Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ирем туҡмай…Мәктәптә дуҫлашып йөрөгән класташым Сәриә аттестат алыу менән ҡалаға китте лә абитуриент ваҡытында уҡ етеш тормошта йәшәгән ҡала егетенә кейәүгә сыҡты. Йыл һайын сит ил машинаһында ауылға бер нисә сәғәткә генә инеп һуғылалар ине. Шунан алып Сәриә менән аралар өҙөлдө. Ә уның тормош иптәше билдәле эшҡыуар, аҙаҡ сәйәсмән булып китте. Телевизорҙан да маҡтап һөйләнеләр, гәзиттәрҙә уның хаҡында мәҡәләләр ҙә донъя күрҙе.
Яңыраҡ Сәриәне Өфөлә осраттым. Матур кейенгән, ҡиммәтле хушбуй еҫтәре аңҡытҡан сибәр ҡатынды тәүҙә таный алмай торҙом.

“Йәшлегемде заяға үткәрҙем”

— Сәләм! Хәлдәрең нисек! Ҡалай һис үҙгәрмәгәнһең! Әйҙә, кафеға инеп сәй эсеп алайыҡ, күптән күрешкән юҡ, – тип, ул мине етәкләп, үҙе артынан әйҙәне.
Ҡапма-ҡаршы ултырғас ҡына, нескә муйынындағы күгәргән урынын шарф менән йәшереп маташҡанын, күҙ аҫтындағы ҡараларын крем һөртөп ағартҡанын күреп аптыраным. Күҙҙәре лә моңһоу ине. Ул хәлдәремде һорашты, ике балам барлығына һөйөндө.
— Һин бәхетле! Ә бына мин яңылыштым. Ашыҡҡан ашҡа бешкән, тиҙәр бит әле. Бына 15 йылдан ашыу инде ситлектә йәшәгән ҡош һымаҡмын. Бер ҡайҙа ла сыға алмайым. Малайым бар. Ирем өсөн боксер грушаһы урынынамын. Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, осора һуға. Йомортҡанан йөй эҙләп йонсотто.
— Ниңә улай булғас айырылмайһың?
— Ҡайҙа барам мин? Ауылға әсәйем эргәһенә ҡайтайыммы? Ғүмер буйы эшләмәгәс, бер тин аҡсам да юҡ, баланы ла ул миңә бирмәйәсәк.
— Һуң айырылышҡанда мөлкәт икегеҙгә теүәл бүленергә тейеш. Гел туҡмағас, белешмәләр йый ҙа тәүәккәллә.
— Булмай. Ул миңә һуҡыр тин дә бирмәйәсәк. Йәшлегемде заяға үткәрҙем. Уҡырға инеп, һөнәрле булғас ҡына, кейәү тураһында уйларға кәрәккән. Үкенәм… Бер ҡайҙа ла ярҙам һорап барып булмай! Яр һалһаң да ишетеүсе юҡ. Полиция саҡыртып ҡарағайным, ғаилә мөнәсәбәттәрен үҙ-ара асыҡлағыҙ, тип һөйләшеп тә торманылар. Тағы ҡайҙа барырға? Аптырайым. Ғүмер буйы былай йәшәп булмай бит!
Һүҙгә әүрәп сәй тәмләп тә өлгөрмәнек, Сәриәгә ире шылтыратты. "Ниндәй кафела ултыраһың? Кем менән?"– тип ҡысҡырғаны ишетелде.
— Ул телефоным аша минең ҡайҙа йөрөгәнемде күҙәтә, – тип бышылданы ла әхирәтем хатта һаубуллашмайынса сығып китте. Мин һыуыҡ сәйҙе уртлай-уртлай Сәриәнең яҙмышы тураһында уйландым. Хәйер, бер ул ғынамы?! Ғаиләһендә йәберһетелеп йәшәгән ҡатындар бихисап. Уларҙың һәр ҡайһыһы ут йотоп, тиран иргә түҙергә мәжбүр.

