Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңғыҙ яугир яу ҡайтармаҫ
Яңғыҙ яугир яу ҡайтармаҫӘүҙем йәмәғәт эшмәкәре, рәссам-педагог, республиканың Хәрби Дан музейы хеҙмәткәре, “Төньяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтовтың изге эштәре хаҡында төрлө тарафтан ишетеп белеп торабыҙ. Ул башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә, милли мәҙәниәтебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һаҡлауға, үҫтереүгә күп көс һала, мөһим сараларҙың уртаһында ҡайнай. Яңыраҡ ҡына ул Германияның Лейпциг ҡалаһында хәрби-тарихи фестивалдә ҡатнашып ҡайтты. Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ менән әңгәмәбеҙ ошо байрам һәм киләһе йыл билдәләнәсәк тарихи датаға — 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына — әҙерлек тураһында.
— Илдар Ғиндулла улы, башта сит илгә сәфәрегеҙ хаҡында бер аҙ һөйләп үтһәгеҙ ине.
— Халыҡтар һуғышының 198 йыллығына бағышланған халыҡ-ара хәрби-тарихи фестивалгә Башҡортостандан ун кеше барҙыҡ, шуның туғыҙы — реконструкторҙар. “Төньяҡ амурҙары” клубынан минән тыш өс кеше булды: элек Учалы ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡытҡан, аҙаҡ шахтер һөнәрен үҙләштергән, Бородино яланындағы “алыш”та биш тапҡыр ҡатнашҡан Мәжит Ибраһимов, яңыраҡ беҙгә һис уйламағанда килеп ҡушылған эшҡыуар Юлай Ғәлиуллин һәм Өфө егете Роберт Абҡадиров. Өфө пехота полкын БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов менән Әнүәр Янғуразов, Сергей Петров, Геннадий Шевелев, Александр Васильев һынландырҙы. Төркөмгә Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин етәкселек итте.
Фестивалдә иғтибар үҙәгендә булдыҡ, тип ҡыуаныс менән әйтә алам. Париждан килгән “Наполеон” беҙҙең менән үҙе килеп танышты, уны кейемдәребеҙ, Яңғыҙ яугир яу ҡайтармаҫ
ҡоралдарыбыҙ ғына түгел, ҡурай һәм ҡумыҙ, милли моңдарыбыҙ ҙа ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Минән бүләккә ҡурай, ҡумыҙ алғас, француз Башҡортостан “яугирҙәр”енә иҫтәлеккә алтын һәм көмөш тәңкәләр ҡалдырҙы. “Төньяҡ амурҙары”ның уҡ атыуҙа мәргәнлеген юғары баһаланылар. Байрам һуңында Лейпцигта башҡорт һуғышсыларына ҡуйылған һәйкәл янында яуҙа һәләк булған бабаларыбыҙ рухына намаҙ уҡыныҡ.
— Бындай сараларҙа йөрөгәндә ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?
— Яланда туптар гөрһөлдәй, яугирҙәр һөрәнләшә, ҡылыстар сыңлай, төтөн, саң, һөжүм артынса һөжүм... Аттар ярһый, беҙ дәртләнәбеҙ, ҡомарға биреләбеҙ. Аҙаҡ, ысын һуғышта еңгәндәй, күңелдә рухи күтәренкелек тояһың, шул уҡ ваҡытта “дошмандар” ҙа шат йылмая, тамашасылар ҙа ҡәнәғәт. Бабаларыбыҙҙың кисерештәрен ҡабатлауҙан күңелгә еңеллек килә.
Унда барып төшһәң, бөтөнләй икенсе донъя башлана. Һәр ерҙә — дуҫтар, теләктәштәр. Ҡайһы саҡта доға уҡып ебәрәм, ҡыуаныстан күҙгә йәш эркелә, башты юғары күтәреп “Любизар”ҙы йырлайым. Етенсе йыл йөрөгәс, реконструкторҙарҙың күбеһе мине таный, исемем менән өндәшә. Ярҙам итергә тырышалар, һөйләшкеләре, ҡул ҡыҫҡылары килә. Барыбыҙ ҙа изге маҡсатта йөрөй бит, ә һәйбәт ниәтте бөтә ерҙә лә аңлайҙар, эскерһеҙлеккә тәржемәсе лә кәрәкмәй.
