Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше булып әгәр тыуа ҡалһам, алынмаһын һеҙҙең һушығыҙ...
Ике тау араһынан ҡаршылыҡһыҙ үтеп, шыйлап иҫкән шыҡылһыҙ ҡыҫыҡ еле, беҙҙең төркөм ауыл осондағы зыяратҡа яҡынлашҡан һайын көсәйеп, тәнде генә түгел, йәнде өшөттө. Был ни ғиллә? Бында юлланғансы күк йөҙөндә балҡып торған ҡояшҡа ирәбеләнеп, муйынға уралған шарфтарыбыҙҙы бушатып, башлыҡтарыбыҙҙы сискәйнек. Күрәһең, туғанды, дуҫты, ғөмүмән, яҡшы кешене юғалтыу, һағыныу-һарғайыу һағыштары туған тәбиғәткә лә күскәндер ҙә ҡайнар йөрәкле улын юҡһыныуҙан уның да күңеле беҙҙеке менән ҡуша болоҡһоғандыр...

Теүәл ике йыл элек, баш ҡаланан ауылда йәшәгән әсәһе янына ашҡынып ҡайтып килгәндә, автоһәләкәткә осрап, яҡташыбыҙ, шағир Ғилман Ишкинин, туғандарын, яҡындарын, дуҫтарын, әҙиптәштәрен зар илатып, мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Әсәһе өсөн ғәзиз ул, апайҙары-ағайҙары өсөн эскерһеҙ, ярҙамсыл туған, күптәргә алсаҡ, ихлас дуҫ булған ир-уҙаман ҡайһы берәүҙәр өсөн һүтелмәгән-һүрелмәгән сер йомғағы булып ҡалды. Үҙе лә, донъяға ҡараш-фекерҙәре лә. Шулай уҡ шиғырҙары ла. Бигерәк тә кинәйәгә, тәрән фәлсәфәгә ҡоролған бер йәки ике-өс юллыҡ ҡына шиғырҙары. Шағир күңелен шағир ғына аңлай. Әҙиптәшен һәм уның һәр һүҙен, фекерен төптән аңлай белгән Рәйес Түләк Ғилмандың «Мәңге ябыҡ ишек кенә шығырламай» тигән бер юллыҡ ҡына әҫәрен шаҡ ҡатырғыс тапҡырлыҡ тип атап, шул уҡ ваҡытта был юлдарҙың асылын күптәрҙең аңлап етмәүенә эсе бошоуын йәшерә алмайынса: «Ябыҡ ишек — үҙ өңөнә бикләнеп, үҙ-үҙенә бикләнеп ғүмер һөргән кешенең символик һүрәтләнеше. Ул янмай-көймәй, асылмай-ябылмай, ышанмай-алданмай, ҡайғырмай-шатланмай, хаталанмай, уңышҡа ла өлгәшмәй. Бына ошондай «футлярҙағы кеше» тураһында был шиғыр», — тип яҙа. Ә был шиғырын Ғилман Ишкинин 2002 йылда Бәләбәйҙә йәш шағирҙар бәйгеһендә сәхнәгә сығып уҡырға йөрьәт итә һәм... бәйгеселәр араһында беренсе урынды яулай. 2007 йылда донъя күргән «Ямаулыҡтар» тигән шиғырҙар йыйынтығында, уны «формалист»лыҡта ғәйепләгән көнсөлдәрҙең йәнен үртәп, нәҡ ошо һәм тағы ла бихисап бер һәм ике-өс юллыҡтары урын алған. Мәнде, ишараны аңлағандарға йоҙаҡ Ғилмандың тағы ла бер нисә мәғәнәле юллыҡтарын килтерге килә:
Бер аяҡҡа атлағанда күмәк –
Емерелә күпер – мәғәнә.
Йәки:
Һыуҙан таҙа булып булмаҫ! –
Түбәтәйен систе лә ҡарт
Арбаһынан эйелеп һыу эсте.
Эйе, Ғилмандың үҙе лә, ижады ла — күптәргә сер. Ә аңлағандарға – йыр. Азатлыҡ йыры. Мөстәҡиллек йыры. Тыуған илебеҙ, хал-ҡыбыҙ, милләтебеҙ тураһындағы берсә өмөт-ышаныслы, берсә аһ-зарлы йыр. 1997 йылда нәшерләнгән «Шаңдау» тип аталған «Йәш шағирҙар тауышы» шиғырҙар йыйынтығында иң тәүге урын бирелгән Ғилмандың шиғырҙарында бөгөнгә һәм киләсәгебеҙгә ҡарата өмөт-ышаныстың аҡланмауынан йән әсеүе, йөрәк һыҡрауы асыҡтан-асыҡ ярылып ята:
Әллә ниндәй сәйер бала
Һүҙ өндәшмәй – башын баҫып,
Килмешәктәр тартып ала,
Ә ул һаман ҡасып, боҫоп
Үҙ өйөндә, ят бауырҙай,
Бер маҡталып, мең алданып,
Йәшәй инде, бөткән бурҙай –
Эстән генә көйөп-янып.
