Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кусякинға “күҫәк” эләкте
Ҡоҙа-ҡоҙағыйлы кеше харап шәп йәшәй икән ул. Халыҡса әйткәнсә, донъяһын теттереп, зыҡ ҡубып. Бөтә ерҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алалар, ҡунаҡ итәләр. Әгәр берәй тар күңеллеһе теш ҡайрай башлаһа, сеймә-сей килеп яҡлашалар, даулашалар. Ҡыҫҡаһы, мирауай ҡоҙа-ҡоҙағыйың булһа, һыуҙа ла батмайһың, утта ла янмайһың.

Урман-тау ҡосағындағы Белоретта бының буш һүҙ булмауына йәнә бер инандым.
Магазинда ла, туҡталыштарҙа ла гел бер үк һүҙҙе ишетергә тура килде.
– Ҡара, һаман да урынында ултырыуына иҫем китә.
– Шундай ҡоҙаларым булһа, мин дә йәшәй белер инем.
– Ояты юҡтыр ул.
Ахырыһы, аптырағас:
— Кемдәр ҡоҙалашҡан? – тип һораным. – Берәйһе улын өйләндергәнме йәки ҡыҙын биргәнме?
Шул саҡ йәнәшәмдә торған апайҙар телгә килде:
— Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Кусякин хаҡында әйтеп торам бит. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары шәп бит уның, шуға ел-дауыл күрмәй йәшәй. Анау күршемдең улын бер тауыҡ урлаған өсөн төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар, ә ул, күпме мутлашһа ла, һаман эшләп йөрөй.
Уға икенсеһе ҡушылды:
— Кит, нисек оялмай әҙәм араһына сығалыр ул.
Шунда ғына мин эштең ниҙә икәнлеген аңланым.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән шөһрәт ҡаҙанған Игорь Кусякинға 36 йәш. Күрәһең, бәләкәйҙән бик башлы, зиһенле булғандыр, кәрәкле кешеләр менән йәһәт кенә тел асҡысы табып, ҡоҙалашыу һәләтенә эйәлер. Юғиһә, үҙенә тиктомалдан ғына металлургтар ҡалаһының теҙгенен тоттороп ҡуймаҫтар ине. Был хәл 2008 йылда була.
Бығаса ҡаланың “Торлаҡ-сервис үҙәге” муниципаль унитар предприятиеһында тәжрибә туплаған Кусякин әфәнде, ҡала етәксеһе вазифаһына ултырғас, тағы ла дәртләнеп эшкә тотона. Бәй, хәҙер ни теләһә лә үҙ иркендә бит. Берәүҙән дә рөхсәт һорап-нитеп тораһы юҡ. Эштең аңын-тоңон белә, тәжрибәһе бар.
Мәғлүм булыуынса, башлыҡтың ҡатыны Наталья Кусякина “Жилкоммунсервис” идара компанияһын етәкләй. Көндәрҙең береһендә ул ире менән торлаҡ фондын идараға күсереү хаҡында договор төҙөй. Эшсән ҡатын йәнә “Йорттар хужалығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ойоштороусыһы ла. Ҡалалағы торлаҡты хеҙмәтләндереүгә ул яуаплы.
Китә кәсеп, китә “ғаилә бизнесы”. Йорттарҙы ремонтлауға бүленгән аҡсаларҙың семтеме генә тейешле урынға барып етә, ҡалғаны Кусякиндарҙың кеҫәһенә “аға”.
Ялыу менән йөрөгәндәрҙең ауыҙын тиҙ томалайҙар.
— Юҡты һөйләмәгеҙ! Барыһы ла планға ярашлы эшләнә.
Өҫтәүенә харап баҫалҡы икән Игорь Кусякин. Үҙегеҙ беләһегеҙ: һәр етәксе үҙенең килеме хаҡында декларация тултырырға тейеш. Әммә был хаҡта ләм-мим, ҡатынының идарасы компанияның ойоштороусыһы булыуын күрһәтергә лә ҡыйынһынған. Дөрөҫ эшләгән! Бик матур сифат был. Ирмен тигән кешегә шапырынып йөрөү бөтөнләй килешкән эш түгел. Бигерәк тә ҡала башлығы өсөн.
Әммә беҙ ҡапсыҡта ятмай шул. Көндәрҙең береһендә баш баҫып ҡына эшләп йөрөгән Кусякиндың да башына күҫәк эләкте. Белорет район-ара прокуратураһы эшен энәһенән-ебенә ҡәҙәр тикшергәс, уның артабан ҡала башлығы итеп ҡалдырырға ярамағанлығын асыҡлай. Был хаҡта етәксене һайлап ҡуйған урындағы депутаттарға “вазифаһынан” алырға тигән тәҡдим менән сығалар. Әммә хоҡуҡ һаҡлау органдарының бәлә яғыуына иҫе лә китмәне Кусякиндың. “Юҡ менән булашаһығыҙ, бөтәһе лә – минең ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым, һеҙҙең һүҙегеҙҙе бар тип белделәр ти”, – тип, эстән мыҫҡыллы йылмайҙы түрә. Ысынлап та шулай булды.
— Кешене бер ғәйепһеҙгә рәнйетәһе баш юҡ, бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйбеҙ. Беҙҙең етәксе законға ярашлы эшләй, – тип кенә ебәрҙе депутаттар.
Бынан һуң прокуратура ҡала судына мөрәжәғәт итте. Тик бында ла Кусякиндың әлеге лә баяғы ҡоҙалары дан булып сыҡты – рәнйетергә форсат бирмәнеләр. Ярай әле республиканың Юғары судында ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары табылманы...
Шап! Ах! Күҫәктең был тиклем дә ҡаты эләгерен көтмәгәйне Кусякин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Яебулат
    Яебулат от 30.03.2013, 12:45
    Өлгөрбайҙы яратып уҡыйым. Ана шуның кеүек түрәләрҙе бешкәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Был үҙе бер батырлыҡ. Еңел тел менән яҙылған.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840