Ғаиләлә ҡыйырһытылғандар арта


Сабырлыҡтың төбө — һары алтын тиһәләр ҙә, был осраҡта уның үлем менән тамамланыуы ихтимал. Һуңғы бер йыл арауығында ирҙәр тарафынан башҡарылған енәйәттәр — быға асыҡ дәлил.
Социологтар билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙы борсоған был проблема уларҙың йәмғиәттә биләгән урынына бәйле: социаль йәһәттән яҡланмау, түбән эш хаҡы, хәл ителмәгән торлаҡ мәсьәләһе… Быларҙың барыһы ла ғаиләләге мөхиткә ҙур йоғонто яһай, ҡатын-ҡыҙҙы бығаулай. Бынан тыш, ғаилә тирандарынан һаҡлаған закондарҙың булмауы ла бәкәлгә һуға. Илдә ауыр йәрәхәттәрҙең күпселеге көндәлек тормоштағы ыҙғыш ваҡытында алына икән. Зыян күреүселәрҙең яҡынса 80 проценты — ҡатын-ҡыҙ һәм балалар. Был һүҙҙәрҙе Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан алынған мәғлүмәттәр ҙә дәлилләй: һәр дүртенсе үлтереш ғаиләлә сыҡҡан ыҙғыш мәлендә була. Социологтар билдәләүенсә, йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙҙың 2 проценты ғына үҙенең бәләһе менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Маркетинг тикшеренеүҙәр институты үткәргән һорау алыуҙарҙың һөҙөмтәһенә күҙ һалайыҡ: Рәсәйҙең 13 ҙур ҡалаһында йәшәгән меңләгән ҡатындың фекерен өйрәнгәндәр. Уларҙың 87 проценты ғүмерҙә бер тапҡыр булһа ла ғаиләлә ҡыйырһытылыуын белдергән. Йәберләүҙе иҫкәртеү милли үҙәге менән берлектә билдәле косметика етештереүсе компанияның былтыр үткәргән акцияһы һөҙөмтәһе менән дә таныштырғы килә: бушлай "ышаныс телефоны"на ете меңдән ашыу шылтыратыу булған. Иң күбеһе Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән мөрәжәғәт иткәндәр (36 %), Тверь һәм Түбәнге Новгород өлкәһенә – 4, Новосибирск өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалаһына – 3, Башҡортостанға 2 процент тура килгән. Шылтыратыусы ҡатын-ҡыҙҙың 30 проценты физик йәберләүҙәргә дусар булһа, 20 проценты ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙең насарайыуына зарланған. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең проблемаларын өйрәнгәндән һуң, белгестәр шуны асыҡлаған: йәберләүгә йышыраҡ 30 — 40 йәштәге ҡатын-ҡыҙ дусар була. Уларҙың күбеһе эшләй, ләкин хеҙмәт хаҡы түбән.
Тиран алдында үҙ-үҙеңде яҡлай алмау бәләгә алып килә. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ йәберләүҙәргә түҙеп, күнеп, баш баҫып йәшәй. Ундайҙарҙы бер ҡараштан танып була: күҙҙәре һүнгән, йонсоған, тормоштан ваз кискән… Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйҙәге ыҙғыш ҙурға китеп, ҡатындың йә ғәрипләнеүе, йә үлеүе ихтимал.

Тирандар — беҙҙең арала

Был йәһәттән былтыр Башҡортостанда булған бер ҡот осҡос хәлде миҫалға килтереү ҙә етә. Баш ҡалала йәшәгән Александр Беляев ҡатынын һәм өс балаһын сәнсеп үлтергәйне. Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына бер ҡыҙ балалары иҫән ҡалды. Ғаилә ағзаларына ҡул күтәргән был кешенең йыртҡыслығын аңлау мөмкин түгел. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уны тиҙ арала ҡулға алды. Яңыраҡ енәйәтсе хөкөмгә тарттырылды, ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителде һәм ҡаты режимлы колонияға ебәрелде.
Йәмәғәтселек был фажиғә тураһында һаман фекер алыша. Шуныһы көн кеүек асыҡ: әгәр ҙә вәкәләтле органдар ғаиләне ҡурсалаһа, балалар ҙа, ҡатын да иҫән ҡалыр ине. Александр ҡатыны һәм балаларына йыш ҡул күтәргән. Татьяна менән Вика туҡмалып дауаханала ла ятып сыҡҡан. Әгәр шул ваҡытта уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары сара күрһә, ғаилә башлығы менән ҡыҙыҡһынһа, уның Рәсәйҙә рөхсәтһеҙ йәшәүе лә тиҙ асыҡланыр, яҡындарын йыш йәберләүе лә билдәле булыр ине. Ләкин бер ниндәй ҙә сара күрелмәгән. Һөҙөмтәлә тотош ғаилә һәләк булды.
…Әсәләренең үле кәүҙәһен күреү менән балалар ҡысҡырып илай башлай, шуға Владимир уларҙы ла аямай. Фатирҙа ыҙғыш-талаш, ҡысҡырышыуҙар сәғәт ярым дауам итә, ләкин күршеләренең береһе лә хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәй! Ҡурҡалар. Владимир һуңынан ыҙғышып йөрөр тип уйлайҙар, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡыҫылырға теләмәйҙәр. Ошо вайымһыҙлыҡ та — дүрт кешенең һәләк булыуы сәбәбенең береһе.
Владимир 30 төрлө экспертиза үткән, уларҙың барыһы ла ирҙең енәйәтте айыҡ аҡыл менән башҡарыуын дәлилләгән.
Өс бала әсәһе, журналист Ирина Кабанованың ире тарафынан быуып үлтерелеүе тураһында барлыҡ телеканалдар ҙа һөйләне. Криминалистар Алексейҙың психик сирле булыуын һәм ҡатындың уның беренсе ҡорбаны икәнлеген билдәләй. Шуныһы ҡурҡыныс: енәйәткә әҙер кешеләр беҙҙең арала йөрөй һәм үҙенең эске тойғо-кисерештәрен белгертмәй. Бындай хәлдең стена аша булыуы ла ихтимал. Шуға ла күршелә йәшәгән ир ҡатынына ҡул күтәрә икән, битараф ҡалмағыҙ. Бәләнең башы тап шул вайымһыҙлыҡта бит…

