Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Автояңылыҡтар
Фордҡа етеүсе юҡ!

Белгестәр донъялағы иң популяр автомобилдәрҙе атаған. Баҡһаң, 2012 йылда Ford Focusҡа етеүсе булмаған икән – уны 1 020 410 кеше һатып алған. Әйткәндәй, уның һәр дүртенсеһе Ҡытайҙа һатылған.
Икенсе урында иһә Toyota Corolla килә, уны 872 774 кеше үҙ иткән. Өсөнсө урында пикап Ford F-Series урынлашҡан, уны 800 меңгә яҡын кеше һатып алған.
Быларҙан тыш, рейтингта Whuling Zhiguang, Toyota Kamry, Ford Fiesta, Wolkswagen Golf, Сhevrolet Cruze, Honda Civic кеүек автомобилдәр бар. Ә иң популяр унауҙы кроссовер Honda CR-V йомғаҡлай.
Әйткәндәй, иң ышаныслы брендтар рейтингында шул уҡ Ford маркаһына етеүсе булмаған.

АвтояңылыҡтарШтраф түләү өсөн – 60 көн

Тиҙҙән юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған өсөн штрафты ике ай дауамында түләргә рөхсәт иткән (әле иһә бер ай ваҡыт бирелә) закон үҙ көсөнә инәсәк. Рәсәйҙең суд приставтары федераль хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, водителдәргә оҙатылған штрафтар почта буйынса бик оҙаҡ бара һәм ҡайһы берәүҙәр уларҙы һуңлап ала. Шуға ла улар бурысын 40 – 50 көндән генә түләй. Һөҙөмтәлә суд приставтары штрафтарҙың үҙ мәлендә түләнмәүе буйынса административ эштәргә "күмелгән". "Былтырғы йомғаҡтар буйынса, беҙгә килгән 50 миллиондан ашыу документтың 20 миллионы – административ штрафтар. Шуларҙың дүрттән өс өлөшө – ЮХХДИ штрафтары. Тәүге ике айҙа ғына уларҙың һаны 4 миллионға барып баҫты", – тип зарланалар бында.

Хәүефле йөрөткән өсөн...

Тиҙҙән Рәсәйҙә автомобилгә хәүефле идара иткән өсөн дә язаға тарттырыуҙары ихтимал. Был турала закон проекты Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан әҙерләнә. Рәсәй ҡануниәтендә "хәүефле йөрөтөү" һәм "һаҡһыҙ йөрөтөү" кеүек төшөнсәләрҙең барлыҡҡа килеүе мөмкин. Хоҡуҡ һағындағылар был ҡағиҙәне үтәмәүселәргә ҡаршы нисек көрәшер – әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа, күҙаллауҙарға ҡарағанда, штраф күләме 2 – 5 мең һум самаһы булыр тип көтөлә.

Прокурор ҙа аптырай

Рәсәй юлдарының 60 проценттан ашыуы хәүефһеҙлек талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй! Генераль прокуратурала ошондай шаҡ ҡатырғыс фекергә килгәндәр.
"2012 йылда прокурорҙар тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр юлдарҙың 60 проценттан ашыуының талаптарға ярашлы булмауын һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә үтә лә насар йоғонто яһауын асыҡлаған", – тиелгән Рәсәйҙең Генераль прокуроры Юрий Чайканың докладында. Уның фекеренсә, был күренеш тармаҡта идара итеүҙең һөҙөмтәһеҙ булыуын тулыһынса раҫлай.
Илдең төп прокуроры белдереүенсә, аварияларҙың 20 процентына насар сифатлы юлдар сәбәпсе. Дәғүәләр юл ҡатламының сифатына, төнгө урамдарҙың яҡтыртылмауына, йәйәүлеләр үткәүелдәренең насар хәлдә булыуына, юл билдәләренең юҡлығына ҡағыла. Шулай уҡ прокуратурала юл сифатын күҙәтеүҙең насар кимәлдә ойошторолоуын, уларҙы төҙөкләндереүҙә бихисап хоҡуҡ боҙоуҙарҙың булыуын билдәләгәндәр.

Арба ватылһа – утын...

Рәсәйҙең автомобиль баҙары һуңғы өс йылда тәүге тапҡыр түбән "тәгәрәй" башлаған. Мәҫәлән, март айында ғына ул 4 процентҡа төшкән.
Һуңғы тапҡыр бындай күренеш 2010 йылда күҙәтелгән. "АвтоВАЗ"-дың юғалтыуы – 7 процент, йәғни 40,4 мең автомобилгә ҡәҙәр тәшкил иткән. Nissan – 19, Wolkswagen –15, Ford – 11, Сhevrolet иһә 10 процентҡа юғалтыу кисергән. Шулай ҙа Daewoo менән Citroenға етеүсе юҡ, уларҙың табышы 34 процентҡа кәмегән. Хәле мөшкөлдәр исемлегендә Mazda менән Peugeot ла бар (29 процентҡа аҙыраҡ).
Ә бына Renault иһә сауҙаһын 16 процентҡа үҫтереүгә өлгәшкән. Kia ла әллә ни ҡалышмай. Ә Mitsubishiға етеүсе юҡ, уның үҫеше 66 процент тәшкил иткән.
Рәсәй автомобиль баҙарының түбән "тәгәрәүе" 2012 йылдың көҙөнән башланған икән. Быны белгестәр һуңғы йылдарҙағы үҫеш менән аңлата: теләге булғандарҙың бөтәһе лә машиналы булып бөткән, йәнәһе. Әммә ябай халыҡ өсөн был тик файҙаға ғына – һатыуҙың кәмеүе арҡаһында арзан автомобилдәр барлыҡҡа киләсәк. Мәҫәлән, бөгөндән үк салондарҙа ташламалар артыуы күҙәтелә, йәғни дилерҙар һәр һатып алыусы өсөн көрәш башлаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506