Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әрме тәртибе сыныҡтыра
Әрме тәртибе сыныҡтыраЫсын ир-егет ниндәй булырға тейеш? Ҡайҙа үҫтерәләр һәм тәрбиәләйҙәр икән уларҙы? Ошо һорауҙарыма яуап эҙләп, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына юлландым. Бында, билдәле булыуынса, юғары белемле полиция хеҙмәткәрҙәрен әҙерләйҙәр. Тимәк, беҙҙең именлек, тыныслыҡ өсөн яуаплы кешеләр сыға был уҡыу йортонан.

Килеүемдең төп сәбәбе тәрбиә мәсьәләһе булғанлыҡтан, тап ошо эш өсөн яуаплы кешеләр менән аралашырға ине иҫәп. Оҙатып йөрөүгә тәрбиә эше бүлеге инспекторы Таһир Фәхрисламов тигән егетте тәғәйенләп ҡуйҙылар. Бында тәртип ҡаты, армиялағы кеүек. Уҡыу йорто биләмәһенә теләһә кем инеп йөрөй алмай. Контроль-үткәреү пункты аша махсус рөхсәт ҡағыҙы менән генә үтергә мөмкин.
Хәрбиҙәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында, көс структураларында эшләүселәр менән аралашыуы һәр ваҡыт ҡыйыулыҡ талап итә. Етди, аныҡ кешеләр бит улар, тулҡынланмайынса булмай. Әммә бында барыһы ла киреһенсә килеп сыҡты. Йылмайып ҡаршы алған Таһир иң тәүҙә биләмәләге һәйкәл янына алып барҙы. Әйләнә-тирәһенә ағас ултыртылған күркәм урында Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәновҡа (Александр Матросов) һәйкәл ҡуйылыуын күреп, аптырап ҡалдым. Ни өсөн тап уның һыны?
Баҡтиһәң, Геройҙың был уҡыу йорто менән бәйләнеше бар. Тарих менән яҡыныраҡ танышыу маҡсатында музейға юлланабыҙ. Тәрбиә эше бүлегенең өлкән Әрме тәртибе сыныҡтыраинспекторы, юридик институт музейы начальнигы Дарис Әүхәҙиев һөйләүенсә, 1803 йылда ошо урында сиркәү һалына, унда ирҙәр монастыре урынлаша. 1917 йылда бина совет власының талаптары менән риза булмағандарҙы көсләп эшләтеү лагерына әйләнә. Төрлө йылдарҙа ер эшкәртеү буйынса артель, артиллерия мәктәбе лә була, офицерҙар ҙа әҙерләйҙәр. 1935 йылда балаларҙың тәрбиә-хеҙмәт колонияһы асылғас, тап шунда Александр Матросов тәрбиәләнә.