Был сараларға выждан ҡушыуы буйынса барабыҙ. Әгәр теләгебеҙ ер-һыу күреү генә булһа, турист булып ҡына сығыр ҙа китер инек. Киреһенсә, беҙҙе, йәғни башҡорттарҙы, күргеләре килгәнгә юлланабыҙ сәфәргә! Бабаларыбыҙҙың Ватан һуғышында биш йөҙәр һалдаттан һәм утыҙар офицерҙан торған егерме һигеҙ полк булып ҡатнашҡанын, уларҙың береһенең дә әсиргә эләкмәүен, тарҡалмауын, тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтеүен беләбеҙ. “Төньяҡ амурҙары” еңелеп барған Рәсәй ғәскәрен ҡотҡарған, Кутузовтың бойороҡтарын намыҫ менән үтәгән. Бына шуға ла саҡыралар беҙҙе әлеге байрамдарға. Мәскәү, Тверь, Ростов, Пенза кеүек төбәктәрҙән бик күп халыҡ вәкилдәре ҡатнаша унда. Дон казактары башҡорттар менән айырыуса ҡыҙыҡһына. “Егерме һигеҙ полк биргән халыҡ бөгөн нисек йәшәй? Ниңә күпләп килмәйҙәр?” — тип һорайҙар. “Йылы миҙгелдә бесән әҙерләү менән мәшғүлдәр, йәй төҫө күрмәйҙәр, көҙөн-ҡышын аҙбар тултырып мал ҡарайҙар”, — тип аҡланырға тура килә.
Яңғыҙ яугир яу ҡайтармаҫБыйыл бер йәйгә әллә күпме эш тура килде. Смоленск хәрби фестиваленән ҡайтып ҡына төшкәйнем, Бородиноға саҡырҙылар. Бөтә ерҙә лә ҡатнашыуыбыҙҙы теләйҙәр, хәлебеҙ бармы-юҡмы икәнлеген һорап та тормайҙар. “Һәйбәт әҙерләнеп килегеҙ”, — ти ҙә ҡуялар. Дөрөҫ тегелгән кейем, шартына килтереп яһалған ҡорал кәрәк...
— Ярҙам итеүселәр һирәктер инде...
— Беҙҙең менән бергә йөрөргә теләүселәр ҙә, ярҙам тәҡдим итеүселәр ҙә күп түгел, шулай ҙа айырым кешеләрҙе ихтирам һәм рәхмәт тойғолары менән телгә алмай булмай. Улар араһында һәр ҡайһыбыҙға билдәле Рәсүл Ҡарабулатов менән Ринат Байымов, нефть компанияһы етәксеһе Илдар Юлбарыҫов, Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы Әмир Ғәлимов, Ғафуриҙан эшҡыуарҙар Хәннән Ишмырҙин, Азат Фәйзуллин, Әсҡәт Фәйзуллин, Баймаҡтан фермер Айбулат Байғотлин бар. Барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлемен.
Зарланып йәки маҡтанып әйтмәйем, әммә ҡайһы саҡта хәрби реконструкцияла ҡатнашыуға барлыҡ эш хаҡым китә. Шул уҡ ваҡытта кемгә ярҙам итергә, аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға тип аптыраныусылар осрап тора. Беҙҙең хаҡта белмәйҙәр, күрәһең — килмәйҙәр. Бәлә һалып, инәлеп-ялбарып, ҡул һоноп йөрөмәйбеҙ. Беҙҙе ижади һәм фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар ғына алға этәрә. Ярҙам иткән кешеләрҙең ғәмәлдәре, әлбиттә, һөҙөмтәле. Барыһының да ҡул арты еңел булды. Уларға һаулыҡ, именлек теләйем.
Телефондан һөйләшеүгә һәм юл сығымдарына аҡса күп тотонола. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы шул ҙур мәсьәләләрҙең береһен хәл итергә тырыша — һәр саҡ транспорт хәстәрләй. Яңғыҙ түгеллегеңде тойоу — бәхет ул. Илтифатлы, ярҙамсыл, мәҙәниәтле кешеләрҙең барлығына һөйөнәм. Изге ниәт булғанда аҙ көс менән дә ҙур эш башҡарырға мөмкин. Хоҙай үҙе ярҙамлаша. Ә тыштан иманлы булып күренеп, изге ғәмәлдәре хаҡында һөрән һалып йөрөүселәр тарафынан ярҙам тоймайбыҙ.
