Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош үҙе яңыса эшләргә өйрәтә
Тормош үҙе яңыса эшләргә өйрәтәРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, башҡарма власть халыҡ файҙаһына, кешеләрҙең тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға хеҙмәт итергә тейеш. Был йәһәттән яңы закон нигеҙендә ярайһы уҡ киң мөмкинлектәргә эйә булған муниципалитеттарҙың әһәмиәте бермә-бер арта. Халыҡҡа яҡын торғаны өсөн дә үҙидара органдары урындағы хәлде яҡшы белә, көн үҙәгендәге мәсьәләләргә лә улар нығыраҡ үтеп инә.
Ҡандра ауыл Советы биләмәһе Туймазы районында ғына түгел, көнбайыш төбәктә лә иң ҙур муниципаль берәмектәрҙән һанала. Ул 15 меңгә яҡын кеше йәшәгән туғыҙ ауылды берләштерә. Инфраструктураһы яҡшы үҫешкән Ҡандра ҡасабаһында ғына 12 меңдән ашыу кеше көн күрә. Бәләкәйерәк бер районға тиң бындай ҙур биләмәлә халыҡтың тормош-көнкүрешенә ҡағылышлы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү еңелдән түгелдер. Шуның өсөн дә беҙ урындағы үҙидара органының эш тәжрибәһенә яҡынданыраҡ күҙ һалырға булдыҡ.

Бәләкәйҙәргә оло бүләк

Ғәҙәттәгесә, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Сафиуллин менән һөйләшеү эшлекле төҫ алды. Һүҙен ҡыуаныслы хәбәрҙән башланы ул. Быйыл Ҡандра ауылы халҡы тормошонда мөһим ваҡиға булған: капиталь ремонттан һуң 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы яңынан үҙ ишектәрен асҡан.
— 90-сы йылдарҙың шауҡымы беҙгә лә ҡағылмай үтмәне. Тыуым һиҙелерлек кәмеү сәбәпле, 1994 йылда ҡасабалағы 3-сө балалар баҡсаһын ябып ҡуйҙылар, — Тормош үҙе яңыса эшләргә өйрәтәтине ул. — Унда аҙаҡ Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумының филиалын астылар. Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә лә демографик хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Хатта бәләкәстәрҙе баҡсаларҙа урынлаштырыу өсөн ҙур ғына сират барлыҡҡа килде. Беҙ шул проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй башланыҡ. 2009 йылда район хакимиәтенең ҡарары менән шул бинаны мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары селтәренә ҡайтарҙылар, ләкин уны капиталь ремонтлау һәм үҙгәртеп ҡороу өсөн миллионлаған һум аҡса табырға кәрәк ине. Әлдә ошо мөһим социаль проектты тормошҡа ашырыуҙа беҙгә “Башнефть” акционерҙар компанияһы ярҙамға килде. Объекттағы эштәрҙе финанслауҙы улар тулыһынса үҙ иңенә алды.
Ҡандралағы 110 урынлыҡ балалар баҡсаһын капиталь ремонтлауға, уны үҙгәртеп ҡороуға нефтселәр аҡсаны йәлләмәгән. Айрат Һаҙый улы телгә алыуынса, ташландыҡ бинаны ысын-ысындан әкиәт донъяһына әйләндереүгә “Башнефть” компанияһы 20 миллион һум аҡса сарыф иткән.
— Төҙөүселәр заманса материалдар ҡулланған. Бында тәрбиәләнгән сабыйҙарға һәм хеҙмәткәрҙәргә уңайлы булһын өсөн барыһы ла эшләнгән, — тип һөйөнә балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Шәрипова. — Уйын бүлмәләре, спорт һәм музыка залдары зауыҡ менән йыһазландырылған. Иң бәләкәйҙәр төркөмөнә йөрөүселәр үҙҙәрен ҡурсаҡ йортондағы кеүек хис итә торғандыр.
Шулай ҙа Ҡандра ҡасабаһында мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү көнүҙәк бурыс булып ҡала килә, сөнки урын һаман етмәй. Әле 200-гә яҡын сабый сиратта тора. Мәсьәләнең мөһимлеген аңлап, 4-се балалар баҡсаһына ла капиталь ремонт үткәреүгә тотонғандар.
— Әммә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың барыһы ла урынлы булһын өсөн беҙгә яңы баҡса төҙөргә кәрәк, — ти хакимиәт башлығы. — Яҡын киләсәктә ошо проектты республиканың инвестиция программаһына индерерҙәр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Урындағы һалымдарҙан башҡа урындағы власть та юҡ

