Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡотлайбыҙ!Белорет районының Сермән ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән коллегабыҙ, яҡын дуҫыбыҙ Ғәлиева Нәфисә Тамъян ҡыҙын 45 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Яҙғы бөрөләр тулып, япраҡ ярған, ҡояш йылыһы йыһанды йылытҡан, күңелдә дәрт уятҡан миҙгелдә донъяға килгәнһең. Күркәм сәскәләрҙең төндө яҡтыртҡан, йәнде йылытҡан сағы күңелеңә көс-ҡеүәт, тормошоңа дәрт өҫтәһен, ғүмер юлың гөлгә күмелһен, шатлыҡ менән тулһын! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡояшлы, нурлы көндәр, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, көләс, күңел күгең аяҙ булһын. Киләсәктә лә ғүмер юлдашың Иректең, ҡыҙың Иринаның ҡәҙер-хөрмәтенә, һөйөүенә төрөнөп, туғандарыңдың, дуҫтарыңдың изгелектәренә ҡыуанып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Һине ергә яҙҙар алып килгән,
Тормош ауыр тиеп тормаған,
Бер сәскәһе булыр ерҙең тиеп,
Яңылышмаған, дөрөҫ уйлаған.
Ғүмерҙәрең оҙон, яҡты булһын,
Һыҙламаһын аяҡ, ҡулдарың.
Бер ҡасан да һүрелмәһен ине
Күңелеңдәге яҡты нурҙарың!

Иң изге теләктәр менән Ғәзизуллиндар ғаиләһе, Дамира Аҫылғужина һәм
Рәйсә Сәхиуллина.


* * *
Ҡәҙерле Нәфисә Тамъян ҡыҙы! Һеҙҙе ысын күңелдән күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Яҙҙың матур көндәренең береһендә, тәбиғәт уянып, йылы ҡояштың нурҙарына ҡойоноп ҡыуанған мәлдә, бар тереклек яңынан-яңы хыялдар, уй-теләктәр, хис-тойғолар, ышаныстар менән йәшәгән ваҡытта Һеҙ, әйтерһең дә, гүзәлдәрҙән-гүзәл сәскә булып донъяға килгәнһегеҙ.
Ғүмерегеҙ буйына Һеҙ яҙ ҡояшы кеүек кешеләргә күңелегеҙ йылыһын, матурлығын, рухи көсөгөҙҙө өләшеп йәшәйһегеҙ. Тормошоғоҙҙо Һеҙ бөйөк Уҡытыусы һөнәренә бағышлағанһығыҙ. Нисәмә быуын йәштәргә ҡанат ҡуйып, белем биреп, оло тормош юлына сығарҙығыҙ! Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, һәр ваҡыт еңеп сыҡтығыҙ, маҡсаттарығыҙға ышаныслы атланығыҙ. Һеҙҙе белгән барлыҡ кешеләр оло аң-белемегеҙгә, нескә һәм шул уҡ ваҡытта батыр күңелегеҙгә, олоһон да, кесеһен дә ғәжәйеп кешелеклелек менән хәстәрләү һәләтегеҙгә һоҡлана. Уҡытыусы исемен ҙур бейеклеккә күтәреү менән бергә Һеҙ балаһын ҡурсалаусы Бөйөк Әсә һәм тоғро, оло йөрәкле, мөхәббәтле тормош иптәше булып йәшәйһегеҙ.
Хөрмәтле Нәфисә Тамъян ҡыҙы! Беҙ Һеҙҙе ихлас ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ, Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Ошо матур көндә бөтә йөрәктән сәләмәтлек, бәхет, күңел тыныслығы, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ Һеҙгә! Уҡыусыларығыҙҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәгеҙ! Бөтә изгелектәрегеҙ өсөн рәхмәт! Тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын!

Рауил, Гөлсөм, Алмас Шаммасовтар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509