Әле бына Лейпцигка барыр алдынан билдәле эшҡыуар Иршат Аҫылғужин үҙенең оҫтаханаһын биреп торҙо, унда ошо уҡ фирманан тегенсе Зөбәржәт Ғәбиҙуллина беҙгә сәкмәндәр, салбарҙар текте. Бына шундай мәрхәмәтле, илһөйәр милләттәштәребеҙгә таянырға була. Ғөмүмән, һәр ҡайһыбыҙ үҙе алдына: “Беҙ булмаһаҡ, кем һуң?” — тигән һорау ҡуйырға тейештер. Бер-беребеҙҙе дәртләндереп, сәмләндереп эшләргә өйрәнергә кәрәк.
— Ватан һуғышының юбилейына әҙерлеккә бәйле ниндәй фекерҙәрегеҙҙе еткерерһегеҙ?
— Әле үк ныҡлап тотонһаҡ, байрамға әҙерләнеп өлгөрөргә мөмкин. Теләге булған һәр кем “Төньяҡ амурҙары”на ҡушылып, Бородино яланына барып ҡайта ала. Бармай икән, аҡсалатамы, кейем тегеү йәһәтенәнме — ярҙамдарын ихлас ҡабул итәсәкбеҙ. Ҡоралдар ҙа фанеранан булмаҫ инде.
Төп етешһеҙлек шунда: замандаштарыбыҙҙың күпселеге тамаша ҡылырға ғына ярата, байрамдарҙы ойоштороуға күп көс һалыу кәрәклеген уйлап та бирмәй. Уйын-көлкө, йыр-бейеү һәм һый-хөрмәт ҡунаҡтар өсөн генә булырға тейеш, минеңсә. Үҙебеҙ әүҙемлек менән тотонмаһаҡ, бер кем дә ситтән килеп Ватан һуғышында ҡатнашҡан бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын йәш быуынға һәм бүтән халыҡтарға күрһәтеүҙе, рухыбыҙҙы күтәреүҙе, милләтебеҙ данын таратыуҙы хәстәрләмәйәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына ығы-зығылы проблемалар уртаһында ҡалырға ла тура килә.
Йылҡы малын хәҙер эшкә егеү йәки һуйыу өсөн генә аҫрайҙар, ат тәрбиәләү, тире эшкәртеү йолалары онотола бара. Шул уҡ ваҡытта беҙ башҡорт милли кейемдәрен тегеүгә һәм боронғоса көнкүреш әйберҙәре яһауға сеймал, йәғни күн, кейеҙ һәм буҫтау таба алмайбыҙ, һыбайлылар һуғышын кәүҙәләндереү өсөн өйрәтелгән аттар юҡ. Атһөйәр ирҙәр ҙә бик аҙ. Көтөүгә һыбай сығыу, ат өҫтөндә эйәр һалып йәки йомшаҡ кейем түшәп ултырып йөрөү, егергә һәм туғарырға, дилбегә тоторға өйрәнеү генә йылҡы малын белеүҙе аңлатмай.
“Тирене ташламағыҙ, эшкәртергә өйрәнегеҙ, һис юғында һатығыҙ. Йөндө лә әрәм итмәгеҙ, кейеҙ баҫығыҙ”, — тиһәң, күптәр көлөмһөрәп ҡарай, ә ялҡаулыҡта ғәйепләһәң, һеркәләре һыу күтәрмәй. Ат өйрәтеү, арҡан ишеү, септә һуғыу кеүек кәсептәрҙең серҙәрен киләһе быуынға тапшырыуға ла етди ҡараш тойолмай.
Һәр кеше реконструктор була алмай, кәрәге лә юҡ, әммә ошо өлкәлә кәсеп асырға мөмкин бит. Яңы ҡул тирмәндәре, эйәрҙәр эшләнмәй, элекке хәрби ҡоралдар тергеҙелмәй, һаман да музейҙа торғандарын сығарып, туҙҙырып йөрөтәләр.
— Ҡайһы бер райондарҙа кейеҙ баҫыу, тирмә яһау, милли кейем тегеү буйынса эштәр яҡшы уҡ бара түгелме һуң?
