Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Шаян "бомж"Башҡортостан мәҙәниәтендә театр, бейеү, йыр сәнғәте гөрләп сәскә атты — яратҡан егетенә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ шикелле бәхетле улар. Йыр өлкәһендә генә лә йылына эреле-ваҡлы етмештән ашыу конкурс уҙғарыла. Ә бына юмор, сатира жанры "бомж" булып ҡалды.

Юмор, сатира — етәккә бик ыңғай, тыңлаусан, ашарға күп һорамаған, әммә һүҙе бик үтемле, йәмғиәттә баһаһы, фәһеме ҙур булған көслө ҡорал. Мәҫәлән, элекке осорҙа коммунизм ҡоролошонан, КПСС-тан, уның етәкселәренән көлгән лаҡаптар ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа күсеп йөрөнө. Мәскәүҙәге Америка вәкиллегенең ЦРУ хеҙмәткәрҙәре автобустарҙа, метрола, йәнәш ултырған пассажирҙан хәл-әхүәл һорашып, беҙҙеңсә тормош проблемаларынан яфаланған кешеләй булып, шул көләмәстәрҙе һөйләгән. Фатир, дефицит тауар һәм башҡа проблемалар хаҡында мәҙәк һүҙ, ябай кешенең ҡолағына килеп индеме, шунда уҡ бөтөн илгә таралған. Бына бит, көләмәстәр генә лә халыҡтың КПСС етәкселегенә ышанысы юғалыуына тос өлөш индерҙе.
Ул — ҡыҙыҡлы ла, күңелле лә, шул уҡ ваҡытта кемгәлер ҡурҡыныс та булған жанр. Юмор, сатира менән шөғөлләнеүсе, һис һүҙһеҙ, тәхет кешеләренә оҡшамай. Мәҫәлән, яҙыусылар Вольтер, Гоголь, Зощенко һәм башҡалар йә илдәренән ҡыуылған, йә репрессияға эләккән.
Европа, Рәсәй юморын өйөбөҙҙә ултырып ҡына түгел, ятып та ҡарайбыҙ. Ошо аралашыу ҙур мәғлүмәт бирә, яңы, төплө, классик зауыҡ тәрбиәләй. Һәм күңелдә "эх, беҙҙә лә шулай булһын ине ул" тигән хыял тыуа. Фәлән-фәләндәр эшләй ала бит, ниңә шул хаҡта беҙҙә уйланмайҙар икән, тип өмөт итәһең.
Сатира, юмор жанрында ижад иткән яҙыусыларыбыҙ ҙа байтаҡ. Тик яҙылған әҫәрҙәргә ҡайҙа "йән" өрөргә һуң? Башҡортостан телевидениеһында был жанрға иғтибар юҡ тиерлек.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында сатира һәм юмор уҙған замандың примитив формаһы, йөкмәткеһе менән булһа ла, артистарҙың үҙ тырышлығы арҡаһында йәшәп килде. Ләкин урғылып, ҡайнап торған ижад тәжрибәһе, яңылыҡ эҙләгән, фантазияға бай режиссер булманы. Яҙыусылар яҙған әҫәрҙәрҙә әсе, тапҡыр тел етешмәне.
Уҙған йылдарҙа ла, әле лә сәнғәт етәкселеге был жанрҙы үҫтереүгә иғтибар итмәне. Ул артта ҡалды ла ҡалды. Өҫтәүенә, уны үҙешмәкәрлек кимәлендә генә аңлаған артистар ҡулына тотторҙолар.
Бер артист гел отошло ролде башҡара, ҡалған бер-икеһе, уға реплика биреп, ярҙамсы кимәлендә генә ҡатнаша. Шул ярҙамсылар оҫта артист булып үҫһен өсөн тәрбиәләйем тиһәң, теге оло артистың ҡартайып сәхнәне ҡалдырғанын көтөргә кәрәк. Гел отошло ролде башҡарған артист һәр саҡ үҙенең партнерҙары итеп юморға һәләте булмағандарҙы эшкә алырға тәҡдим итә. Улар араһында теге шәберәк булып күренә бит. Системаға һалынған бындай эш йәштәрҙе үҫтерергә, һәләттәрен асырға ныҡ ҡамасаулай.
Гонорарҙың тәмен тойған, түрәләрҙең ҡултығы аҫтына инеп, оялап алған артист йәки режиссерҙар самалы ғына һәләттәре менән сценарийҙарҙы үҙҙәре яҙып маташты. Был әҫәрҙәрҙә нескә художество орлоҡтары бер ваҡытта ла булманы. Юғары түрәләрҙән хупланһалар — шул еткән. Шулай ҙа улар үҙҙәренсә юмор, сатира үҫтереү маҡсатында Татарстандан Шамҡай тигән артисты, "кендектән түбән" биш көләмәс менән сығыш яһағаны өсөн концертыбыҙҙа ҡатнаштырҙы. Быны улар сәнғәттең ҙур үҫеше тип аңланы.
Юморҙы үҫтерәбеҙ тип, йырсы Хәмит Теләмовҡа, Фәрүәз Мөхәмәтшинға әбейҙәр кейеме кейҙереп сәхнәгә сығарҙыҡ. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына заказ биреп, ун йыл эсендә һүҙ жанрына егерме бер артист уҡытып алдыҡ. Юҡ, уларҙы ла төп тәртәгә егеп, ижади эш шарттары тыуҙырыусы булманы.
