Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурлының батыр улы
Бурлының батыр улыФәрүәт Яҡупов менән Бурлы урта мәктәбендә бер осорҙа белем алырға насип булды: ул 10-сыла уҡығанда, мин 9-сы класта инем. Етди ҡарашлы, оҙон буйлы был егеттең киләсәктә бөтөн илгә танылған Герой булып дан ҡаҙанырын беребеҙ ҙә күҙ алдына килтермәгәндер, моғайын.

“Ә мин бәләкәйҙән офицер булырға хыялландым. Һуғыш тураһында китаптар уҡырға, кино ҡарарға ярата инем, – тип һөйләгәйне байтаҡ йылдар элек Фәрүәт Абдулла улы. – 10-сы класты бөткәс, Силәбеләге хәрби училищеға барып, имтихан биреп ҡараған инем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инә алманым…”
Әммә барыбер маҡсатына ирешә ныҡыш егет: 1976 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Монголияла взвод командирына тиклем үрләй. Биш йылдан һуң хәрби хеҙмәтен Башҡортостанға яҡын урында дауам итә. Өйләнә.
1983 йылдың ноябрендә иһә яҙмыш Фәрүәтте Афғанстанға илтеп ташлай. Ике йыл эсендә үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәткән Ф. Яҡупов “Шәхси батырлығы өсөн” ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Бер алыш ваҡытында ҡаты яралана.
Афғанстандан ут-һыуҙы кисеп ҡайтҡан егет Мәскәү өлкәһенең Коломна ҡалаһында төпләнеп, ошондағы артиллерия училищеһында эшләй башлай.
Әммә кисәге яугиргә тыныс хеҙмәт ҡыҫҡа ваҡытлы була — 1991 йылда Фәрүәтте ОМОН-ға саҡыралар. Илдә енәйәтселек юғары тиҙлектә үҫкән бер мәлдә, тәртип Бурлының батыр улыһағында тороусыларға мәшәҡәттәр көндән-көн арта. Әрмелә ныҡлы сынығыу үткән Башҡортостан егете яңы хеҙмәт урынында ла һынатмай: ҡыйыулыҡ, оҫталыҡ күрһәтеп, ул бер ваҡыт ҡораллы 11 енәйәтсене тота. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, иң ҡурҡыныс мәлдә лә ҡаушап ҡалмай, һәр ваҡыт алдан йөрөй.
…Заманында бөтөн илде шаулатҡан хәҙер һөйләнеләсәк ваҡиғала яҡташыбыҙҙың хәл иткес роль уйнағанын, моғайын, күптәр белмәйҙер ҙә. Хәтерегеҙҙәме икән: 1992 йылдың 7 июнендә Мәскәүҙең “Внуково” аэропортына Грозныйҙан “ТУ-154” самолеты килеп төшә, уның бортында 113 пассажир, 6 экипаж ағзаһы була. ГУВД-ға килгән оператив хәбәр буйынса, самолетты ҡораллы террорсы баҫып алған, кисекмәҫтән Төркиәгә осороп ебәреүҙе талап итә, кире осраҡта шартлатыу менән янай.
А. Василенко етәкселек иткән взвод “һә” тигәнсе аэропортҡа килеп тә етә, хәл-ваҡиға төплө өйрәнелә. Һәр минут ҡәҙерле, сөнки террорсы ҡуйған ультиматум ваҡыты үтеп бара. Капитан А. Василенко ОМОН-сыларҙы йәшерен рәүештә самолет тирәһенә үткәреп, шым ғына өҫкә күтәрелеп, террорсыны урында ҡоралһыҙландырырға ҡарар итә. Командир үҙе Фәрүәт Яҡупов менән һиҙҙермәйенсә генә экипаж кабинаһына үтеп инә һәм летчиктарға әйтеп, һөйләшергә тип, террорсыны салондан саҡыртып ала.
Фәрүәт күҙ асып йомған арала кабинаның ишеген аса, шуны ғына көтөп торған капитан террорсыға пистолеттан атып ебәрә. Ошо иң көсөргәнешле мәлдә террорсының ҡулынан иҙәнгә граната килеп төшә. Уны-быны уйлап тормай, Фәрүәт гранатаны кәүҙәһе менән ҡаплай. Бәхеткә күрә, ул шартлап өлгөрмәй, һәм ОМОН-сы, тиҙ генә һикереп тороп, уны тышҡа ташлай…
Ҙур оҫталыҡ һәм тәүәккәллек менән башҡарылған операция һөҙөмтәһендә йөҙҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлмәй ҡала, иң мөһиме – бер кем дә зыян күрмәй. Үтә ҡурҡыныс енәйәтсене ҡоралһыҙландырыуҙа һәм кешеләрҙе азат итеүҙә батырлыҡ, фиҙакәрлек күрһәткәндәре өсөн милиция капитаны А. Власенко менән старшина Ф. Яҡупов – Рәсәй Президентының Указына ярашлы Батырлыҡ ордены, ә башҡалар “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Күп тапҡыр үҙен ҡыйыу, ҡаһарман яугир итеп танытҡан егетте 1993 йылда йылдам эш итеүсе махсус отрядҡа – СОБР-ға ҡабул итәләр. Әйткәндәй, унда иң яҡшы офицерҙар ғына һайлап алына. СОБР алдында беренсе сиратта ҡораллы енәйәтселәрҙе ҡулға алыу, терроризмға ҡаршы көрәшеү, аманат итеп алынған кешеләрҙе азат итеү кеүек яуаплы бурыстар тора.
