Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өләсәй өсөн гөлләмә...
Өләсәй өсөн гөлләмә...Һәр кемебеҙҙең тормошонда юйылмаҫ эҙ ҡалдырған, йылдар үткәс тә һағынып иҫкә алыр яҡын кешеһе бар. Уның тураһында хәтирәләр тормошобоҙға йәм бирә, әйткән һүҙҙәре һәм кәңәштәре, ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, йәшәүгә көс өҫтәй.

Был йәһәттән мин дә бәхетле. Өләсәйле бала сағым тормошомдоң ҡабатланмаҫ бер миҙгеле булып хәтерҙә ҡалған. Ҡайҙарға барһам да, кемдәр менән генә осрашһам да, яҡын кешемдең нурлы йөҙө мине һәр саҡ оҙатып йөрөй кеүек. Әллә өләсәй, әллә фәрештә инде – кем белә. Шуға ла төштәремдә бала сағыма әйләнеп ҡайтып, уның менән осрашһам, уянғандан һуң бер аҙ үкенес тойғоһо ла кисергәнем булғыланы. "Ни өсөн төш шулай тиҙ тамамлана икән?" – тип һорайым шул саҡ үҙемдән һәм уны онотоп ҡуйыуҙан ҡурҡып китәм.
Ҡайһы саҡта юлыма өләсәйҙәрен етәкләгән һәм үҙ-ара ҡыҙыу-ҡыҙыу нимәлер тураһында аралашҡан бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар осрай. Уларға ҡарап ирекһеҙҙән бер аҙ көнләшеп тә ҡуям – бәхетлеләр. Аллаға шөкөр, был бәхет мине лә урап үтмәне. Өләсәйем менән бергә күп йөрөнөк, таныш инәйҙәргә инеп сәй эсеп сыҡҡан саҡтар ҙа йыш булды. Әммә уның сәйе иң тәмлеһе ине барыбер. Ә мейестә бешеп сыҡҡан майикмәк менән табикмәктәре йә сепараттан яңы ғына ағып төшкән ҡаймағы иһә – телеңде йоторлоҡ!
Зәйтүнә өләсәйем менән Вәзир олатайым Исмәғилевтәрҙең бала сағы аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән. Өләсәйем, үҙе сабый ғына булыуға ҡарамаҫтан, әсәһенә береһенән-береһе бәләкәй туғандарын ҡарап үҫтерешкән. Колхозда үгеҙ егеп ер ҙә һөргән, бесән дә сапҡан. Ас-яланғас булһалар ҙа, бирешмәҫкә тырышҡандар. Атайҙарын һуғыш аямаған шул: ул яу яланында хәбәрһеҙ юғалған. Былар тураһында миңә йыш ҡына өләсәй үҙе һөйләй торғайны. Һуңынан олатайым менән ғаилә ҡорғандар, өс бала тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы кеше иткәндәр. Шөкөр, ейән-ейәнсәрҙәрен дә күреү бәхете тәтене уларға.
Монасип тигән бик матур ауылдың Һарт тип аталған өлөшөндә урынлашҡан олатайым менән өләсәйемдең йорто. Ул әллә ҡайҙан, алыҫтан сәләмләп ултырған төҫлө. Хәтеремдә, ҡапҡа асып та өлгөрмәйһең, соландан үҙҙәре күренә. Өйҙә иһә ҡайнаған самауыр, тәм-том көтә. Килерҙе күрәҙәләп белеп торғандар тиерһең. Йорттары бала-саға тауышынан гөрләп торор ине: ял йә каникул еттеме, бөтөнөһө өләсәй менән олатай янына атлыға. Минең дә шулай, бер мәл йәйге лагерға барыуҙан баш тартып, уларҙың янына барыу өсөн атай һәм әсәйем менән ҡырталашҡаным хәтерҙә.
Бер мәл бөтөнләй ҡыҙыҡ хәл булды: ихата эсенә ҡыр ҡаҙы килеп төштө. "Иптәштәренән тороп ҡалған", – тип аңлатты өләсәй. Баҡһаң, яраланған икән. Мине уның, кешеләрҙән яҡлау һорап, тап өләсәйем менән олатайымдың йорто алдына төшөүе ғәжәп итте. Яраһын бәйләп, икәүләшеп уны тәрбиәләй ҙә башланыҡ. Тәүҙәрәк йорт ҡаҙҙары табылдыҡты үҙ итмәй маташты, һуңынан өйрәнеп киттеләр. Был да гел генә ошонда йәшәгәнме ни? Әммә бер нисә ай ваҡыт үтеүгә, дуҫ-иштәре ҡабаттан килдеме, әллә башҡа сәбәптәнме, иртә менән ауыл күгенә күтәрелеп, хушлашҡандай бер ҡанат ҡаҡты ла, билдәһеҙ яҡҡа юл тотто.
Ысынлап та, өләсәйем бер кемде лә кире ҡаҡмаҫ ине. Ишек алдарында һәр ваҡыт мал-тыуар тулып йөрөнө. Бөтөнөһө, ауылдың теге яғынан үтһенме, был яғынанмы, уларға хәл белешергә инер ине. Ә өләсәйемдең һәр саҡ самауыры ҡайнаған, йөҙө яҡты, күңеле миһырбанлы – шулай булғас, ни өсөн инмәҫкә?
Йыш ҡына уның сабырлығына хайран ҡала торғайныҡ. Түшәктә ятҡанында ла һыҙланғанын йөҙөнә сығарманы, яҡындарын ҡайғыртмаҫҡа ынтылды. Киреһенсә, йөҙөнән йылмайыу китмәне, үҙе һәр кемде – балаларын да, ейән-ейәнсәрҙәрен дә – дәртләндерергә, уларға кәңәше менән булһа ла ярҙам итергә тырышты.
Эйе, тормош – ағын һыу, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Бына сираттағы яҙ етте, бөтөн тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уяна. Тиҙҙән ағастар бөрөләнәсәк, умырзаялар тажын асасаҡ. Шуларҙан ҙур бер гөлләмә йыйып, өләсәйем ҡулына тотторорға ине лә бит! Бик шатланып, һәр ваҡыттағыса башымдан йомшаҡ ҡына итеп һыйпар ҙа: "Улым ҙур үҫкән инде", – тиер ине, моғайын. Хәҙер инде башҡалар өләсәйҙәренә яҙғы умырзаяларҙы алып ҡайтыр. Элегерәк, бәләкәй булғанғалыр, был уй һис кенә башыма инеп сыҡмаған шул...
Үҫһендәр умырзаялар, яҙғы бәхеткә сорналып ҡыуанышһындар әйҙә. Өләсәйемә бүләккә тигәндәре минең күңелемдә йәшәй бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рәмзилә
    Рәмзилә от 13.01.2015, 00:56
    матур хәтирә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840