Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Совет Армияһы еңелмәҫ көс ине”
“Совет Армияһы еңелмәҫ көс ине”Редакцияға йыш килеп, беҙҙе үҙенең бөткөһөҙ ҡыҙыҡлы һәм тормошсан мәғлүмәттәре менән ҡыуандырыусы Мәғәмүр ағайҙың алдында кешеләрҙе шул тиклем яратыуы, уларҙың матур сифаттарына мөкиббән китеп һоҡланып йәшәүе, изгелекле мәҡәләләре менән райондаштарының күңелен нурландырып ижад итеүе өсөн баш эйерлек. Ә бит ул үҙе еңел йәшәмәгән, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған, әммә күңеле һис тупаҫланмаған, күҙҙәре һаман кешеләргә тәрән ышаныс һәм яҡшыға өмөт менән баға.

Мәғәмүр Сафин 1928 йылдың 2 сентябрендә II Иҙелбай ауылында донъяға килә. Атаһы Хәбир бөтмөр крәҫтиән була, күпләп мал тота, ҙур һәм иркен йорт һалып сыға, Омскиҙа мәҙрәсә тамамлап, уҡымышлы мулла булып ҡайта. Әсәһе Ҡобора ғүмере буйы фермала һарыҡ ҡарай, Мәғәмүр бәләкәйҙән уның менән бергә була. Һуғыш йылдары, йырып сыҡҡыһыҙ дәүләт һәм колхоз эштәре, аслыҡ, яланғаслыҡ — барыһын да кисерә халыҡ. Репрессия йылдарында мал-тыуары, йорто тартып алынып, бала-сағаһы менән ауыл ситендәге ҡара мунсаға ҡыуып сығарылғас, ғаилә башлығы сыҙамай, 45 йәшендә генә йөрәк сиренән донъя ҡуя.
…Мәғәмүр VII класты маҡтау ҡағыҙы менән тамамлай һәм, Дыуанда уҡып, 1947 йылда агроном дипломы ала. Өс йыл Краснокама районының “Йәнйегет” МТС-ында тәжрибә туплай. 1950 йылда егетте әрмегә саҡыралар.
Ҡырыҫ, ят һәм һалҡын Алыҫ Көнсығышта дүрт йыл ярым хеҙмәт итә Мәғәмүр ағай. Йәш һалдаттар Башҡортостандан Владивостокка тиклем поезда бер ай бара. Шунда ике ай диңгеҙ карабын көтәләр, көн һайын поезд вагондарынан күмер бушаталар. Артабан Камчатка ярымутрауына тиклем 15 көн йөҙәләр.
— Килеп төшкәс тә сик һаҡсылары беҙҙе ныҡлап тикшерҙе һәм яңы килгән һалдаттарҙы төрлө частарға бүлде. Мин Хәрби-Һауа ғәскәрҙәренә эләктем, — тип һөйләй Мәғәмүр Хәбир улы.
Һалдат хеҙмәте шулай башлана. Иң тәүҙә бер-ике аҙна әҙерлек курсы үтә, аҙаҡ иптәштәре менән ике ай поста тора. Алты айлыҡ курста радист һәм радиомеханик һөнәрҙәренә уҡып сыға.
— Морзе азбукаһын үҙләштерҙек — беҙ уны төндә уятып һораһалар ҙа аңлата ала инек, — ти Мәғәмүр ағай.
Хәрби хеҙмәттең нигеҙе — ҡаты дисциплина, тип йөрөтәләр. Радистың эше иһә айырыуса яуаплылыҡ талап итә, сөнки 50-се йылдарҙа, Хрущев заманында, күрше илдәр менән мөнәсәбәттәр көсөргәнешле була, Япония, Америка тыныс йоҡларға бирмәй.
19060-сы ғәскәри часты ярымутрауҙағы төпкөл бер ерҙә урынлаштыралар. Ер тетрәүенең радиостанцияға килеп етеүе, нарталарға эттәр егеп, Елезово ҡалаһындағы икмәкхананан, бишәр саҡрым тауға күтәрелеп, икмәк ташыуҙар, янар вулкандар һәм гейзерҙар иле Паратункаға сәйәхәт — барыһы ла хәтерендә Мәғәмүр Хәбир улының.
— Илебеҙ һәм Совет Армияһы бик ҡеүәтле, бай ине. Кейем-һалым, туҡланыу, ҡорал — барыһы ла юғары кимәлдә булды, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты уҙаман.
Армиянан ҡайтҡас та Мәғәмүр Сафин ғүмере буйы ферманың “ҡыҙыл мөйөш”өндә йәшәгән әсәһе менән апаһы Мәмдухаға йорт һалып бирә. Үҙе “Арҡауыл” МТС-ында агроном-диспетчер, һуңынан “Жданов” колхозында, “Торналы” совхозында агроном булып эшләй, оҙаҡ йылдар хужалыҡтың профком рәйесе, район халыҡ суды ултырышсыһы эштәрен башҡара. Һөйөклө ҡатыны Валентина менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр — хәҙер барыһы ла үҙаллы тормош ҡороп, матур ғүмер итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508