Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын ҡуллы Бөрйән “башҡорто”
Алтын ҡуллы Бөрйән “башҡорто”Һөнәрленең ҡулы алтын, аҡыллының аҡылы алтын, ти халыҡ мәҡәле. Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫеп, әле Бөрө ҡалаһында йәшәгән Сергей Лыгин хаҡында ла тап шулай тип әйтергә була. Уның ағастан юнып-һырлап эшләгән иҫ киткес ҡул эштәрен Башҡортостан телевидениеһының яңылыҡтар программаһында күрһәттеләр, яҡташыбыҙ «Юлдаш» радио каналынан да саф башҡортса, бөрйәнсә, һөйләне.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәгесә, Сергей Лыгин Александр Михайлович менән Маруся Максимовналарҙың тырыш һәм йүнсел ғаиләһендә тыуа. Ике ҡыҙ ҙа һәм бер улдары ла яҡшы уҡыуҙары, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлектәре менән айырылып тора. Аталары Александр леспромхозда механик, әсәләре Маруся апай элемтә бүлегендә телефонистка булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Ҡыҙҙары Наташа менән Люба икеһе лә Ағиҙел ҡалаһында төпләнеп, ғаилә ҡора. Наташа — балалар баҡсаһы мөдире, ә Люба — фармацевт. Улдары Сергей иһә ғаиләһе менән өс тиҫтә йылдан ашыу Бөрө ҡалаһында йәшәй. Лыгиндарҙы белмәгән кеше юҡ унда. Урындағы матбуғатта ла улар хаҡында йыш яҙалар. Уңған баҡсасы, ҡул эше оҫталары тип беләләр. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалындағы абруйлы ғалим, химия кафедраһы доценты булараҡ та телгә алалар.
Ә бына ағастан юнып, һырлап эшләү оҫталығы буйынса Сергей Лыгин айырыуса танылыу яулаған. Боронғо комод, шифоньер, өҫтәл кеүек ағастан яһалған өй йыһаздарын реставрациялай. Ағастан юнып, семәрләп эшләгән башҡа әйберҙәренә ҡарап, ябай кешенең шул хәтлем дә матурлыҡты тыуҙыра алыуына аптырарһың.
Лыгиндың ағас эшенә маһирлығы атаһынан килә. Ете йәштәр тирәһендә, уға ярҙам итеп, был һөнәрҙең нескәлектәренә өйрәнә башлай.
— Тәүге эшем әсәйемә 8 Мартҡа бүләк иткән фоторама булды. Шунан башланып китте инде. Буш ваҡыт булғанда яратҡан шөғөлөмә тулыһынса биреләм, — ти Сергей Александрович.
Иҫ киткес архитектуралы Василий Блаженный соборының күсермәһен яһау ҙа ювелир эшенә тиң, сөнки бында һәр деталь бөртөкләп юнылған, семәрләнгән. Үҙе әйтмешләй, ағас йәшәү көсө, энергия бирә. Ҡулынан үткән һәр киҫәккә күңел йылыһын һалып, йән өргәс, иҫке генә әйбер ҙә яңы һулыш ала.
Лыгиндың саф башҡортса һөйләшеүе, ғорурлыҡ менән бала саҡ хәтирәләрен, мәктәп йылдарын иҫләүе уның оло йөрәкле кеше, Тыуған иленең тоғро улы булыуын күрһәтә. «Минең бөтә дуҫтарым да башҡорт, тыуғандан бирле ошо телдә һөйләшәм. Шуға ла башҡорт теле туған тел кеүек яҡын. Урыҫсанан башҡортсаға күсеп китеүе бер ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Әсәйем һөйләүенсә, беренсе һүҙем башҡортса булған — «май» тигәнмен. Һары май яратҡанмын, шуға май һорағанмын инде. Кем менән нисек аралашырға кәрәк, шул телдә һөйләшәм. Улым менән Бөрйәнгә барып ҡайтҡас, улым: «Мама, оказывается, наш папа башкирин!» — тине, сөнки күршеләрем, дуҫтарым менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшәм.
Армия хеҙмәтенән һуң 1976 йылда Сергей Бөрө дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Биология һәм химия факультетын тамамлағас та, уны зоология кафедраһы ассистенты, комсомол ойошмаһы секретары итеп эшкә ҡалдыралар. Ленинградта билдәле М.И. Калинин исемендәге политехник институтта физика-химия факультеты аспиранты, химия фәндәре кандидаты була.
Тормош иптәше, Благовещен районының Ҡыҙыл Бурна ауылы гүзәле Раиса Ивановна менән улар Бөрө педагогия институтында уҡығанда дуҫлашып, ғаилә ҡора. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған Лыгиндар өс тиҫтә йылдан ашыу бергә татыу ғүмер кисерә. Үҙҙәре белем алған институтта студенттар уҡытып, уларҙың айырылғыһыҙ дуҫына, остазына әйләнгәндәр.
Бөрөнө тыуған яҡтары кеүек яҡын күргән Лыгиндар хәләл көсө менән мөһабәт йорт төҙөп ингән. Унда һәр нәмә өй хужаһының оҫта ҡулы менән башҡарылған. Ҡала уртаһында урынлашҡан, тирә-яғы шау сәскәгә күмелгән нурлы йортта йәшәй улар. Былары иһә — гөл-сәскә, декоратив үҫемлектәр үҫтереүгә маһир Раиса Ивановнаның тырышлығы. Хужабикә тирә-яҡҡа сигеү оҫтаһы булараҡ та танылған. Яҡын дуҫтарына үҙ ҡулдары менән күңел йылыһын һалып эшләгән әйберҙәрен бүләк итергә ярата. Бер шатлыҡты ике итеүсе Лыгиндар ике балаға ғүмер бүләк иткән. Атанан күргән — уҡ юнған, тигәндәй, ҡыҙҙары Елена менән улдары Алексей атай-әсәй юлын һайлаған, улар белем алған уҡыу йортоноң шул уҡ факультетын тамамлаған. Елена Өфөлә аспирантурала уҡый, биология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында биология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. Әйткәндәй, Елена — Бөрөлә юғары белемле тәүге эколог. Улдары Алексей иретмәләр буйынса инженер-химик, Төмән өлкәһендә эшләй.
Сергей Александрович тирә-яҡҡа ҡул оҫтаһы булараҡ танылһа, фән донъяһында ла абруй ҡаҙанған ғалим. Уның республика, ил, донъя кимәлендәге баҫмаларҙа һәм ғилми йыйынтыҡтарҙа 100-ҙән ашыу хеҙмәте донъя күргән, 30-лабы «Химия в школе» журналында баҫылған. Бихисап Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған.
Бөрө яҡтарын үҙ итһә лә, күңеле менән Бөрйән улы булып ҡалған Сергей Лыгин тыуған яҡтарын онотмай, яратҡан шөғөлөнән ҡыуаныс, бәхет, эшенән ләззәт, ғилем һәм матурлыҡ, тормоштан йәм табып ғүмер итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509