Ҡотолоу өсөн тәүәккәллек кәрәк

Телефоным шылтырай:
— Лилиә, хәлдәрең нисек?
— Сәриә, һинме ул?!
— Эйе, дауаханала ятам, эргәмә килеп кенә кит әле…
Сәриәне ире йәнә туҡмаған, тик быныһында саманан артыҡ "тырышҡан". Ҡатын ярҙам һорап урамға сығырға мәжбүр булған. Иртән иҫһеҙ ятҡан Сәриәне күреп, күршеләре "Ашығыс ярҙам" саҡырған. Дауаханаға шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре лә килеп еткән, ғариза яҙҙырғандар, иренә ҡарата енәйәт эше асҡандар.
Был ваҡиғаға бер йыл самаһы ваҡыт үтте. Әле класташым бәләкәй генә ҡалаға күсеп китте, эш тапты. Суд аша улын да үҙ тәрбиәһенә алды. Ире уны кире ҡайтарырға маташҡайны ла, булдыра алманы. Хәҙер Сәриәнән дә бәхетлерәк кеше юҡ…

Ирем туҡмай…Зәйнәп НАЗАРОВА, психолог:
— Замана ир-егеттәренең 20 — 30 проценты мейе һелкенеүенән яфалана. Хәрби хеҙмәттә, спортта, һуғышҡан саҡта алған был йәрәхәттәрҙең һуңынан психикаға йоғонто яһауына әһәмиәт биреп еткермәйбеҙ шул. Ә бындай кешеләр тиҙ ҡыҙып китеүсән була, ҡайһы саҡта үҙен контролдә тота алмай. Был бер сәбәп булһа, икенсеһе — замандың тиҙлегендә, кешенең депрессияға бирелеүендә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы ауыр тормош әле лә беҙҙең күңел торошона йоғонто яһай. Йәшәү өсөн көрәш бара. Замандың йылдам тиҙлегенә өлгөрөү барыһына ла еңел бирелмәй, йыш ҡына күңел төшөнкөлөгөнә дусарбыҙ. Тағы бер мөһим мәсьәлә — йәштәр ғаилә тормошона әҙер түгел. Өйләнеп бергә йәшәй башлағас, ике йылдан көрсөк кисерәбеҙ. Уны һәр кем үҙе белгәнсә үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, психологка кәңәшкә килеүселәр һирәк.
Ҡатын менән ир бер-береһен ихтирам итеп йәшәһен өсөн әле үҫеп килгән быуында ныҡлы тәрбиә эше алып барырға кәрәк, ғаилә тормошона әҙерләү ҙә мөһим. Ләкин күпселек осраҡта был проблемаға тейешле әһәмиәт бирмәйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гульсина
    Гульсина от 08.04.2013, 13:32
    Бик шәп мәҡәлә! Кеше күңелендә иман булһа уға бер ниндәй ҙә психолог кәрәкмәй, депрессияға ла бирелмәй. кешене күп аҡса, байлыҡ та боҙа. ирҙең ҡул күтәреүе ул тәрбиәнән. малайҙарыбыҙҙы тәрбиәләүгә күп көс һалайыҡ.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518