Иртәнге йылмайыу ғүмерҙең бер мәле генә шул!
Тағы ла май. Ниңә һуң йәнә, май, тибеҙ ҙә “аһ!” итәбеҙ? Бер уйлаһаң, һәр айҙың үҙ йөҙө, үҙ урыны, үҙ ҡәҙере. Тарих күҙлегенән баҡһаң, уның һәр йылы, айы, көнө халыҡтарҙың көнитмешендә ғорурланырлыҡ та, хурланырлыҡ та хәтирәләр ҡалдырған. Һәм кешелектең ахырына ҡарай әйләнгән тарих та уның йылъяҙмаһы булыу асылына тоғро ҡала.
Үҙенең һуңғы миҙгеленә килеп терәлерҙән алда быйылғы яҙ ике айын ҡыш менән әллә яғалашып, әллә туғанлашып үткәрҙе. Инде ҡараны күрҙек, күгүләнгә аяҡ баҫтыҡ тип ирәйергә өлгөрмәйбеҙ, ясин сыҡҡан ҡышыбыҙ, йәнә терелеп, урамда ҡотороноп та йөрөй. Шулай ҙа Ерҙең әйләнеүен туҡтатыр, Ҡояш йөҙөнә ҡара яулыҡ ябыр әмәлдәр юҡ. Май яҡынлаша килә, ағас-ҡыуаҡтарҙа, ялан-болондарҙа, гөлт итеп, йәшел ут тоҡанды. Тәбиғәттең йәшәү көсө, гүйә, ағас олондарында, бөрөләрҙә үҙ мөҙҙәтен һағалап ҡына торған да ҡояшҡа, саф һауаға, иркен донъяға атылып килеп сыҡҡан. Йәшәйем тип ынтылған тереклеккә һалҡын да, ялҡын да тышау була алмай шул.
Үтеп барған ҡыш менән килер яҙҙың айҡалашыуы тигәндәй, кемдең йылғырыраҡ булыуына ҡағылышлы бер риүәйәт хәтергә килде. Мәғлүмдер, Оло Инйәр менән Кесе Инйәр Ямантау итәгенән башлана ла Инйәр ҡасабаһы тирәһендә бергә килеп ҡушыла. Имештер, юл башында улар, ҡайһыһына ҡайһы тарафҡа ағырға тип бик оҙаҡ һүҙ көрәштергәс, ахырҙа былай тип кәңәш беркеткән: иртәрәк торғаны — уңға, ә йоҡлап ҡалғаны һулға ағып китергә тейеш була. Оло Инйәр иртәрәк килеп тора ла, Кесе Инйәр йоҡонан уянғансы, байтаҡ ҡына араны үтә һала. Кесеһе, күҙен тырнап асҡас, ағайымдан тороп ҡалмайым тип тура һыпыра... Шуға күрә уны, ағаһынан тар булмаһа ла, Кесе Инйәр тип атайҙар. Тик ағаһы ҡустыһынан етеҙерәк аға.
Риүәйәткә, уҡымаҡҡа ябай ғына күренһә лә, миҙгелдәрҙең сослоғо ғына түгел, бәлки ваҡиғаларҙың бер-береһен ҡыуа-уҙа килеү мәғәнәһе лә һалынған һымаҡ. Яҙҙың яҙ икәнлеге ҡояш менән дымдың мәрхәмәтенә бәйле булһа, ваҡыт аҙымдарының һәлмәклеге дәүләт һәм уның хакимдары ҡылған ғәмәлдәрҙә күренә.
Ә тәбиғәт... Май... Халҡыбыҙҙа уның матур атамаһы бар — һабанай. Бәс, йөрәге урынында булған егеттәр, яҙғы ғәҙәт буйынса, йылынған тупраҡты емләргә сыға. Ҡарыуынан яҙған ололар ҙа хатта, үҙҙәренсә дәртләнгән булып, һөрмәһә лә, сәсмәһә лә, баҫыу ситендә тороу өсөн генә лә ҡырға юллана. Славян ҡәүемдәре, наҙлап, майҙы “травень”, “розоцвет”, “цветень”, “светозарник” һәм бүтән атамалар менән йөрөткән. Яҙ миҙгеленең әле башланып торған һуңғы айын һәммә халыҡтар ҙа, дөйөмләштереп алғанда, сәскәләр һәм мөхәббәт айы тип йөрөтә. Ул, ысындан да, йылдың иң йәшел, һәр тереклектең тормошҡа әйләнеп ҡайтҡан һәм гөлдәргә күмелгән мәле.
Әммә заманы ирәүәнләп, тормош ваҡлыҡтары тураһында уйланмай, донъя хәлдәре беҙҙе урап үтер төҫлө ғәмһеҙ йөрөрлөк түгел. Рәсәйҙең дәүләттәр берлегендәге урыны ышанысһыҙ, етәкселәренең һүҙе бәҫһеҙ, иҡтисады бер дауылдан ҡаужып сыҡһа, икенсе тайфун уны тамам упҡындарҙа сәсәү сигенә ҡуя. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инәбеҙ тип ун һигеҙ йыл тилмереүебеҙ көткән уйынсығынан мәхрүм ҡалған сабый кәйефенә оҡшаш үсегеү менән алмашынды.