Онотолған замандарҙа
Һыйынғанда кем ымһынып,
Икмәк, йылы бүлештең һин.
Ҡалғанда ла һуңғы һыныҡ...
...Ғилмандың үлеүенә ике йыл тулған көндө тыуған ауылы Иҙәштә шағирҙың хәтер кисәһенә туғандары, дуҫтары, һабаҡташтары, яҡташтары йыйылды. Ҡаҫмарт буйының ялҡын йөрәкле улының нәҡ республикабыҙҙың үҙаллылыҡҡа ынтылған тәүге йылдарында тыуған яғына ҡайтып, ауылдаштарын, бөтә Ҡаҫмарт буйын күтәреп, халыҡ араһына сығып, аңлатма эшен алып барыуын, башҡорт казактары отрядын ойоштороп, уның менән Өфөгә юлланыуын, артабан, үҙаллылыҡ яулап, ауыл халҡының тындары иркенәйгәс, Үтәғолда тәүгеләрҙән булып үҙаллы фермер хужалығы асып ебәреүе тураһындағы матур тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Эйе, Ғилман нисек һәм ни менән йәшәгән, ниҙәр кисергән – барыһы ла шиғырҙарында ярылып ята. Өмөт, ышаныс, яҡты, татлы хыялдар һәм... уларҙың селпәрәмә килеүе...
Һабаҡташтары, дуҫтары Ғилмандың төрлө яҡлы шәхес булыуын билдәләне. Шағир күңелле кеше генә түгел, ә рәссам, йырсы, композитор, спортсы ла булған ул.
— Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡығанда, өс йыл бер бүлмәлә йәшәнек. Йор, шул уҡ ваҡытта тура һүҙлелеге менән уҡытыусыларҙы асыуландырып та бөтөр ине, әммә ул шунда уҡ уларҙың күңелен йомшартыр әмәлен тиҙ генә тапты. Төндәрен сәғәт өстәрҙә һикереп тороп ултырыр ҙа яҙыша башлар ине. Ҡул аҫтында ҡағыҙы булмаһа, иртән тороуға простыняһының арҡырыһы-буйына тултырып яҙған була. Шул арҡала ятаҡтың кастеляншаһына простыня менән юрған, мендәр япмаларын алмаштырырға барһаҡ, әрләнеп тә бөтә торғайны, — тип, бүлмәләшенең ижад илһамының ашып-ташып тороуын, шаянлығы арҡаһында төрлө хәлдән еңел сығыуын һүрәтләп бирҙе Байдәүләт ауыл хакимиәте башлығы Шәһит Күсәрбаев. – Бер мәл иртән торғас, төшөмдә атайымды күрҙем, мәсеткә барып киләм, тип китте. Ә минең өсөн мәсеткә йөрөү ул саҡта — ситен күренеш. Бер көн дәрестә был миңә: «Тыңла әле», — тине лә, бармаҡтары менән өҫтәлгә туҡылдатып, көйләй башланы. Баҡһаң, «Эй, мосолман донъяһы» тигән йырын сығарған булған икән. Ошондай кеше менән дуҫ булғаным өсөн бәхетлемен. Тыуған илем, халҡым, ғәҙеллек тип янған кеше ине ул.
— Ғилман ағайҙан мин кесерәк курста уҡыным. Фекерле булыуы менән айырылып торҙо ул. Әле шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡыйым да уның уй-кисерештәрен, яныу-көйөүҙәрен ап-асыҡ аңлайым. Ниңә ул беҙҙең аранан иртә китте икән тигән һорау телеп үтә мейене. Һәм шунда уҡ яуабы ла килә: унда ла изге йәнлеләр кәрәк. Бәлки, бөгөнгө тормошто күрмәҫ өсөн иртә киткәндер – күтәрә алмаҫ ине ул... Мин – шағир, тип күкрәк ҡаҡманы ул. Дан-шөһрәт эҙләмәне. Бер ҡасан да илап-һыҡтап йөрөмәне. Ихлас, йомарт, ярҙамсыл булды. Гражданлыҡ позицияһы көслө ине. Беҙгә иһә районда уның яҙмаларын туплау мәсьәләһен күтәрергә ҡала, — тип фекере менән уртаҡлашты Яңыбай мәктәбе директоры Ғайса Хужәхмәтов.
