Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете тарафтан ете хәбәр
Ҡаҙанышты яҡларға һәм һаҡларға кәрәк

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында Башҡортостан автономияһының 94 йыллығы айҡанлы “түңәрәк өҫтәл” үтте. Унда башҡарма комитет ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тарихсылар, студенттар ҡатнашты.
Тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ваҡиға тураһында ентекле һөйләне. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар автономия мәсьәләһенең әле лә көнүҙәклеген юғалтмауын, киләһе йыл был тарихи ваҡиғаның юбилейын юғары кимәлдә үткәреү мөһимлеген билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
башҡарма комитетының сайтынан.

“Айыҡ ауыл” киләсәк быуынды ҡотҡарыр

Райондың Үтәкәй ауыл Советына ҡараған биш ауыл “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылды. Был турала ҡарар муниципалитет тарафынан ойошторолған фәнни-ғәмәли конференцияла ҡабул ителде.
Ауыл старосталары, мәктәп директорҙары, урындағы Совет депутаттары, дин әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары “Айыҡ Башҡортостан” хәрәкәте рәйестәше Ринат Зәйнуллин һәм “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” ойошмаһының төбәк етәксеһе урынбаҫары Айнур Шәйхетдинов менән осрашты.
Биләмә хакимиәте башлығы Илһам Имаев белдереүенсә, хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү буйынса тиҙ арала тейешле саралар күрелмәһә, киләсәктә йәштәр ауылда бөтөнләй ҡалмаясаҡ. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла эскелеккә ҡаршы түгел, ә айыҡлыҡ өсөн көрәшергә теләк белдерҙе.
“Иглин хәбәрҙәре”.

Тау саңғыһы ярышы булды

Районда тәүге тапҡыр үткәрелгән тау саңғыһы ярышында урындағы предприятие һәм ойошмаларҙан 50-нән ашыу спортсы ҡатнашты.
Тау саңғыһы, спорттың сағыштырмаса йәш төрө булһа ла, һуңғы йылдарҙа төбәктә уның менән шөғөлләнеүселәр арта. Быйылдан спорттың был төрө ҡала һәм район спартакиадаһы программаһына ла индерелгән. Тау саңғыһы спортын үҫтереүгә районда махсус база төҙөлөүе лә булышлыҡ итә. Киләһе йылда балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленәсәк.
“Туймазы хәбәрҙәре”.

Тальянға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Бындай ҡарар район хакимиәте тарафынан ҡабул ителде.
Етенсе йыл рәттән беҙҙә “Моңға бай гармун байрамы” республика бәйгеһе лә уҙасаҡ. Был сараны ойоштороуға үткән быуаттың 80-се йылдарында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Ихсанов күп көс һалған. Әле байрамға республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан, күрше төбәктәрҙән иң яҡшы гармунсылар йыйыла.
Һәйкәлде ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында урынлаштырыу ҡарала. Ике метрҙан ашыу бейеклектәге монумент фибробетондан эшләнәсәк. Проектты тормошҡа ашырыуға район бюджетынан 200 мең һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Йәй башына эштәрҙе тамамлау күҙаллана.
Яңауыл районы хакимиәте сайтынан.

Аҡ халатлылар сәләмәт тормош яҡлы

Әбйәлил районында республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиада уҙҙы. Аҡ халатлылар саңғыла йүгереү, шахмат, дартс, пневматик мылтыҡтан атыу, волейбол һәм йөҙөү кеүек спорт төрҙәрендә көс һынашты.
Пневматик мылтыҡтан атыуҙа дауаханаларҙың баш табиптары ҡатнашты, Йылайыр командаһы капитаны иң мәргәне булып сыҡты. Шахматта Йылайыр, Белорет һәм Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы командалары призлы урындар яуланы. Саңғыла уҙышыуҙа Әбйәлил һәм Өфө спортсылары беренселекте бирмәне, волейболда баймаҡтарға тиңләшеүсе булманы.
“Осҡон”.

Балаларға яңы мөмкинлектәр асыла


Ҡаланың мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дистанцияла уҡытыу үҙәгенә махсус автомобиль бүленде. Хәҙер балалар төрлө мәҙәни һәм спорт сараларына бер ауырлыҡһыҙ барып ҡайта ала. Ултырыу өсөн туғыҙ, коляскалағыларға ике урыны булған махсус транспорт физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға яраҡлаштырылған, бөтөн кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған.
Быға тиклем мөмкинлеге сикләнгән балаларға күп осраҡта өйҙә ултырырға тура килгән. Махсус автомобиль менән иһә улар музейҙарға, хатта “Торос” хоккей командаһының уйындарына барырға өлгөргән. Бындай экскурсиялар һәм сәйәхәттәр хәҙер даими ойоштороласаҡ, ти дистанцияла белем биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Эшһеҙлек — көнүҙәк мәсьәлә


Йыл башынан райондың мәшғүллек үҙәгенә 721 кеше мөрәжәғәт иткән, шуның 129-ы һөнәре буйынса эш һораһа, ҡалған 505-е хеҙмәт баҙарындағы хәл менән танышыу өсөн килгән.
Әлегә районда 110 кеше эшһеҙ тип иҫәпләнә, шул иҫәптән 13-ө һөнәрен алмаштырыу өсөн уҡып йөрөй. Киләсәккә йүнәлеш биреү йәһәтенән 87 кешегә ярҙам күрһәтелгән.
“Дыуан хәбәрҙәре”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518