Уҡыу йортоноң музейында Советтар Союзы Геройына ҙур урын бирелгән. Бер мөйөштә ул йоҡлаған бәләкәй генә тимер карауат тора. Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәләк булған урындан тупраҡ, кейеменең күсермәһе лә бар хатта. Ҡаһарман яҡташыбыҙ колонияға 1940 йылда килеп эләккән һәм 1942 йылда ошонан фронтҡа киткән. Дарис Фәйзулла улы әйтеүенсә, егет һуғышҡа оҙатылғанда иптәштәренә: “Герой булып ҡайтасаҡмын,” — тип вәғәҙә биргән булған.
Матросов күптәрҙең күҙ алдына бәһлеүән ир-егет булып баҫа. Әммә уның бәләкәй генә карауатын, янында үҫмер саҡтағы фотоһын күреү тетрәндерҙе. Бала ғына булған бит, ә шундай батырлыҡ эшләргә йөрәге еткән!
Әрме тәртибе сыныҡтыраҒөмүмән, институттың музейы бик оҡшаны. Бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы итеп эшләнгән ул. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы эске ҡораллы бәрелештәрҙә, Афған, Чечня һуғыштарында, Чернобыль АЭС-ындағы шартлауға бәйле операцияларҙа ҡатнашҡандар тураһында ла мәғлүмәт күп.
Дарис Әүхәҙиевтең ауыҙынан бер аҙ үкенес тә ишеттек. Музей мәктәп уҡыусылары һәм теләгән һәр кем өсөн асыҡ, әммә уның тураһында йылына ике тапҡыр ғына — 23 февралдә һәм 9 майҙа — хәтергә төшөрәләр, ти ул. Дарис Фәйзулла улы республиканың барлыҡ уҡыусыларын музейға саҡырып ҡалды.
Артабан юлдашым курсанттар йәшәгән ятаҡҡа алып китте. Уны казарма тип атау дөрөҫөрәк булыр. Һәр ҡатта дежурҙа һаҡсылар тора. Бөтәһе лә беҙҙең менән уң ҡулын маңлай тапҡырына күтәреп иҫәнләшә һәм хәл-торош тураһында һөйләп бирә. Нарядтағылар тәртип өсөн дә яуаплы. Бәй, ысын армия ла һуң был!
Көн дә иртәнге 7-се яртыла уяналар һәм тороу менән физик күнекмә яһайҙар. Иртәнге аштан һуң 9-сы яртыла дәрес башлана, ул көндөҙгө 2-гә тиклем дауам итә. Төшкө аштан һуң үҙаллы әҙерлеккә бер сәғәт бүленә. Курс начальнигы урынбаҫары Илдар Мәхмүтов әйтеүенсә, бында көн тәртибе аныҡ билдәләнгән, бер кем дә уны боҙорға тейеш түгел. Шулай ҙа өсөнсө курсты бөткәндәр ҡалала йәшәргә хоҡуҡлы, бының өсөн тәрбиә һәм уҡыу яғынан барыһы ла яҡшы булыуы шарт. Атай-әсәйҙең ризалығы ла мөһим.
Көнөнә бер нисә тапҡыр разводҡа теҙеләләр. Таҙалыҡ өсөн егеттәр үҙҙәре яуаплы. Бүлмәләрен, аудиторияларҙы һәм биләмәне улар йыйыштыра. 5 минуттан 8 тула тигәндә — киске аш. Ашау өсөн 15 минут ваҡыт бирелә! Тәрбиәселәр әйтеүенсә, барыһы ла өлгөрә. Кистәрен сәғәт 9-ҙан алып 50 минутлыҡ шәхси ваҡыт бирелә. Ошо осорҙа телефон, Интернет файҙаланырға рөхсәт ителә. 11-се яртыла йоҡларға яталар. Һуғышып, эсеп, теләһә ни эшләп йөрөүселәр, әлбиттә, юҡ.
Курсанттарҙың һәр ял көнө файҙалы үтә. Театр, кино, концерттарға, күргәҙмәләргә баралар, коньки шыуалар, спорт уйындары ойошторалар. Өлгөлө курсанттар, рапорт яҙып, ҡалаға сығып килә ала. Аҙна дауамында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәр ҙә ялға хоҡуҡлы.
Тәртиптең ошолай ҡаты булыуы курсанттарға оҡшаймы-юҡмы икәнлеген белешеү өсөн улар менән дә аралаштым. Шаян, күҙҙәре янып торған Ғафури егете Тимур Фәхретдинов I курста уҡый икән.
— Ошонда белем алыу бала саҡтағы хыялым ине. Атайым — полиция полковнигы, олатайым да милицияла эшләгән. Мин династияны дауам итеүсе һәм ошоноң менән ғорурланам, — ти Тимур. — Бында, ысынлап, рәхәт. Йәшәү мәғәнәһен аңлайбыҙ, тиҙерәк үҫәбеҙ. Ике йыл казармала тороу ҙа файҙаға ғына, сөнки шул рәүешле беҙҙән ысын ир-егет яһайҙар. Физик яҡтан үҫешеүгә ҙур тырышлыҡ һалына, күнекмәләр, спорт секциялары бихисап. Шуға арабыҙҙа спортсылар байтаҡ, мастерлыҡҡа кандидаттар ҙа бар.
Эйе, егеттәрҙе, белем биреүҙән тыш, физик һәм мәҙәни яҡтан да үҫтерәләр. Мәҫәлән, яңы танышым Тимур — уҡыу йортоноң “Утомленные сланцем” тип аталған шаяндар һәм тапҡырҙар клубы ағзаһы. Әйткәндәй, улар яңы ғына Мәскәүҙә көс структуралары ҡарамағындағы уҡыу йорттарының КВН командалары араһындағы ярышта беренсе урынды алып ҡайтҡан. Әле тағы Мәскәүгә ярышҡа китергә йыйыналар.
— Ҡаты тәртип, ниндәйҙер сикләүҙәр булыуы миңә оҡшай. Режимға бер аҙна эсендә өйрәнәһең. Бынан көслө рухлы, намыҫлы, ғәҙеллек яҡлы полиция хеҙмәткәре булып сығырыма шигем юҡ, — ти Тимур.
Һәм, беләһегеҙме, уның ошолай тиеүе гәзит өсөн әйтелгән ҡоро һүҙ түгел. Янып торған күҙҙәренә ҡарап ҡына ла егеткә тулыһынса ышанырға була. Лайыҡлы ирҙәр, именлек һаҡсылары тәрбиәләнә бында!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 172

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840