Юғарыраҡ телгә алынған ике Инйәрҙең кемуҙарлығы һымаҡ, сәйәсәттә һәм донъяуи көнкүрештә көндәшлек, бер-береһен төп башына ултыртырға тырышыу, үҙ һүҙен ҡыйралыш һәм ҡорбандар хаҡы менән булһа ла өҫтөн сығарырға ынтылыу ярылып ята. Америка Ҡушма Штаттары, көслөнөкө — замана тигәндәй, һәр ғәмәлдә ҡеүәтенә таяна. Әүәлге осорҙарҙан мин-минлекте мираҫ итеп ҡалдырған Рәсәй иһә, көсһөҙ көрәк һындырыр һымаҡ әйтемде тотоп, мыйыҡ ҡабарта. Беҙ халыҡтар араһындағы мөғәмәләлә гуманистик асыл, закондарҙың тантана итергә тейешлеге тураһында хәбәр һөйләгәнсә, ҡеүәтлеләр ҡеүәтен күрһәтеп тә, үҙен танытып та өлгөрә.
Бик күп дәүләттәр менән мөнәсәбәттәрҙә Рәсәйҙең төрлө дәрәжәләрҙәге проблемалары ҡала килә. Ҡытай менән Япония, мәҫәлән, Рәсәйҙән оҙайлы ваҡытҡа һәм тотороҡло рәүештә нефть алып тороуға ошоға ҡәҙәр дәғүә итте. Был беҙҙең илгә лә отошло ине, ләкин халыҡ-ара иҡтисадындағы бер нисә фактор әлеге мөнәсәбәттәргә аяҡ сала. Беренсенән, донъя сәнәғәте иҡтисади көрсөктөң етди һәм оҙайлы фазаһына килеп инде, тауар етештереү Ҡытайҙа ла, Японияла ла кәмей. Тимәк, энергия ресурстарына ихтыяж да түбәнәйә. Икенсенән, Ҡытай нефть һәм газды Урта Азиянан осһоҙораҡ хаҡҡа алыу яғына ауыша. Өсөнсөнән, Япония ғалимдары диңгеҙ төбөнән яңы энергия сығанағы — гелийҙы алыу технологияһын эшләне. Әгәр ҡалҡып килеүсе Ҡояш иле уны етди сәнәғәт итеп ойоштора алһа (ә быға һис кемдең шиге юҡ), япондарға Рәсәй нефте менән газы һөждә түгел. Шул уҡ ваҡытта беҙгә Көнсығыштағы бөйөк ике дәүләт менән иҡтисади бәйләнештәрҙе лә, кешелек мөнәсәбәттәрен дә һаҡлап ҡалырға кәрәк. Хәйер, үҙен халыҡтар берекмәһендә мәртәбәле итеп тойорға ынтылыуы менән бер генә дәүләт тә илдәрҙе “кәрәкле”гә һәм “кәрәкмәй торғанға” айырырға тейеш түгел. Дөйөм халыҡ-ара хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәме, сауҙа өлкәһендә булһынмы, һәр илдең ошо мөнәсәбәттәрҙә үҙ урыны бар. Ә инде Рәсәй Федерацияһы кеүек оло дәүләттең мәнфәғәттәре әллә ҡайһы тарафтарға барып тоташа.
Тарих ағышы, сәйәси процестар ниндәй генә төҫ алһа ла, мәшриҡтан мәғрипкә йә кире яҡҡа иҫкән елдәр артабан да тегендә-бында сайҡала торор. Уҙған йыл шаулашып урам-майҙандарға сығыу ғәҙәтенең традицияға әүерелеүенә йөҙ йыл тулғайны. Тәүге маевкалар, демонстрациялар башланғыс романтик күтәренкелеген тора-бара һүрелтте, сәйәси сарамы, рәсми байраммы булып ҡалды. Май бер килке “Бөтөн донъя хеҙмәтсәндәренең теләктәшлек көнө” булып йөрөнө. Хәҙер ул — Яҙ һәм Хеҙмәт символы. Ни тип кенә әйтмәгеҙ, ябай халыҡ күңелендә 1 Май барыбер иң сағыу, нурлы ла, йырлы ла байрам булып һаҡланып ҡалды.
Ватан хаҡына ниҙер эшләрлек ваҡытта ла беҙ демонстрацияларға кемдеңдер тел сарлауын тыңларға йә сәйәсәткә бәрәкәт өҫтәргә түгел, бәлки, таҙа, матур, хәүефһеҙ урамдарҙан ҡыуанып, йыр-моңға күмелеп үтеү өсөн йөрөр булдыҡ. Ә күптәребеҙҙең атайсалында... Яҙ үҙ мәленән тайпылмаһа, игенселәр тәүге культураларҙы байрамға тиклем сәсеп ҡалырға тырыша. Был — егәрлелек тә, борондан килгән йола ла. Һәр йортта тәҙрәләр йыуыла, өйҙәрҙә һөлгөләр эленә, кәртә-ҡура һипләнә, һеперелгәс, урамдар хәтфәле булып ҡала. Ауыл кешеһе, мул тормоштан алыҫ булһа ла, ҡәҙерләп һаҡланған кейемдәрен кейеп, ил-йортҡа бәхет ташҡын һымаҡ килгәндәй кәйеф менән йөрөй. “Ярлының байрамы — яңы күлдәк кейгәндә” тигән һүҙ тиктәҫкә әйтелмәгәндер.
...Яҙҙың күҙҙе иркәләгән көндәрендә уйым менән Урал армыттарына артыла-төшә, тыуған төйәгемә барып ураным. Тау ҡуйындарында, шырлыҡтарҙа, йомортҡаға ултырған ҡаҙ һымаҡ ағарып, ҡар ярсыҡтары боҫоп ята. Тәбиғи улаҡтарына әйләнеп ҡайтһа ла, тау йылғалары һаман ажар. Ҡарҙан әрселеп, техника инерлек хәлдә булһа ла, күпселек баҫыуҙар игенсенең килеренән төңөлгән. Байрам асылы әләмдәр менән сәскәләрҙә генә түгел шул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508