Байыш ауыл хакимиәте башлығы Ришат Ҡыуатовтың үҙ хәтирәләре:
— Бер көн беҙҙең Сәғит ауылы клубына Ғилмандың бер төркөм егет менән килеп ингәне хәтеремдә. Киҫкен мәл етте, ағай-эне, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк, тинеләр. Республикабыҙ үҙаллылыҡ яулар йылдарҙа, ер мәсьәләһе күтәрелгән мәлдә, уның менән бергә бөтә тирә-яҡ ауылдарҙы йөрөп сығып, халыҡ менән осрашып, аңлатыу эше алып барҙыҡ. Өфөгә лә автобусҡа тейәлешеп барҙыҡ. Ғилман дуҫ ҡына түгел, туған да булып сыҡты. Ҡыуатовтар – дворяндар нәҫеленән. Ошо титулды күтәреү өсөн «Ҡыуат» крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороп ебәрҙе. Айырым йөктө тарта алмаҫбыҙ, берләшәйек, тип мине һәм тағы ла бер хужалыҡты бергәләп эшләргә саҡырҙы. Диләнкә алайыҡ, өй һалайыҡ, ағас ултыртайыҡ, балалар үҫтерәйек, тип тә ойошторҙо ул беҙҙе. Шуның менән рәхмәтлебеҙ уға. Бер ауырлыҡтан да, ҡара эштән дә, тура һүҙлелектән дә ҡурҡманы. Ысын шәхес булды...
Ижад кешеләре китапханасылар менән һәр саҡ йәнәш. Яҙыусылар, шағирҙар, артистар менән һәр осрашыуҙы төбәктәрҙә нәҡ улар ойоштора. Район китапхана системаһы директоры Нәзирә Кәримова менән ғүмерен китапхананан тыш күҙ алдына ла килтерә алмаған Нурия Ҡунысбаеваның хәтерендә яҡташыбыҙ Ғилман Ишкинин ярһыу шағир ғына түгел, ысын кеше булараҡ та ҡалған.
— Мин – район китапханаһы тарафынан ойошторолған Ғилман Ишкинин исемендәге шәхси премияның тәүге лауреаттарының береһемен. Был күңелгә йылылыҡ биреп тора. Ғилман — бөгөн дә беҙҙең өсөн рухи ҡалҡан. Уның менән «Ямаулыҡтар» тигән китабының исем туйында танышҡайныҡ. Артабанғы һәр осрашыуҙа яңынан-яңы сифаттарын астым. Уның менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләшеүҙе мин Хоҙай бүләге кеүек ҡабул иттем. Бөгөн беҙ ҡәберендә булдыҡ, һәм был ваҡиға һиҫкәндерҙе: яҡты донъяға барыбыҙ ҙа бер мосафир булып ҡына килгәнбеҙ. Шуға ғүмер юлын матур итеп үтеү фарыз. Атай-әсәй, милләт, тәбиғәт тигән мәңгелек ҡиммәттәр алдында бурыслы булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрҙө был, — тине Нурия Ҡунысбаева.
Хәтер кисәһендә ҡатнашыусылар уны ойошторған ауыл китапханаһы китапханасыһы Зифа Ишмырҙинаға, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен еткерҙе. Нәзирә Кәримова Ғилман Ишкинин исемендәге премияның сираттағы төп лауреатына – Юнай ауылынан Иҙрис Аҡбутинға диплом һәм аҡсалата премия, конкурста ҡатнашыусыларға шөһрәтнамә тапшырҙы. Иҙәш һәм Үтәғол мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән йыр-бейеүҙәрҙең һәр береһе яҡташтары күңелендә матур эҙ ҡалдырған ялҡынлы шағир, ысын шәхес Ғилман Ишкининға арналды.
...Ғилманды хәтергә алып сығыш яһаусыларҙың барыһы ла уның һиҙгер күңелле, эске тойомлауы көслө булыуын билдәләне. Апаһы Сәүиә лә ҡустыһының үлер көнөндә юлға сыҡмауын, әсәһенә тигән күстәнәсен берәйһе аша ебәреүен үтенгән. Тик Ғилман нимәгәлер йөрәкһенеп, юҡ, ҡайтам, тип юлға сыҡҡан. Күрәһең, тәҡдиренә ашҡынғандыр инде. Шиғырҙарында ла бит уның йөрәкһеү, ашҡыныу, һиҙемләү...
Аҡтан кейенмә, тиһең, —
Өлгөрөрһөң,
Аҡҡа ҡара һәләк яғыла.
Мин ҡарышам:
— Йыртыҡ ямай-ямай
Үтеп бара ғүмер яҙы ла.
Өлгөрөрмөн
Аҡҡа төрөлгәндә
Нисәнсе ҡыш, ғинуар селләһе;
Йыйынырмын ашыҡ-бошоҡ
ҡына,
Бәлки, ҡапыл
үҙең беләһең...
Һәм шул ваҡыт,
эй, килешер беҙгә:
миңә ағы, һиңә ҡараһы.
...Баш осома ҡайын ултыртырһың,
Олономдо йыуыр ҡар һыуы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. ильгиза
    ильгиза от 01.03.2013, 16:59
    Яҡшы яҙылған!Үҙе тере булғанда күтәрә белергә кәрәк ине!Бына тигән кеше булды ағайым,ә беҙҙең йөрәктәрҙә ул һәр ваҡыт йәшәйәсәк!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507