Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Һәр саҡ үҙем менән..."
"Һәр саҡ үҙем менән..."Әхирәтем Илмираның ҡулынан килмәгән эш юҡ: энә һәм ырғаҡтар менән бәйләй, күҙ яуын алырлыҡ әйберҙәр сигә, телеңде йоторлоҡ ҡамыр аштары бешерә, буяуҙарға йән индереп, һүрәт төшөрә... Һанай китһәң, тағы ла әллә нәмәләр эшләй белә. Ауылыбыҙҙа юбилей тантаналарына, туй табындарына уны саҡырып өҫтәл биҙәтәләр, кәләш көйәнтәһенә һәм силәктәренә матур сәскәләр төшөртәләр.

Рәсемдәрҙе күп ваҡыт күңеленә килгән образдар аша яһай. Уларҙа бала саҡ йылдарының аһәңдәре, тыуған яҡ йылыһы һиҙелә. "Силәктәге һүрәттәрҙә урман, һауа, гөл-сәскә һәм емеш-еләк еҫтәренә тиклем тоям", — тип әйтеүе Илмираның үҙ эшен ни тиклем яратҡанын һәм ихласлығын күрһәтә.
Уның өйөнөң тышҡы күтәрмәһенән үк үҙ ҡулы менән бәйләгән балаҫы йәйелгән. Ә йорттоң эсендә әхирәтемдең күңел биреп һәм күҙ нурҙарын тамыҙып башҡарған эштәренең сиге юҡ. Ул төрлө өлгө менән кофта, күлдәк, ойоҡ, башалтай, өҫтәл йә диван япмалары, тағы ла бик күп әйбер бәйләй. Туғандарына, дуҫтарына бүләк итә уларҙы.
— Берәүһен дә һатмайым, бүләк итәм. Ҡайһы саҡ бик үтенеп һораһалар, бәйләйем. Аҡса минең өсөн мөһим түгел. Ижадымдан йәшәү көсө алам. Ирем дә, балаларым да: "Бер генә эшеңде лә һатма", — тиҙәр. Атай-әсәйҙең дә тәрбиәһе ныҡ булды. Әсәйемдең әсәһе Ғәшүрә төрлө төҫтәге ептәр менән балаҫ һуға, ауылдаштарына күлдәк тегә торғайны. Ә икенсе өләсәйем Шәмсинур бер иҫке әйберҙе лә әрәм итмәйенсә, ҡорамалар телеп, шуларҙан биҙәк яһап ултырғыс, һике япмалары тегә ине. Олатайым Муллағәли Нурғәлиев бик оҫта тегенсе булды. Ғүмер буйы ауылдаштарыбыҙға тиренән тун, һырып фуфайка, "тройка" костюмдар, бүрек, түбәтәй ише әйбер текте. Һуғышта командирҙарҙың махсус тегенсеһе булған. Әсәйем Ифада Муллағәли ҡыҙы Сәғәҙиева ғүмер буйы табип булып эшләне, әле пенсияла, 77 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөтә нәмәне үҙе тегеп кейә. Һеңлем Идая ла бәйләмгә оҫта, — ти Илмира Рифҡәт ҡыҙы.
Әхирәтем — күптәрҙең серҙәше лә. Тағы ла бер күркәм сифаты бар: ул — йомарттарҙың йомарты. Үҙенә ҡалмаһа-ҡалмай, кешегә һуңғы тинен дә сығарып бирә.
— Хәҙер оҫталыҡты арттырырға мөмкинлек күп. Журналдар алдырам, Интернетта ултырам, уҡыйым, өйрәнәм. Һәр башҡарған эшем — миңә ҡыуаныс, шуларҙы бүләк итеп йәм табам. Ҡайҙа ғына булыуыма ҡарамаҫтан, ҡул эшен үҙем менән йөрөтәм. Бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырмайым. Көндәлек мәшәҡәттән, донъялағы аһ-зарҙан ижад емештәре ҡотҡара. Бер төҫлө бәйләмдәрҙән арып китһәм, икенсе төрлөгә күсәм, — ти оҫта.
Әллә нисә эшен бер юлы алып бара Илмира. Утыҙ бер йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, пенсияға сыҡҡас, бәйләү-сигеү айырылғыһыҙ юлдашына әйләнгән. Бөгөн энәһеҙ, ырғаҡһыҙ бер көнөн дә күҙ алдына килтермәй оҫтабикә. "Илле йәштән һуң да ҡул эше менән шөғөлләнә башлау һуң түгел", — ти ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519