Һөҙөмтәле идара итеү өсөн һәр властың аҡсаһы, үҙенең һалым һалыу нигеҙе булырға тейеш. Был хәҡиҡәт урындағы үҙидара органдарына ла ҡағыла. Әгәр муниципаль берәмектәр бюджет менән етерлек тәьмин ителмәһә, уларға үҙ бурыстарын ғәмәлгә атҡарыу ҙа ауырға төшәсәк.
Ҡандра ауыл Советы биләмәһендә урындағы ҡаҙнаның 85 проценты бөгөн төбәктең үҙ килемдәре иҫәбенә тулыландырыла. Шуға инаныу өсөн быйыл ҡабул ителгән бюджеттың үтәлешенә күҙ һалыу ҙа етә. Тәүге өс кварталда ул 26 миллион һумға үтәлгән, шуның 22 миллионы — үҙ килемдәре. Әйтеүҙәренсә, йыллыҡ бюджет 30 миллион һумдан кәм булмаясаҡ.
— Беҙ үҙебеҙҙең резерв иҫәбенә шундай һөҙөмтәгә өлгәштек, — ти Айрат Һаҙый улы. — Быйыл муниципаль мөлкәтте аукцион аша һатыуҙан ҡаҙнаға 10 миллион һумдан ашыу аҡса инде. Анығыраҡ әйткәндә, элекке гастроном “Форвард” тигән сауҙа селтәре ҡулына күсте. Был килешеү ике яҡ өсөн дә отошло: беҙ бюджетты байытып ҡалдыҡ, ә яңы милекселәр сауҙа предприятиеһын үҫтереүгә ҡурҡмайынса үҙенең инвестицияһын һаласаҡ.
Әммә урындағы ҡаҙнаны тулыландырыуҙа барыһы ла ал да гөл үк түгел. Мәҫәлән, физик шәхестәрҙең килеменә һалым буйынса күрһәткестәр быйыл маҡтанырлыҡ түгел. Туғыҙ айҙа ғына 2 миллион һум һалымды алып еткермәгәндәр. Был Туймазы быраулау эштәре идаралығының эшмәкәрлеге, “Башнефть” компанияһындағы ҡулайлаштырыу сәйәсәте менән бәйле. Ә ул заманында Ҡандраның хеҙмәт данын күтәргән, ҡасабаның социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән алдынғы предприятие булған. Үкенескә ҡаршы, “Башнефть” хәҙер республикалағы бәләкәй ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү, яңы скважиналар быраулау менән шөғөлләнмәй тиерлек. Шул сәбәпле бындағы предприятие ла ҡыйын хәлгә тарыған. Әгәр йыл башында идаралыҡта 1267 кеше эшләһә, хәҙер ундағы халыҡтың һаны 700-ҙән дә артмай. 500 кеше хеҙмәт иткән транспорт цехын бөтөнләй ябып ҡуйғандар. Предприятиеның етештереү өлкәһендә, шулай уҡ уның контораһында бөгөн тынлыҡ хөкөм һөрә. Булған техниканың бер өлөшөн Октябрьскийға, ҡалғанын Серафимовкаға күсергәндәр. Халыҡ хәҙер шунда йөрөп эшләй. Улар килем һалымын да урындағы үҙидараға түләмәй. Бер нисә бригада иһә Себерҙәге нефть ятҡылыҡтарында скважиналар быраулай.
Ғөмүмән, муниципалитеттарҙың финанс-иҡтисади хәлен нығытыу өсөн илдәге бюджет сәйәсәтен үҙгәртергә кәрәктер. Бөгөн, 131-се Федераль законда яҙылғанса, урындағы ҡаҙнала физик шәхестәр түләгән килем һалымының 10 проценты ғына ҡалдырыла. Был, әлбиттә, аҙыраҡ. Бындай шарттарҙа урындағы үҙидараның иҡтисади үҙаллылығы тураһында ниндәй һүҙ алып барырға мөмкин?
— Ошо нормативты үҙгәртергә, һис юғында уны 20 процентҡа ҡәҙәр күтәрергә кәрәк, — ти Айрат Сафиуллин. — Минең тағы шундай тәҡдимем бар. Беҙҙең Ҡандраның үҙендә генә 3500 берәмек транспорт сараһы иҫәпләнә, ләкин шунан түләнгән һалым да беҙҙең ҡаҙнаға инмәй. Исмаһам, яртыһын муниципалитеттарҙа ҡалдырһалар, был беҙҙең өсөн ышаныслы килем сығанағы булыр ине.
Хәҙер Ҡандраның йәшәйеше быраулау эштәре идаралығының эшмәкәрлегенә генә бәйле түгел. Бында иҡтисадтың башҡа тармаҡтарында уңышлы эшләгән предприятиелар етерлек. Төбәктә электән бәләкәй эшҡыуарлыҡ яҡшы үҫешә. Биләмәлә сауҙа, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә генә 87 шәхси предприятие мәшғүл. Быйыл ҡасабала “Десяточка” тигән сауҙа комплексы асылған, ул 30 эш урыны булдырған. Инвесторы ла — ошонда тыуып үҫкән эшҡыуар егет.
Ҡандрала булғанда беҙҙе биш йыл элек бөтөнләй буш урында тиерлек ойошторолған “Нефтегаз” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар. Шул дәүерҙә шәхси предприятие ныҡлап аяҡҡа баҫырға һәм нефть-газ ҡорамалдары баҙарында үҙ урынын яуларға өлгөргән. Бөгөн ул “Газпром”, “Роснефть”, “ТНК-ВР”, “Сорғотнефтегаз”, “Башнефть” кеүек ҙур компаниялар менән хеҙмәттәшлек итә. Предприятиела әле 56 кеше эшләй. Яңы цехтар төҙөп һәм етештереүҙе киңәйтеп, яҡын киләсәктә тағы 100 эш урыны булдырырға иҫәп тоталар.
— Әйҙә, тотороҡло үҫеш юлына баҫҡан шундай сәнәғәт предприятиелары күберәк булһын, уларҙан беҙгә һалым да инеп торһон, — тиҙәр урындағы хакимиәттә.

