Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Быуындар хәтере һағында
Быуындар хәтере һағындаРайон үҙәге Красноусолда хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүселәргә арнап асылған музейҙа төрлө йылдарҙағы ауыр һынауҙарҙа сыныҡҡан, республикала исеме киң билдәле шәхестәр тураһында бай мәғлүмәт тупланған.

Тарихҡа хөрмәтле ҡараш, һаҡсыл мөнәсәбәт музейҙарҙағы ҡомартҡыларҙа сағылһа, уларҙы бөртөкләп йыйған, туплаған кешеләрҙең арабыҙҙа тормошобоҙҙо биҙәп, әүҙем йәшәүе күңелгә йылылыҡ өҫтәй, ышаныс тойғоһон арттыра. Музейҙың етәксеһе — район эске эштәр бүлегенең ветерандар советы рәйесе, почетлы ветеран Марат Ҡунафин. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уны дәрт-дарман да, ғәйрәт тә ташламаған.
Музей ыҡсым бүлмәлә урынлашҡан, ҙур сығым түгелмәһә лә, зауыҡлы биҙәлгән. Витриналар эсендә төрлө ваҡытта хоҡуҡ боҙоусыларҙан тартып алынған һалҡын ҡоралдар, милицияла эшләгәндәрҙең шәхси кейемдәре, ҡорамалдары, документтары урын алған. Уларҙы күргәс, көндәлек тормош именлегенең һәр төрлө шарттарҙа фиҙакәр көс түгеп яуланғаны аңлашыла. Марат ағай, ысын хужаларса кинәйәләп, тәҙрә ҡорғандарын ҙур ғорурлыҡ менән асып, бүлмәне яҡтыртып ебәрҙе, стендтар янына килде һәм ваҡыт үтеүҙән һарғая төшкән төрлө фотонан баҡҡан милиционерҙар, хеҙмәткәрҙәр тураһында фәһемле мәғлүмәттәрҙе һөйләй башланы.
— Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү хәрби хеҙмәткә тиң. Бына алдыбыҙҙағы фотоларҙан ҡарап тороусыларҙың күбеһе фронт юлдарын үтеп ҡайтыу менән ошонда саҡырылған, күптәре иһә һуғышҡа тиклем дә милицияла хеҙмәт иткән. Эске эштәр бүлегенең генә түгел, тотош районыбыҙ ғорурлығы булырлыҡ был кешеләрҙең тормош юлы — йәштәр өсөн ысын илһөйәрлек өлгөһө.
Игенйылға ауылы егете, Ҡораллы Көстәрҙең өлкән лейтенанты Барый Фәйзуллин — иң тәүге Еңеү парадында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ. Ул һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, I, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ғафури районының эске эштәр бүлегендә 1945 йылдың июленән 1974 йылдың сентябренә тиклем өҙлөкһөҙ хеҙмәт иткән. Тыныс ваҡытта “Почет Билдәһе” орденына лайыҡ булған, Сәйетбаба ауылында ерләнгән.
Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Яҡуп Нәҙершин район эске эштәр бүлегенең тәүге начальнигы була. НКВД-ның өлкән лейтенанты булараҡ, 1931–1942 йылдарҙа бүлеккә етәкселек итә. Бронь бирелеүгә ҡарамаҫтан, үҙе теләп фронтҡа китә. “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Мәскәү өсөн барған алышта һәләк була. Үлгәндән һуң батыр яҡташыбыҙға Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бирелә. “Бөгөн был награданың туғандарына ебәрелеү-ебәрелмәүе хаҡында белешеп, Рәсәй Оборона министрлығы архивына запрос яһаныҡ”, — тип дауам итте Марат ағай һүҙен.
1931–1934 йылдарҙа Красноусолда тәүге участковый булған Игенйылға егете Зөбәйҙулла Йәнбәков, һуғыштан өлкән лейтенант дәрәжәһендә ҡайтҡан Урыҫ Һаҫыҡкүле егете Алексей Уткин, бүлектең тәүге ДАИ хеҙмәткәре Аверьян Федоров, Яңғыҙҡайын төбәгенең тәүге участковыйы, сығышы менән Сәйетбаба егете Хөснулла Шәйәхмәтов та күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар алған. Барыһы ла район эске эштәр бүлегендә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, 1945–1946 йылдарҙа, эш башлаған һәм ғүмеренең күп өлөшөн милиция хеҙмәтенә бағышлаған.
Бурлы ауылынан Димөхәмәт Ғәлләмов иһә яҡшы хеҙмәте өсөн Өфө ҡалаһының Киров районы эске эштәр бүлегенә күсерелгән.
Әбүталип Хәмиҙуллин 1945 йылдан 1972 йылға тиклем эске эштәр бүлегендә водитель булып эшләгән. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ул 2010 йылда донъя ҡуйҙы.
Ғафури эске эштәр бүлегенең дүртенсе начальнигы Һиҙиәт Сәлихов бүлеккә 1945–1954 йылдарҙа етәкселек итә. Исмәғил Юнысов — 1950 йылдан 1975 йылға тиклем, Фәрүәз Әхмәтшин 1955–1978 йылдарҙа участка инспекторы була. Бөйөк Ватан һуғышы яугире Семен Уренев 1952 йылдан 1965 йылға тиклем район эске эштәр бүлегендә уңышлы хеҙмәт итә. Һәр ҡайһыһы тураһында айырым китап яҙырлыҡ фиҙакәр яҡташтарыбыҙ хаҡында мәғлүмәттәр етерлек музейҙа.

P.S. djvu reader скачать бесплатно можно на сайте megaupl0ad.com




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509