…1995 йылдың ғинуары. Чечняла хәл-ваҡиғалар ҡатмарлаша башлағас, Фәрүәт хеҙмәт иткән СОБР-ҙы ла “ҡыҙыу нөктә”гә ташлайҙар. Һалдат фарманды тикшерергә түгел, ә үтәргә тейеш, тиҙәр бит. Ватан алдында биргән антына тоғро ҡалып, тәжрибәле яугир бында ла һыр бирмәй, хеҙмәттәштәренең ғүмерен һаҡлап ҡалыу хаҡына барыһын да эшләй.
19 ғинуарҙа “Ассинов” станцияһында боевиктарҙы ҡоралһыҙландырыу буйынса махсус операция үткәрелә. Оператив хәбәр алыу менән, Ф. Яҡупов үҙ төркөмө менән күрһәтелгән йортҡа табан барып, автомат уты аҫтында уның эсенә үтеп инә. Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Фәрүәт хеҙмәттәштәре менән ун боевикты әсирлеккә ала.
Шундай операциялар әленән-әле ҡабатланып тора. Иң иҫтәлеклеһе, моғайын, 31 ғинуарҙа булғандыр. Өлкән лейтенант Ф. Яҡупов үҙ төркөмө менән разведка үткәреү маҡсатында Бамут ҡасабаһы тирәһендә 20 саҡрымлыҡ рейд яһай. Һөҙөмтәлә хәрби етәкселәр боевиктарҙың ҡайҙа күпмеләп урынлашыуы, һаҡ системаһы, ауыр ҡоралдарҙың позицияһы тураһында бик ҡиммәтле мәғлүмәт ала.
Ләкин ауылдарҙың береһендә Фәрүәт барған машиналар колоннаһы көтмәгәндә засадаға эләгә. Подразделениеның имен-аман үтеп китеүен ҡаплап, ул алты сәғәт буйы боевиктар менән тиңһеҙ алыша. Ҡаты яраланған лейтенантты, ахыр сиктә, санитар вертолеты менән хәрби госпиталгә алып китәләр. Фәрүәттең ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итеүе һөҙөмтәһендә хәрби подразделение, ут өйөрмәһенән аҙ юғалтыуҙар менән сығып, ҡуйылған бурысты уңышлы башҡара.
1995 йылдың авгусында Рәсәй Президенты Борис Ельцин хәрби бурыстарын үтәүҙә күп тапҡыр ҡаһарманлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәткәне өсөн Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуя.
Первомайск ҡасабаһында аманатҡа алынған кешеләрҙе азат итеүҙә батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1996 йылдың 8 майында Ф. Яҡуповҡа тағы бер орден тапшырыла.
…Беҙ Фәрүәттең тыуған өйөндә ултырабыҙ. Түрҙә, стенала, ҙур портрет: Фәрүәт, Кремлдә, күкрәгенә Алтын Йондоҙ ҡаҙағас, Борис Ельцин менән икәү төшкән, ә аҫтағы һүрәттә – яҡташыбыҙ оло бүләккә лайыҡ булған илдең күренекле кешеләре менән.
Заманында райондың иң алдынғы комбайнсыһы булараҡ дан ҡаҙанған, бик күп дәүләт бүләктәренә лайыҡ булған 85 йәшлек Абдулла ағай Яҡуповтың ғорурлығы сикһеҙ: ата тәрбиәһе бушҡа булмаған – улы йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, халҡына, иленә ышаныслы терәк булды.
Тик батырҙың ғәзиз әсәһе Рауза Мөхәмәтшакир ҡыҙы ғына бәхетле тормошҡа, биш балаһының шатлыҡтарына һөйөнөп оҙаҡ йәшәй алманы, аяуһыҙ сир уны яҡты донъянан иртәрәк алып китте.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорҙашым Рәсәй Геройы, милиция подполковнигы Фәрүәт Яҡуповтың да ғүмере ҡыҫҡа булды – 2008 йылда уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Геройҙы тыуған төйәгенә – Ғафури районының Бурлы ауылына алып ҡайтып ерләнеләр. Район хакимиәте батырҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эш башҡарҙы: Красноусолдағы бер урамға исеме бирелде, Геройҙар аллеяһына бюсы ҡуйылды. 5 майҙа иһә Рәсәй Геройы иҫтәлегенә арналған каратэ буйынса төбәк-ара ярыш уҙғарыу күҙҙә тотола… Тик бына Фәрүәт Яҡупов белем алған урта мәктәпкә уның исемен биреү (дөрөҫ, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙылар) ни өсөндөр оҙаҡҡа һуҙылды. Тиҙләтәһе ине был мәсьәләне. Бынан тыш, батырҙың юбилейы айҡанлы район мәҙәниәт һарайында, тыуған ауылында хәтер кисәһе ойоштороуҙың зарурлығын һәр кем аңлайҙыр. Бындай саралар үлгәндәр өсөн түгел, тереләргә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506