Төҙөк ауыл — ил күрке

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә урындағы хакимиәттең иғтибар үҙәгенән төшмәй. Ҡандраның үҙендә генә муниципаль торлаҡ фонды 142 мең квадрат метр тәшкил итә. Күп ҡатлы йорттар һигеҙ тиҫтәнән ашыу. Уларҙы коммуналь хеҙмәтләндереүгә ике шәхси компания йәлеп ителгән. Һүҙ ҙә юҡ, был тармаҡтағы күп проблемаларҙы бер юлы ғына хәл итеп булмай. Яңы ойошторолған урам комитеттары коммуналь предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә, уларҙың торлаҡ хужаларынан йыйылған аҡсаны нисек файҙаланыуына контролде бермә-бер көсәйтәсәк тә инде.
— 2009 — 2010 йылдарҙа беҙ федераль фондтан һәм республика бюджетынан бирелгән аҡсаға күп ҡатлы алты йортта капиталь ремонт үткәрҙек, халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалды. Эре панелле йорттар ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, — ти Айрат Сафиуллин. — Тик быйыл шул эш туҡтап ҡалды, сөнки бюджеттан аҡса бүлмәнеләр. Мин халыҡтың теләген гәзит аша хөкүмәт даирәләренә еткерергә теләйем. Программаны дауам итеү мөһим, сөнки 70-се йылдарҙа төҙөлгән күп кенә торлаҡ объекттарын капиталь ремонтлау талап ителә. Беҙҙең Ҡандралағы Матросов урамында ныҡ иҫкергән һигеҙ фатирлы йорт бар. Унда йәшәүсе кешеләрҙе беҙ, федераль законға ярашлы, бөтә уңайлыҡтары булған торлаҡ майҙаны менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Әле муниципаль власть менән берлектә шул йүнәлештә эш алып барабыҙ.
Ауыл Советының үҙ бюджетынан быйыл төҙөкләндереү эштәренә 6 миллион һум аҡса бүленгән. Ҡасабала һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән өс урамға газ һәм электр үткәрелгән. Алдағы йылда торлаҡ төҙөлөшө киң йәйелдерелгән ике яңы микрорайонға инженерлыҡ селтәрҙәрен һуҙыу буйынса ныҡлы шөғөлләнергә уйлайҙар. Иҫке Ҡандрала йәшәгән халыҡ урындағы етәкселәр алдында ауылды сифатлы һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәргән. Район хужалары менән һөйләшеп, бында һыу үткәргес һалыуҙы тиҙләтергә булғандар. Федераль программаға эләгеп, шул проектҡа 6 миллион һум тирәһе инвестиция алырға йыйыналар.
— Хәҙерге көндә тормош үҙе беҙҙән эште яңыса ойоштороуҙы, инициатива күрһәтеүҙе талап итә, — ти Айрат Һаҙый улы. — Яҡын арала Ҡандраның генераль планы әҙер буласаҡ. Шул проектҡа ғына үҙ бюджетыбыҙҙан 670 мең һум аҡса тотондоҡ. Ҡасабала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 96 гектар ерҙе муниципаль милеккә күсереү мәсьәләһендә лә үҙ һүҙебеҙҙе һүҙ иттек. Шуның өсөн беҙҙә алдағы йылдарҙа шәхси торлаҡ төҙөлөшө күләме һиҙелерлек артасаҡ. Ә быйыл ауыл Советы буйынса 30-ға яҡын ғаилә өй туйларға өлгөрҙө. Ер участкаларын һорап килеүселәрҙең 60 проценты — йәштәр. Был беҙҙе ҡыуандыра. Тимәк, ауылдарыбыҙҙың киләсәге яҡты. Беҙҙең эшмәкәрлек тә халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға, социаль программаларҙы уңышлы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Туймазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506