Өҙөп-йолҡоп, этеп-төртөп унар, егермешәр йыл буйы бер үк әҫәрҙәр менән "Көлкә кисәләре" ойошторҙоҡ. Был да беҙҙең сәхнә юморының йәшәү мөхитен ыңғай яҡҡа үҙгәртмәне.
"Яҙыусы" тигән исем яңғырауыҡлы булғас, йүнле юмор сығыр тип өмөтләнеп, көлкө кисәһенә үҙебеҙҙең оло һәм йәш яҙыусыларҙы саҡырҙыҡ. Эштәре сәхнәлә булмағас, уларҙа сәнғәт яуаплылығы юҡ. Ҡайһыһының салбар төймәһе ҡаптырылып бөтмәгән, икенсеһенең ботинкаһы таҙартылмаған. Сәхнәгә сығып, кеҫәһенән бәләкәй генә ҡағыҙ алып, шиғыр-миғырын уҡыған була. Уның әҙ генә лә художество эффекты юҡ, былай ҙа фәҡир концертты тағы ла түбәнгә төшөрә. Яҙыусы булған кеше "мин артист түгелмен, сәхнәгә сығыуым концертты боҙмаҫмы" тип үҙенә-үҙе һорау ҙа ҡуя белмәй, исмаһам.
Урамдан китеп барам. Башҡорт дәүләт университеты профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов ағайҙы осраттым. Хәл-әхүәл һорашып алған арала ул миңә:
— Бер артисығыҙ тексын гел оятһыҙ яҡҡа бора, әҙәп юҡ, — тине.
Эйе, беҙҙең һүҙ жанры артистары төҙөгән репертуарҙың күп өлөшө оятһыҙлыҡҡа ҡоролған. Артистар ярлы әҫәрҙе байытыу маҡсатында ҡуша көлкөнө, ә инде уларының күбеһе билдән түбән нәмә хаҡында.
Көтөүсеһе булмаһа, мал тарала. Илдә демократия башланғас, енәйәтселек тә үрсене, социаль, рухи ярлылыҡ сәскә атты. Бындай кире хәлдәрҙән сәнғәт тә ситтә тороп ҡалманы.
Меҫкен артистар үҙҙәре концерт ойоштороп, бригаданың хужалыҡ эштәрен үҙҙәре хәстәрләй, үҙҙәре тамашасы эҙләй. Клуб ишеге төптәрендә, филармония кассаһына әҙ булһа ла аҡса инһен тип, аудио-видеояҙмаларын һатып ултыралар. Артистарға ижади эш менән шөғөлләнергә мөмкинлек ҡалманы. Ошо кәмселектәргә ҡаршы Башҡорт дәүләт филармонияһының уҙған йылдарҙағы художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнисә Яхина көрәшеп ҡараны, ләкин көсө етмәне.
Сатира-юмор өлкәһендә гөрләп торған уңыштарыбыҙ булмаһа ла, "теҙ менән кендек араһына" һүҙ теймәне. Киреһенсә, йылы мейес башынан урын бүлеп, гел маҡтаулы исемдәр биреп кенә торҙолар. Бындай баһанан ғорурландыҡ! Мәскәү артистары һымаҡ аҙна һайын яңы программа әҙерләгәндәй, үҙебеҙҙе “йондоҙ” итеп тойҙоҡ. Сысҡан тотҡан бесәй шикелле шатландыҡ.
Урыҫ халҡының "Пока гром не грянет, мужик не перекрестится" тигән мәҡәле бар. Эстрадалағы сатира, юмор өлкәһендә әле йәшен ялтламаған, шуға ла күптәрҙең йөрәге тыныс.
Йәшен атыу — ул түрәләрҙе тәнҡитләү. Улар сатирала үҙҙәренә ҡағылған тәнҡитте, үҙ исемен ишетеп, уянып китә. Гоголь "Ревизор" әҫәре менән нәҡ шулай эшләгән. Йәшен атһын әле тип, заманында бер етәксегә бәйле булған ваҡиғаны һөйләп сығыш яһаным. Ул уянманы. Тик уның яҡлы булған кешеләр үҙемдең артҡа кирза итек менән типте.
Үҙ башымдан уҙғандарҙы барлап, шундай һығымтаға килдем. Беҙҙең был жанр менән эшләргә белемебеҙ ҙә, оҫталығыбыҙ ҙа гел етер-етмәҫ, килделе-киттеле, инәле-сығалы ғына булды. Һүҙ жанры артистары был кәмселегебеҙҙе күрһә лә, етәкселәребеҙ алдында талап ҡуйманы. Талап ҡуйыу елгә ҡаршы төкөрөү булып сыҡҡанды кем белмәй ҙә кем татымай инде!? Шуға ла түрәләр алдында етәккә ыңғай башмаҡ булып, яҡшы эш хаҡы, ваҡытында фатир, маҡтаулы исем алыу ҡулай һаналып килде.
Киләсәк быуын ошо көрсөктән ҡотолһон ине, тигән уйҙан сығып яҙҙым был мәҡәләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840