— Эйе, ниндәйҙер ынтылыш бар, әммә еңел-елпелеккә юл ҡуйылыуын билдәләмәй булдыра алмайым. Хәҙерге оҫталар эшләгән тирмәне күргәҙмәлә генә ҡулланырға мөмкин, сөнки заманса туҡыманан һәм фанеранан яһалғанды ысыны менән йәнәш ҡуйырлыҡ түгел — уның бер ниндәй ҡиммәте юҡ. Бөгөнгө тула баҫыу байрамдары иһә рәссамдар бәйгеһенә тартым. Кейеҙҙе бит диуарға элмәгәндәр, ә ергә түшәгәндәр, шуға ла уға биҙәк һалыуҙарын артыҡ күрәм. Ғөмүмән, әлеге кәсеп менән шөғөлләнеүселәрҙең күпселеге боронғо көнкүреште белмәй, шуға ла хеҙмәт емештәре йылмайырға ғына мәжбүр итә.
Миәкә районынан Ғәлинур Зарипов исемле уҙаман тирмә яһау эшен тергеҙҙе, уның продукцияһы бик ҡиммәткә төшә. Ҙур кейеҙҙе, үҙебеҙҙә булмағас, Татарстандан, Ҡалмыҡстандан алырға тура килә.
Тире һәм йөн эшкәртеүгә ныҡлап тотоноусылар булһа, боронғоға оҡшатып елән, сергетыш, ситек, сарыҡ, ҡалпаҡтар тегер, эйәр, турһыҡ, һаҙаҡтар яһар инек. Юғиһә, беҙҙең милли кейемебеҙ ҙә онотолоп бара, күптәр башҡортто төлкө тиреһенән тегелгән ике ҡойроҡло бейеү бүркендә, сәхнә өсөн яраҡлаштырылған биҙәкле костюмда күҙ алдына баҫтыра.
— Ҡайһы бер кейемдәрҙе үҙегеҙ тегәһегеҙ, тип ишеткәйнем.
— Эйе, һуңғы ете йылда ауылда кәзә аҫрап, тире эшкәртеп, тәжрибә тупланым. Үҙем өсөн бәләкәй генә асыштар ҙа яһаным. Дәрт итһәң, изге ниәт ҡылһаң, эшең килеп сыға ул. Өфө менән район араһында йөрөп, өй шарттарында, шәхси ваҡытты “урлап”, күндән итек, буҫтауҙан ҡалпаҡтар тектем. Тарихи китаптарға ҡарап өйрәнергә тура килде. Асышыма килгәндә, халҡыбыҙҙың оҫталығына, ябай һәм уңайлы итеп тегә белеүенә хайран ҡалдым.
Олаталарың рухына бағышлап, берҙе булһа ла ошо данлы юлдарҙан үтеп ҡайтһаң, ғорурлығы ни тора! Бының өсөн боронғо кейемде һәр кем үҙе әҙерләй алалыр. Хәләл хеҙмәте, аҡсаһы менән. Ҡулымдан килмәй йәки ваҡытым тар тиеүселәр оҫта яллаһын әйҙә. Өлгөнө урыҫ тарихсыһы Руденконың китаптарынан табырға мөмкин.
— Гәзит уҡыусыларға тағы ниҙәр әйтер инегеҙ?
— Башҡарған ғәмәлдәрем менән бәхетлемен. Музейҙа мине аңлайҙар, коллектив та, етәкселек тә йәмәғәт башланғысындағы эшемә ҡаршы килмәй. Уларға рәхмәтем сикһеҙ.
Йәштәргә ҡорал менән эш итергә өйрәнеү мөһим, тип уйлайым. Һыбай һуғышыу буйынса, яҡшы итеп шөғөлләнеп, хәрби реконструкция урындарына үҙ атың менән барыу кәрәк. Беҙҙең һабантуйҙарҙа егетлек күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр күп, әммә боронғо байтаҡ йола онотолған. Һөңгө йәки ҡылыс менән алышырға, уҡ атырға, ат өҫтөндә оҫта йөрөргә өйрәтеүселәр табылһа ине. Фермерҙар йылҡыны күп үрсетә, тик уларҙы ит заводына оҙатыуҙы ғына күҙ уңында тота түгелме?
Бородинола быйыл ҡатнашыуыбыҙ хәлде ҡотҡарҙы һымаҡ. Киләһе йылда, оло юбилей булғас, күберәк йыйылһаҡ ине. Унда төрлө һәләттәргә эйә ирҙәр кәрәк, һайлап алырлыҡ булһын. Моғайын, беҙҙе аңлаусылар, хуплаусылар, ҡушылыусылар күбәйер. Халҡыма уңыштар теләйем!
Даян МӘЖИТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505